Һаҙ турғайы
Һаҙ турғайы | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Emberiza aureola Pallas, 1773 | ||||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Юғалыуға бирешеүсе төр IUCN 3.1 Vulnerable : / 149662 |
Һаҙ турғайы рус. Дубровник, лат. Emberiza aureola Pall— Рәсәйҙең һҙәм Себерҙең үҙәк һыҙатында йәшәй торған ваҡ ҡош йәки турғай.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Турғай ҙурлыҡ. Күберәк яңғыҙ йәки парлашып йөрөй¬ҙәр. Үлән йәки ҡыуаҡҡа ултырып һайрай. Ата ҡоштоң һырты көрән, сикәләре, тамағы йымылдап торған ҡара. Түшендә арҡыры көрән һыҙыҡ бар. Ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара. Яурынынан аҡ һыҙыҡ үтә. Аҫ яғы аҡһыл һары. Инә ҡоштоң һырты аҡ таплы һорғолт көрән, һоло турғайынан ҡара сикәләре һәм ҡара тамағы менән айырыла.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы тоноҡ ҡына: «тик-тик». Матур һыҙғырып һайрай.
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Болондарҙа, таллы туғайҙарҙа, һыу буйҙарында, һаҙлыҡтарҙа йәшәй. Бөжәктәр һәм үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә оялай. Ҡара һипкелле бөртөк йәшкелт һоро йәки алһыу зәңгәр йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Птицы. Энциклопедия природы России. / В.Е. Флинт — 2-е. — Москва: ABF, 1997. — С. 406. — 430 с.