Абрамова Лариса Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абрамова Лариса Михайловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 14 сентябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим, геоботаник, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Абрамова Лариса Михайловна (14 сентябрь 1957 йыл) — геоботаник. Биология фәндәре докторы (2005), профессор (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2013).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лариса Михайловна Абрамова 1957 йылдың 14 сентябрендә БАССР-ҙың Маҡар районы Мебельный ҡасабаһында (хәҙер Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Бельское ауылы) тыуған. 1979 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай, артабан шунда уҡ эшләй, 1988 йылдан алып — ғилми хеҙмәткәр. 20 йылдан ашыу БДУ-ла эшләй. Уның етәкселеге аҫтында 14 кандидатлыҡ диссертация яҡланды[1].

Аспирантураны (1983—1986) һәм докторантураны (1999—2002) тамамлай. Кандидатлыҡ диссертацияһы: «Сегетальная растительность Башкирского Предуралья (опыт ординационно-классификационного анализа)». Докторлыҡ диссертацияһы: «Синантропизация растительности: закономерности и возможности управления процессом (на примере Республики Башкортостан)».

Геоботаник. 2002 йылдан алып Ботаника баҡса институтының лаборатория мөдире[2]. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең юғалып барыусы һәм һирәк төрҙәренең күп төрлөлөгөн өйрәнеүгә һәм һаҡлауға, төбәк флораһының һәм үҫемлектәренең антропоген трансформацияһы проблемаларына, республика өсөн традицион булмаған декоратив, дарыу һәм тәмләткес хуш еҫле үҫемлектәр интродукцияһына арналған. Л. М. Абрамова ҡый үләндәренең 150-нән ашыу үтеп инеү сығанағын асыҡлай, экосистемаларҙа уларҙың һанын һәм таралыуын контролдә тотоу ысулдарын эшләй. 450-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 13 монография авторы[1].

Төп ғилми эштәре[1][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Синантропизация степей: методы оценки и возможности управления процессом / Л. М. Абрамова [и др.] // Вопросы степеведения. — Оренбург, 2000. — С. 62-69.

Хасанова Г. Р., Абрамова Л. М. Возможности восстановления биоразнообразия степной растительности: посевы многолетних трав // Экология. — 2000. — № 6. — С. 473—475.

Абрамова Л. М., Юнусбаев У. Б. Опыт изучения синантропизации при пастбищной дигрессии степей Зауралья методом трансект // Экология. — 2001. — № 6. — С. 474—477.

Абрамова Л. М. Основные закономерности синантропизации разных типов растительности Республики Башкортостан // Экология. — 2010. — № 3. — С. 168—172.

Абрамова Л. М., Мустафина А. Н., Андреева И. З. Современное состояние и структура природных популяций Dictamnus gymnostylis Stev. на Южном Урале // Бюл. МОИП. Отд. биол. — 2011. — Т. 116, вып. 5. — С. 32-38.

Абрамова Л. М. Экспансия чужеродных видов растений на Южном Урале: анализ причин и экологических угроз // Экология. — 2012. — № 5. — С. 1-7.

Продромус растительных сообществ Республики Башкортостан / С. М. Ямалов, В. Б. Мартыненко, Л. М. Абрамова [и др.]. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2012. — 100 с.

Уникальные памятники природы — шиханы Тратау и Юрактау / Л. М. Абрамова [и др.]. — Уфа: Гилем, 2014. — 333 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]