Алёна Мун

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алёна Мун
Aliona Moon
Төп мәғлүмәт
Исеме

Aliona Munteanu

Тулы исеме

Aliona Munteanu

Тыуған

25 май 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (34 йәш)

Тыуған урыны

Кишинёв, МССР, СССР

Ил

Молдова Молдова

Һөнәрҙәре

йырсы

Әүҙем йылдары

2010 — хәҙергә тиклем.

Йырлау тауышы

сопрано

Жанрҙар

поп

Псевдонимдар

Aliona Moon

 Аудио, фото, видео Викимилектә
Алена Мун, 2013.

Алёна Мун, тулы исеме Алёна Мунтяну[1] (рум. Aliona Munteanu[2], 25 май 1989 йыл, Молдавия, Кишинёв) — молдаван йырсыһы, 2013 йылда «Евровидение» йыр конкурсында «O mie» йыры менән Молдавия исеменән сығыш яһаусы[3][4][5].

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылда Алёна Мун «Йондоҙҙар Фабрикаһы 2» милли музыкаль шоуында ҡатнаша һәм 3-сө урын ала. «Йондоҙҙар Фабрикаһы 2» -ла ҡатнашҡандан һуң «Thumbs Up» төркөмөн булдырҙы. 2012 йылда ул Баку ҡалаһында «Евровидение — 2012» Паша Парфенийҙың бек-вокалисткаһы булараҡ сығыш яһағайны. Паша Парфений был конкурста «Lautar» йыры менән 11 урын алды[6].

Евровидение — 2013[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылдың 14 майында Мальмёла «Евровидение»ның беренсе ярым финалында Украина, Ирландия, Рәсәй, Белоруссия, Литва, Эстония, Нидерланд, Бельгия һәм Дания илдәре вәкилдәре менән бер рәттән конкурстың финалына сыға.

Конкурстың финалында 2013 йылдың 18 майында Алёна Мун 3 һаны аҫтында Литва ҡатнашыусыһынан һуң сығыш яһаны[7]. Һөҙөмтәлә, Алёна 11 урын биләне (шул уҡ урынды 2012 йылда Молдова вәкиле Алёнаның продюсеры, композитор һәм пианист Паша Парфений ҙә биләгән ине).

Клиптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жюри «Евровидение — 2013» конкурсында Молдова вәкиленең исемен әйтеп өлгөрмәй, йырсыны плагиатта ғәйепләнеләр. Баҡтиһәң, Алёнаның кейеме американ йырсыһы Кэрри Андервудтың «Грэмми» церемонияһы ваҡытында төрлө төҫкә инеп емелдәгән күлдәген бик ныҡ хәтерләткән икән[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. На Евровидении Молдову представит девушка-луна, trud7.md. 18 октябрь 2014 тикшерелгән. 2014 йыл 18 октябрь архивланған.
  2. Aliona Moon - Info | Facebook. Дата обращения: 18 март 2013.
  3. «Result: Aliona Moon to represent Moldova in Malmö»
  4. "Aliona Moon to represent Moldova!
  5. "Moldova: It’s Aliona Moon! 2013 йыл 19 июль архивланған.
  6. Участница "Евровидения" от Молдовы в гостях у E-motion (18.04.2013). 19 май 2013 тикшерелгән.
  7. Eurovision Song Contest 2013 (ингл.). Дата обращения: 17 май 2013. Архивировано 25 май 2013 года.(инг.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 май 2013. 17 май 2013 тикшерелгән.
  8. Алёну Мун обвинили в плагиате (18.03.2013). 22 март 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 23 июнь архивланған.