Аҡҡанат сарлаҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
| Аҡҡанат сарлаҡ | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Chlidonias leucopterus (Temminck, 1815) |
||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 144268 |
Аҡҡанат сарлаҡ( урыҫ.Белокры́лая боло́тная кра́чка) (лат. Chlidonias leucopterus) — Европала таралған ҡош.
Йөкмәткеһе |
Ҡылыҡһырлама [үҙгәртергә]
Күгәрсендән бәләкәйерәк. Парлашып, күмәкләшеп йылға һәм күл өҫтөнән осоп йөрөйҙәр. Дөйөм төҫө йәшкелт ялтырауыҡлы ҡара. Ҡанаттары аҡһыл һоро, төпкә ҡарай ағара бара, ә төбө ап-аҡ. Суҡышы ҡара-ҡыҙыл, аяҡтары ҡыҙыл. Ҡойроғо бер аҙ ярылған, уның өҫтө аҡ. Башҡа сарлаҡтар менән бутау мөмкин түгел
Тауышы [үҙгәртергә]
Тауышы яңғырауыҡлы:"криии" һәм "кик-кик".
Йәшәү рәүеше [үҙгәртергә]
Түңгәкле һаҙлыҡтар, үлән һәм ҡамышлы күлдәр, ҡылылапҙа йәшәй. Һирәк осрай. Күсмә ҡош. Ояһы ерҙә, түңгәктәрҙә була. Ҡара көрән таплы 1-3 бөртөк йәшкелт һоро йомортҡа һала. Туҡланыуы Һыу бөжәктәре, ҡусҡар, һөлөк, сиңерткә, ҡуңғыҙҙар менән туҡлана.
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Delina, Hakan, Svensson, Lars, Der Kosmos-Vogelatlas, übersetzt von Peter H. Barthel, ISBN 3-7632-4277-5
- Urs N. Glutz von Blotzheim & Kurt M. Bauer (Hrsg.): Handbuch der Vögel Mitteleuropas, AULA-Verlag, Wiesbaden 1994; Band 8, Seite 993-1013 ISBN 3-89104-562-X
Һылтанмалар [үҙгәртергә]
- http://www.sakhalin.ru/boomerang/sea/b35.htm Жизнь моря