Һуйыр
| Һуйыр | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Tetrao urogallus Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 100600295 |
Һуйыр, урман тауығы, һаңғырау ҡор, селәүсен (урыҫ.глухарь) (лат. Глухарь, лат. Tetrao urogallus)— Төньяҡ һәм Урта Европаның, Урта Азияның ылыҫлы урмандарында йәшәй торған эре ҡош.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Атаһын ҡара һуйыр, инәһен буҙлаҡ тип тә исемләйҙәр. Ҙурлығы ҡаҙҙай. Ата ҡоштоң башы, муйыны, ҡойроҡ төбө һоро; һырты көрәне ҡанаттары, ҡойроғо аҡ таптар менән сыбарланған ҡара-көрән; түше йәшкелт ялтырауыҡлы ҡара; ҡабырғалары ҡара таплы аҡ. Күҙҙәре өҫтөндә ҡыҙыл ҡашы бар. Инә ҡош ерәнһыу буҙ, ҡара һәм аҡ таптар менән сыбарланған. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел.
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Уйын ваҡытында ата ҡоштар шартылдау һәм салғы яныуына оҡшаған тауыштар сығара, инә ҡош ҡорҡолдай, Йәшәү урыны — еләкле ылыҫлы урмандар, һирәк ағаслы, мүкле һаҙлыҡтар. Ҡарағай һәм шыршы энәләре, төрлө еләк, ор¬лоҡ, бөрө-менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә тарал¬ған. Ояһы ерҙә. Көрәнһыу таптар менән сыбарланған 8—10 аҡһыл һары йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл.
- Глухарь // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 86 томах (82 т. и 4 доп.) — СПб., 1890—1907. (урыҫ.)
- Глухарь (птица сем. тетеревиных) // Большая советская энциклопедия.