Албанияның тирә-яҡ мөхите

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Албанияның тирә-яҡ мөхите
Дәүләт  Албания
 Албанияның тирә-яҡ мөхите Викимилектә

Албания бәләкәй генә утрауҙа урынлашҡан дәүләт булыуына ҡарамаҫтан, тирә-яҡ мөхите уникаль флора һәм фаунаһы, төрлө йылға-күлдәре менән дан тота. Хатта ул яҡтағы мөхитте бер нисә экологик региондарға ла бүлеп йөрөтәләр: тәбиғи географик экосистемаһы, һыу менән тьәмин итеү системаһы, тергеҙә торған ресурстар һәм уларға йоғонто яһаусы факторҙар . Албанияның күпселек ерендә таулы рельеф өҫтөнлөк итә, ә ҡалған өлөшө уңдырышлы тупрағы менән билдәле булған тәрән үҙәнле ҡалҡыулыҡтарҙа урынлашҡан. Дөйөм алғанда, тауҙар һәм диңгеҙ кимәленән 2751 м өҫтә ятҡан ҡалҡыулыҡтар илдең 70 процент территорияһын биләй.

Албан тауҙарының ландшафтары, Швейцария һәм Австрия илдәренекенән бер ҙә кәм түгел, ә пляждарҙы Адриатик диңгеҙ яры буйындағыларҙан да ҡалышмай.

Сербия, Черногория, Македония, Греция илдәре менән ятҡан сик эргәһендә бер нисә эре күл урынлашҡан: Шкодер, Охрид һәм Преспа.

Климат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Албания субтропик Урта диңгеҙ климатлы. Шуға күрә, йәйе — эҫе һәм ҡоро, ҡышы — һалҡын һәм дымлы. Июлдең уртаса температураһы +24-тән алып +28-гә тиклем. Ғинуар айында, күп осраҡтарҙа, температура +4-тән төшмәй. Ә яуым-төшөмгә килгәндә, ул башлыса яҙ һәм көҙ миҙгелдәренә тура килә.

Диңгеҙ кимәленән ниндәй бейеклектә урынлашыуына ҡарап, илдең төбәктәрендә лә климат төрлөсә. Таулы ерҙәрҙә температура уртаса күрһәткестәрҙән байтаҡҡа айырыла (сатлама һыуыҡтар −20-гә лә етеүе ихтимал, ә йыллыҡ яуым -төшөмө- 2600 мм).

Экология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һауаны, һыуҙы бысратыу, тупраҡтың эрозияланыуы һәм тарҡалыуы, био-юғалтыуҙар төрлөлөгө, ҡалдыҡтарҙың тейешенсә эшкәртелмәүе- Албанияның төп экологик пробемаларын тәшкил итә. Ә деградация үҫешенә урбанизацияның ҡот осмалы тиҙлектә күбәйеүе, тәбиғи ресурстарға кешелектең мохтажлығы артыуы булышлыҡ итә. Ошо барлыҡ сәбәптәр өсөн Албания климатының үҙгәрештәре, тәбиғәт һәләкәттәре артыуы ихтимал . Әлеге ваҡытта был ил парник газдары буйынса түбән эмитентлы, әммә һуңғы йылдарҙа уның тиҙ үҫеше күҙәтелә (башлыса, сәбәпсе булып транспорттың, ҡалдыҡтарҙың артыуы, ауыл хужалығының алға үҫеше тора). Албания экологик яҡтан таҙа булыуға, тулыланыусы энергия һәм транспортты булдырыуға өлгәшә ала. Сөнки ил ныҡлы рәүештә тирә-яҡ мөхит, энергия сығанаҡтарын яңыртыу һәм уларҙың һөҙөмтәлелеге сиктәрендә хоҡуҡи һәм институциональ өлкәләрҙә эшләргә тотонған.

Тәбиғәт төрлөлөгө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Албания — күп экосистемалы ил. Был илдә Урта диңгеҙ яғына хас булған үҫемлектәр бик күп (уларҙы ҡурсаулыҡ территориялары селтәрендә күрергә мөмкин).

Албанияла алты милли парк, 24 ҡурсаулыҡ һәм бик күп тәбиғәт ҡомартҡылары бар. Әйтеп үтер кәрәк: Албания йәнлектәр төрлөлөгө менән илдәр араһында беренсе баҫҡыстарҙа тора.

Ҙур күлдәр һәм яр ситендәге лагуналар ҡышлауға ҡайтҡан ҡоштар өсөн мөһим булып тора. Килгән 70 төр һыу ҡоштары, яҡынса, 180 000-гә барып баҫа. Албания ҡоштар, бөжәктәр, ярғанаттарҙың миграция юлдарының киҫешкән мөһим пункты булып тора.

Сығанағы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]