3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты
Нигеҙләнгән

1959

Директор

Тимербулатов Шаймурат Азамат улы

Тип

дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан, Күмертау ҡ.

Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты (3-сө БРГИ) — Башҡортостандың Күмертау ҡалаһындағы гуманитар йүнәлештәге интернатлы уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гимназия республиканың элекке интернатлы уҡыу йорттарының береһе. Ул 2-се интернат-мәктәп була. Ул 1959 йылда асыла. 1962 йылда уҡыу йорто Ер шары тирәләй беренсе осоусы-йыһангиҙәр Ю. А. Гагарин исемен ала. 1993 йылдың 22 июлендә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы коллегияһы ҡарары менән Күмертау ҡалаһы 2-се интернат-мәктәп, эксперимент рәүешендә интернат-мәктәп-гимназия тип үҙгәртеп ҡорола. 1996 йылда Күмертау ҡалаһы 2-се интернат-мәктәп-гимназия 3-сө Республика Башҡорт интернат-гимназияһына әүерелә. Уҡыу йортонда Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе төбәктәре балалары белем алырға тейеш була.

1997 йылдың 23 мартында мәктәп-интернат-гимназия башҡорт телендә белем биреүсе уҡыу йорто булараҡ хоҡуҡи лицензия ала. 2005 йылда статусын нығытып, хәҙерге көнгәсә Башҡорт республика гимназия-интернаты булараҡ йөрөй.

2006—2007 йылдарҙа ул төҙөкләндерелә, ашхана һәм спорт залы төкәтмәләре эшләнә. 2023 йылда тәүге президент Мортаза Рәхимов исеме бирелә[1]:

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ҡалып:Https://yanshishma.com/articles/kh-ter/2023-02-14/gimnaziya-a-mortaza-r-himovty-iseme-birel-3142554