Алшар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алшар
макед. Алшар
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Төньяҡ Македония
Административ-территориаль берәмек Кавадарци[d]
Содержит золотоносные руды[d], lorándite[d], Q12079166? һәм Q16718126?
Карта

Алшар — алтын-мышьяҡ-сурьма-таллий формацияһы булған файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығы, ул Төньяҡ Македонияның көньяғында Кавадарци общинаһында урынлашҡан. Был формация гидротермаль шарттарҙа, түбән температурала барлыҡҡа килгән. Таллийға бай ятҡылыҡта күпмелер ваҡыт дауамында мәғдән сығарыла. Црвен Дол шахтаһында ҡалған таллий мәғдәнендә әлегәсә 500 тоннаға яҡын таллий бар. Формациялағы лорандит минералы ҡояштантан килгән нейтрино ағымы параметрҙарын асыҡлау өсөн файҙаланыла[1][2]

Геология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Формация Карлин тибындағы алтын мәғдәне ятҡылығында. (Невада штатындағы (АҠШ) Карлин ятҡылығына оҡшаш) [3].

Сығарыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Црвен Дол шахтаһы сурьмаға ярлы, әммә мышьяҡ менән таллийға бай ҡатламда мәғдән сығара. Мәғдәндең төп өлөшөн реальгар, аурипигмент, мышьяҡлы пирит һәм марказит кеүек минералдар тәшкил итә.[4][5][6]. 1880 йылдан алып 1908 йылға тиклем ятҡылыҡта әүҙем рәүештә мәғдән сығарыла. Ошо осорҙа сурьма, мышаяҡ һәм таллий сығарыла[7].

Минералдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пирит, антимонит, реальгар һәм аурипигмент — былар мәғдәнде формалаштырыусы төп минералдар. Лорандит — ятҡылыҡтағы төп таллий минералы. Күп йылдар дауамында щахтала күп кенә башҡа минералдар ҙа табыла, мәҫәлән, янковичит (Tl5Sb9(As,Sb)4'S22), фангит (Tl3AsS4) һәм бернардит (TI(Sb,As)5'S5)[4].

LOREX[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Проект LOREX (LORandite EXperiment) был ятҡылыҡ мәғдәненән алынған лорандитты ҡояш нейтриноһы ағымы параметрҙарын билдәләү өсөн ҡуллана. Минералда таллий-205 бик күп, ул нейтриноны тотоу реакцияһы барышында ҡурғаш-205-те ала. Реакцияның нейтринонан башҡа юғары энергетикалы космик өлөшсәләр ярҙамында ла булдырылыуы ихтимал. Дөрөҫ мәғлүмәттәр алыу өсөн 2008—2010 йылдар дауамында ятҡылыҡтың төрлө тәрәнлегенән бихисап өлгөләр алып йыйыла[1][2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Pavicevic, M (1988). «Lorandite from Allchar — A low energy solar neutrino dosimeter». Nuclear Instruments and Methods in Physics Research Section A: Accelerators, Spectrometers, Detectors and Associated Equipment 271: 287. DOI:10.1016/0168-9002(88)90171-4. Bibcode1988NIMPA.271..287P.
  2. 2,0 2,1 Subotic, K. M. (1998). «Status of the LOREX: Geochemical»: 912. DOI:10.1063/1.57378.
  3. Volkov, A. V. (2006). «The Alshar epithermal Au-As-Sb-Tl deposit, southern Macedonia». Geology of Ore Deposits 48 (3): 175. DOI:10.1134/S1075701506030020. Bibcode2006GeoOD..48..175V.
  4. 4,0 4,1 Cvetković, Lj. (1995). «Jankovićite, Tl5Sb9(As, Sb)4S22, a new TI-sulfosalt from Allchar, Macedonia». Mineralogy and Petrology 53: 125. DOI:10.1007/BF01171951. Bibcode1995MinPe..53..125C.
  5. Pavicevic, M. (1988). «Crven Dol Tl deposit in Allchar: Mineralogical investigation, chemical composition of Tl minerals and genetic implications». Nuclear Instruments and Methods in Physics Research Section A: Accelerators, Spectrometers, Detectors and Associated Equipment 271: 297. DOI:10.1016/0168-9002(88)90172-6. Bibcode1988NIMPA.271..297P.
  6. Jankovic, S. (1988). «The Allchar Tl–As–Sb Deposit, Yugoslavia and its specific metallogenic features». Nuclear Instruments and Methods in Physics Research Section A: Accelerators, Spectrometers, Detectors and Associated Equipment 271: 286. DOI:10.1016/0168-9002(88)90170-2. Bibcode1988NIMPA.271..286J.
  7. Perciva, T. J. (1994). «Sedimentary-rock-hosted disseminated gold mineralization in the Alsar district, Macedonia». The Canadian Mineralogist 32: 649–665.