һаҙ көйөлдөһө Көйөлдөр(средний кроншнеп). Көйөлдөр. Ҙурлығы өйрәктәй. Оҙон аяҡлы, аҫҡа ҡарай кәкрәйгән оҙон суҡышлы ҙур ғына сәпсәү. Ҡара-көрән-түбәһенең уртаһынан аҡ һыҙыҡ үтә. Күҙҙәре өҫтөндә ҡаш¬тары бар. Дөйөм төҫө һорғолт көрән, төрлө ҙурлыҡтағы буй ҡара һыҙыҡтар менән сыбарланған. Ҡорһағы һәм ҡойроҡ аҫты аҡ. Аяҡтары күкһел һоро. Көйөлдөнән бәлә¬кәйерәк булыуы менән айырыла. Оҙайлы итеп һыҙғыра: «көйө-көйө-көйө-йөт... өл-өл-өл». Ҙур күлдәрҙең, ҡылылар¬ҙың батҡыл һөҙәк ярҙарында, һаҙлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр, еләктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк ос¬рай. Ояһы ерҙә. Көрән һәм һоро таптар менән сыбарлан¬ған 4 бөртөк һорғолт көрән йәки йәшкелт зәңгәр йоморт¬ҡаһы була. Ите әсән аулайҙар.
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90