Алтынгүҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Алтынкүҙҙәр
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуантыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Суб-класс: Ҡанатлы Бөжәктәр
Надотряд: Новокрылые насекомые
Отряд: Селтәр ҡанатлылар
Ғаилә: Алтынкүҙҙәр
Латинса исеме
Chrysopidae (Schneider, 1851)
ITIS 115081
NCBI 7520

Алтынкүҙҙәр (лат. Chrysopidae) — селтәр ҡанатлылар ғаиләһендәге бөжәк (Neuroptera); күгәүендәр ырыуынан булған себен төрө [1] ; үлән беттәрен ашаусы файҙалы бөжәк[2] . 2000 яҡын төрө билдәле, шуның 70 тирәһе Европла осрай . Иң билдәлеһе алтынкүҙ (Chrysoperla carnea).

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

25-35 мм оҙонлоҡтағы, нәфис кәүҙәле, сағыштырмаса кескенә бөжәк, бик күп буй һәм арҡыры епһелдәре булған 2 пар үтә күренмәле ҡанаттары бар. Мыйыҡтары оҙон, күп быуынтыҡлы, ауыҙ ағзлары кимерә торған типта. Ҙурҙары йыш ҡына йәшкелт төҫтә, күҙҙәре сығынҡы, ялтырауыҡлы, алтын һымаҡ (исеме шунан алынған). Хәрәкәтһеҙ ваҡытта ҡанаттары түбә рәүешен ала. Әкрен осалар. Инә бөжәк йоморҡаларын япраҡҡа йәбешкән оҙон кылсыман һабаҡҡа һала. Личинкаларының кәүҙәһе йомшаҡ, төйөр һәм оҙон төк менән ҡапланған. Ауыҙы ҡорбандарыры тәненән һут һурыу өсөн үҙгәрә. Актив йыртҡыстар, үҫемлектәр буйлап иркен үрмәләйҙәр, үлән беттәре, бәбәк төргөстәр, япраҡ төргөстәр, бөжәктәрҙең йәш ҡорттары һәм йоморҡалары менән туйыналар. Ҡайһы бер төрҙәре үҙҙәренең үҫеш дәүерендә 300-400 үлән бетен юҡ итергә мөмкин. Үҫеште теүәлләп, личинка япраҡ аҫтында оҙонса, төк менән ҡапланған ҡуҙы үрә һәм ҡурсаҡҡаа әүерелә. 800-ҙән артыҡ төрө билдәле.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Бей-Биенко Г.Я. Общая энтомология. М., 1966; Росс Г., Росс Ч., Росс Д. Энтомология. М., 1985.
  • Татар энциклопедияһы (тат.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)
  2. Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.С.Мурзакаев, 2001)