Андрякова Мария Егоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Андрякова Мария Егоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 ноябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Мордовия Республикаһы, Рәсәй
Вафат булған көнө 25 декабрь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Мордовия Республикаһы, Рәсәй
Һөнәр төрө тракторсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы

Андрякова Мария Егоровна (4 ноябрь 1923 йыл — 25 декабрь 1995 йыл) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Мордва Республикаһы Старошайгов районының «Еңеү» колхозы тракторсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мария Егоровна Андрякова 1923 йылда хәҙер Мордва Республикаһының Старошайговский районы Ингенер-Пятина ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1938 йылда ябай колхозсы булып эшкә урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы тракторҙа прицепщик булып эшләй. 1944 йылда тракторсылар курсын тамамлай һәм «Фордзон» тракторы штурвалы артында ултыра.

1945 йылдан өҙлөкһөҙ "Еңеү"колхозында өлеән тракторсы булып эшләй. Киң профилле механизатор була. Йылдан йыл производство күрһәткестәрен яҡшыртып эшләй. 1965 йылда ул тракторҙа 750 гектар йомшаҡ ер һөрөүгә өлгәшә[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы указы менән ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүе һәм уңыш йыйыүҙа юғары күрһәткестәре өсөн Андрякова Мария Егоровнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Һуңынан склад мөдире вазифаһына күсерелә.

РСФСР Юғары Советының 7-се саҡырылыш депутаты, шулай уҡ Мордовия АССР-ының Юғары Советы депутаты, һәм Мельцан ауыл советы депутаты итеп һайлана.

Тыуған ауылында йәшәй. 1995 йылдың 25 декабрендә вафат була[2].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ була:

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иҫке Шайгово ауылында, Геройҙар мемориалында уның исеме мәңгеләштерелгән

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Трудовая правда - Четыре века Ингенер-Пятины. smotnik.ru. Дата обращения: 8 март 2020.
  2. Июль - 60 лет назад состоялось открытие. dereksiz.org. Дата обращения: 8 март 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои Социалистического Труда — уроженцы Мордовии. — Саранск, 1976.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]