Ағалы-ҡустылы Асланидиҙәрҙең тәмәке фабрикаһы бинаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Ағалы-ҡустылы Асланидиҙәрҙең тәмәке фабрикаһы бинаһы
«Братья И. и А. Асланиди» тәмәке фабрикаһы иҫке открыткала
«Братья И. и А. Асланиди» тәмәке фабрикаһы
иҫке открыткала
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Красноармейская урамы, 19
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы

Ағалы-ҡустылы Асланидиҙәрҙең тәмәке фабрикаһы бинаһы — Дондағы Ростов ҡалаһында XIX быуат[1] аҙағында төҙөлгән бина. Буденный проспекты һәм Красноармейская урамы мөйөшөндә урынлашҡан. Иң тәүҙә бинаны ағалы-ҡустылы Асланидиҙәрҙең тәмәке фабрикаһы биләй. Әлеге ваҡытта был 8-се ҡала дауаханаһының корпустарының береһе. Ағалы-ҡустылы Асланидиҙәрҙең тәмәке фабрикаһы бинаһы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[2] статусына эйә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1874 йылда ағалы-ҡустылы Иван Христофорович һәм Ахиллес Христофорович Асланидиҙәр тәмәке фабрикаһы төҙөйҙәр. Ул Скобелевская урамы һәм Таганрог проспекты (хәҙер Красноармейская урамы һәм Буденный проспекты) киҫешкән ерҙәге бинаны биләгән. 1913 йылда ағалы-ҡустылы Асланидиҙәрҙең тәмәке фабрикаһын «В. И. Асмолов и К°»[3] акционерҙар йәмғиәте һатып ала. 1920 йылда элекке тәмәке фабрикаһы бинаһында күҙ ауырыуҙары клиникаһы урынлаша. 1950-се йылдар башында бина ремонтлана һәм ҡала дауаханаһына тапшырыла. 1962 йылда бинала мемориаль таҡтаташ ҡуйыла, унда былай тип яҙылған: «Был йортта 1920—1952 йылдарҙа күренекле ғалим-офтальмолог, профессор К. X. Орлов йәшәгән һәм эшләгән». Ростов өлкәһе хакимиәте башлығының 1998 йылдың 9 октябрендәге 411-се ҡарары менән ағалы-ҡустылы Асланидиҙәрҙең тәмәке фабрикаһы бинаһы, төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булараҡ, дәүләт һаҡлауы аҫтына алына.

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике ҡатлы кирбес бина планда П рәүешле конфигурациялы. Фасадтары Красноармейская урамына һәм Буденный проспектына сыға. Уларҙың архитектура-художество йөҙөн ян яҡтарында урынлашҡан сығынтылар билдәләй. Беренсе ҡаты дүрткел таштар йәбештереп биҙәлгән. Беренсе ҡаттағы тәҙрә уйымдары йөҙлөктәр һәм йоҙаҡ таштары менән биҙәлгән. Икенсе ҡаттағы тәҙрәләр йөҙлөктәр һәм декоратив кәрниздәр менән биҙәлгән. Икенсе ҡаттағы балкондарҙың рәшәткәле ҡоймалары бар. Бина, бүлмәләр ике яҡлап урынлашҡан коридор системаһы буйынса планлаштырылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Шулепова Э. А. Материалы свода памятников истории и культуры РСФСР. Ростовская область.. — М.: Изд-во НИИ культуры, 1990. — С. 31.
  2. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 15 сентябрь 2013.
  3. Владимир Сергеевич Сидоров. Энциклопедия старого Ростова и Нахичевани-на-Дону. Дата обращения: 16 сентябрь 2013.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гегузин И. Страницы ростовской летописи. — Ростов-на-Дону, 1983. — С. 92—94.