Аслаев Нуриман Сәйетгәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аслаев Нуриман Саитгареевич
Тыуған көнө

13 апрель 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (84 йәш)

Тыуған урыны

Башҡортостан АССР-ы, Туймазы районы, Иҫке Туймазы ауылы

Ил

СССР, Россия

Ғилми даирәһе

нефть сәнәғәте

Эшләгән урыны

«Туймазабурнефть» тресы

Награда һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены
III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены
III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены
СССР Дәүләт премияһы

Аслаев Нуриман Сәйетгәрәй улы (13 апрель 1939 йыл) — нефтсе. 1970—2002 йылдарҙа Өфө быраулау эштәре идаралығының быраулау мастеры һәм комплектлаусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1994), СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1986) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), 2‑се (1985) һәм 3‑сө (1976) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нуриман Сәйетгәрәй улы Аслаев 1939 йылдың 13 апрелендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Иҫке Туймазы ауылылында тыуған.

Эш урыны: «Туймазабурнефть» тресында 1962 йылдан эшләй башлай. Башта бурильщик була. 1970 йылда быраулау мастеры итеп тәғәйенләнә. 1996—2002 йылдарҙа — Өфө быраулау эштәре идаралығында (УБР) комплектовщик вазифаһын башҡара.

Аслаев Нуриман Сәйетгәрәй улы скважиналарҙа быраулау технологияһына электробур ҡулланыу ысулын индерә.

Туймазы, Сергеев, Өршәк нефть ятҡылыҡтарын, Дүртөйлө һәм Өфө яны нефть ятҡылыҡтарында быраулау эштәрендә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены (1976)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981)
  • II дәрәжә Хеҙмәт даны орденының (1985)
  • СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1986)
  • СССР дәүләт премияһы (1989)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1994)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]