Ананенков Александр Георгиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ананенков Александр Георгиевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 13 май 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө эшҡыуар
Эш урыны Газпром
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены Дуҫлыҡ ордены орден Дружбы Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы
 Ананенков Александр Георгиевич Викимилектә

Ананенков Александр Георгиевич (13 май 1952 йыл) — инженер, газ сәнәғәте хеҙмәтәкре. 2004—2011 йылдарҙа «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары, 2002 йылдың 28 июненән — директорҙар советы ағзаһы[1]. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. Г. Ананенков (уң яҡта)

Александр Георгиевич Ананенков 1952 йылдың 13 майында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.

1974 йылда — Өфө нефть институтын, 1989 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы халыҡ хужалығы академияһын тамамлай[1]. Газ сәнәғәте әлкәһендә 1969 йылдан эшләй.

1989-1994 йылдарҙа — «Уренгойгазпром» производство берекмәһенең (әлеге ваҡытта — яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт «Газпром добыча Уренгой») Ямбург газ промыслаһы буйынса идаралығының генераль директоры урынбаҫары;

1994-1997 йылдарҙа — «Уренгойгазпром» производство берекмәһе генераль директорының беренсе урынбаҫары, баш инженер;

1997-2001 йылдарҙа — ООО «Ямбурггаздобыча» ЯСЙ-ның (әлеге ваҡытта — «Газпром добыча Ямбург» ЯСЙ-ы) генераль директоры;

2001 йылдың 17 декабренән — «Газпром» ААЙ-ы идаралығы рәйесе урынбаҫары;

2001 йылдан алып 2011 йылдың 30 декабренә тиклем — «Газ сәнәғәте» журналының баш мөхәррире[2][1].;

2004-2011 йылдарҙа — «Газпром» ААЙ-ы идаралығы рәйесе урынбаҫары.

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

  • Эре нефть һәм газ бизнесы менән шөғөлләнеүенән тыш, Александр Ананенков шулай уҡ фән өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Ул Рәсәй тау фәндәре академияһы, Халыҡ-ара фәндәр һәм сәнғәт Академияһы академигы. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор. 2 уйлап табыу авторы.

Александр Ананенков Рәсәй Көнсығышында берҙәм нефть һәм газ сығарыу һәм транспортлау системаһын булдырыу яҡлы сығыш яһай[1]. «АСУ ТП промыслов газоконденсатного месторождения Крайнего Севера» (М., 1999, авторҙаш) китабы авторы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[3].[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дуҫлыҡ ордены (Көньяҡ Осетия, 1996)
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1986)
  • «За освоение недр и развитие нефтегазового комплекса Западной Сибири» (1984)
  • Почёт ордены (2007)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]