Абдрахманова Лена Абдулбарый ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лена Абдулбарый ҡыҙы
Абдрахманова
Тыуған көнө:

10 июнь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (52 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР‑ы Күгәрсен районы Аҙнағол ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Премиялары:

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (2010)

Абдрахманова Лена Абдулбарый ҡыҙы (10 июнь 1971 йыл) — журналист. 2006 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лена Абдулбарый ҡыҙы Абдрахманова 1971 йылдың 10 июнендә БАССР‑ҙың Күгәрсен районы Аҙнағол ауылында тыуған.

1995 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. 1996 йылдан алып Мәләүез ҡалаһы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй.

2002 йылдан башлап «Көнгәк» гәзите корректоры, тәржемәсеһе, 2006 йылдан алып — бүлек мөдире.

«Нисек йәшәйһең, башҡорт ауылы?» (2010) мәҡәләләр циклы, шулай уҡ социаль тематикаға арналған публицистик хеҙмәттәр авторы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]