Һыҙғыраҡ ябалаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Һыҙғыраҡ ябалаҡ
Һыҙғыраҡ ябалаҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Ҡабырғалылар
Класс: Ҡоштар
Суб-класс: Аңҡаулылар
Отряд: Ябалаҡ һымаҡтар
Ғаилә: Ябалаҡтар
Ырыу: Ябалаҡтар
Төр: Һыҙғыраҡ ябалаҡ
Латинса исеме
Otus scops (Linnaeus, 1758)
Ареал
рәсем
ITIS 555376
NCBI 126827
Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 106002176

Һыҙғыраҡ ябалаҡ, ҡолаҡлы ябалаҡ, бесәйбаш ябалаҡ, япалаҡ (урыҫ. обыкновенная сплюшка , лат. Otus scops) - ябалаҡтар ырыуындағы төнгө ҡош.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Сыйырсыҡ ҙурлыҡ. Башында ҡалҡып торған ҡауырһындарҙан ҡолаҡтары бар. Осҡанда киң оҙон ҡанаттары, ҡыҫҡа ғына ҡойроғо күҙгә ташлана. Көндөҙ ағас олонона һыйынып, ботаҡ өҫтөндә ултыра. Аҡ һәм ҡара таптар менән сыбарланған ерәнһыу һоро төҫтә, күҙҙәре һары. Үҙе ҙурлыҡ ябалаҡтарҙан ҡолаҡлы булыуы менән айырыла. Өкө ябалағынан байтаҡ бәләкәй.

Тауышы[үҙгәртергә]

Яңғырауыҡлы һыҙғыра: «фйү-тйү-үү».

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]

Урманда йәшәй. Төрлө бөжәктәр, сысҡандар менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ағас ҡыуыштарында,һирәкләп таш ярыҡтарында, өңдәрҙә була. 2—5 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Ҡоротҡос бөжәктәр¬ҙе һәм кимереүселәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.


Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]