Арыҫлан бөжәктәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арыҫлан бөжәктәр
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Отряд: Селтәр ҡанатлылар
Ғаилә: Муравьиные львы
Латинса исеме
Myrmeleontidae
ITIS 115093
NCBI 27427

Арыҫлан бөжәктәр (лат. Myrmeleontidae, рус.  Муравьиные львы ) — селтәр ҡанатлылар отрядынан бөжәктәр ғаиләһе. Ҙур кәүҙәлеләр, тышҡы яҡтан энә ҡараҡтарын хәтерләтәләр. 2 меңгә яҡын төрө билдәле, Рәсәйҙә — 10. Кәүҙә оҙонлоғо 18—30 мм, мыйыҡтары суҡмар һымаҡ, башынан һәм күкрәгенән ҡыҫҡараҡ; ҡуйы һоро төҫтә; ҡорһағы оҙон, нәҙек; ҡанаттары һуҙынҡы, төбенә таба тарайған, ваҡ йыш селтәрле, йәйелгәндә 56—70мм, алдағы ҡанаттары ҡоңғорт, башы һәм күкрәктәре һарғылт таплы; аяҡтары һарғылт-көрән төҫтә. Йәйенке, ҡыҫҡа личинкаларының ауыҙ өлөшө оҙон, алға сығып тора; ер өҫтөндә йәки ҡомда ҡорбандарын аулау өсөн конус һымаҡ соҡор ҡаҙалар. Ер өҫтөндәге төрлө бөжәктәр (айырым алғанда, ҡырмыҫҡалар) бүрәнкә һөҙәклелегенә эләгеп, ҡом бөртөгө ташҡыны менән бергә аҫҡа тәгәрәй һәм уларҙың еңел табышына әүерелә. Арыҫлан бөжәктәр асыҡ, яҡшы йылына торған урындарҙа, ҡарағай урманы буйҙарында, урман юлдары, йылға ярҙары буйында ҡом ишелмәләрендә йәшәй. Кис һәм төндә оса.

Арыҫлан бөжәк личинкаһы
Арыҫлан бөжәк личинкаһының аулау воронкаһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Сығанаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Захаренко А. В., Кривохатский В.  А.  1993. Сетчатокрылые (Neuroptera) европейской части бывшего СССР. Известия Харьковского энтомологического общества. 1(2), 34–83.