Өкө
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Өкө | ||||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||||||
| Bubo bubo (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||||||
| Ареал | ||||||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 143220 |
Өкө, ҡолаҡлы ябалаҡ (урыҫ. филин ) (лат. Bubo bubo) - ябалаҡ һымаҡтар отрядындағы йыртҡыс ҡош.
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Ҡаҙҙан бәләкәйерәк тән ҡошо. Шым ғына оса. Башында ҙур ҡолаҡтары бар. Дөйөм төҫө һорғолт ерән, буй ҡара таптар, арҡыры нәҙек һыҙыҡтар менән биҙәлгән. Күҙҙәре ҡыҙғылт һары. Ҡуян ябалағынан төҫө, өкө ябалағынан ҙурлығы, башҡа ябалаҡтарҙан ҡо¬лаҡлы булыуы- менән айырыла.
[үҙгәртергә] Тауышы
Тауышы көслө: «ух-хуу» йәки үҙенсәлекле сырылдау.
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Йәшәү урыны — урман, ҡайя таштар, упҡындар, мәмерйәләр. Ваҡ йәнлектәр һәм ҡош-ҡорт аулай. Ултыраҡ ҡош, һирәк оорай. Ояһы ерҙә, ҡая таш һәм текә яр һикәлтәләрендә була. 2—3 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9
[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр