Андреева Мария Андреевна (ғалим)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Андреева Мария Андреевна (ғалим)
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1924
Тыуған урыны Трифоново[d], Алишевское сельское поселение[d], Сосновка районы
Силәбе өлкәһе
Вафат булған көнө 2005
Вафат булған урыны Силәбе, Рәсәй
Һөнәр төрө гидролог, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Эш урыны Силәбе дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто Силәбе дәүләт педагогия университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә география фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы СССР мәғарифы отличнигы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Андреева Мария Андреевна (19 июль 1924 йыл15 июнь 2005 йыл) — ғалим-гидролог. География фәндәре докторы, профессор, Рәсәй тәбиғәт белеме академияһы академигы (2002).

Ер өҫтө һыуҙары гидрологияһы, синоптик, тыуған яҡты өйрәнеү һәм география методикаһы өлкәһендә 190-ға яҡын хеҙмәт, улар иҫәбендә дәреслектәр һәм монографиялар авторы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мария Андреевна Андреева 1924 йылдың 19 июлендә Силәбе өлкәһе Сосновка районының Трифоново ауылында тыуа.[2]

1942 йылда Силәбе педагогия училищеһын тамамлай, 1947 йылда — Силәбе педагогия институтының (хәҙер Көньяҡ Урал дәүләт гуманитар-педагогия университеты) география факультетын тамамлай. 1947—1955 йылдарҙа география уҡытыусыһы, һуңынан Силәбелә 18-се мәктәптең завуч булып эшләй. 1955—1962 йылдарҙа педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү институтында география кабинеты мөдире була. 1962—1964 йылдарҙа Пермь дәүләт университетының ҡоро ер гидрологияһы кафедраһы аспиранты була[2]. 1964 йылда «Физико-географические особенности озёр Челябинской области и их хозяйственное использование» темаһына кандидатлыҡ диссертация яҡлай[3] һәм тыуған юғары уҡыу йортона эшкә ҡайта. 1974 йылда «Гидрологический режим озёр Среднего и Южного Урала и влияние на него атмосферной циркуляции» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[4]

1974—2001 йылдарҙа Мария Андреева физик һәм иҡтисади география кафедраһы мөдире булып эшләй; 2002 йылдан Силәбе дәүләт педагогия университетының география һәм географияны уҡытыу методикаһы кафедраһы профессор-консультанты була. Бер үк ваҡытта 1974—2000 йылдарҙа — Рус география йәмғиәтенең Силәбе бүлексәһе рәйесе, 1977—1987 йылдарҙа СССР Мәғариф министрлығының география буйынса ғилми-методик комиссияһы ағзаһы була. 1986 йылдан М.А. Андреева аспирантураны етәкләй, уның шәхси етәкселегендә туғыҙ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.

2005 йылдың 11 июнендә Силәбелә вафат була һәм шунда ерләнә[5]

2020 йылдың 9 сентябрендә Көньяҡ Урал дәүләт гуманитар-педагогия университетының тәбиғи-технология факультетында (Бажов урамы, 48) Рус география йәмғиәтенең почетлы ағзаһы Мария Андреевна Андреева хөрмәтенә Рус география йәмғиәтенең иҫтәлекле таҡтаташын асыу тантанаһы уҙҙы. Ул бында 30 йылдан ашыу эшләне.[6]

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн», «Хеҙмәт ветераны», «Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең ҙур иҫтәлекле миҙалы» миҙалдары, шулай уҡ юбилей наградалары менән бүләкләнгән
  • «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы», «СССР-ҙың мәғариф отличнигы» һәм «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» исемдәренә лайыҡ.
  • «Рус география йәмғиәтенең почетлы ағзаһы» (1995).
  • 2000 йылда үҙ эшмәкәрлегендә уңышҡа өлгәшкән өсөн Мария Андреева «Йыл ҡатын-ҡыҙы» тип Америка биография институтының Халыҡ-ара советы тарафынан донъяның 100 эшлекле һәм профессиональ ҡатын-ҡыҙы иҫәбендә тәҡдим ителә[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]