Аҡсарлаҡ (урыҫ. Серебристая чайка, лат. Larus argentatus)— сарлаҡтар ғаиләһенән булған Азияла, Европала һәм Төньяҡ Америкала йәшәүсе эре ҡош.
Ҡарғанан байтаҡ ҙур. Дөйөм төҫө аҡ, һорғолт ҡанаттарының осо ҡара, суҡышы һары, аяҡтары ҡыҙғылт һары. Күк сарлаҡтан ҙурлығы һәм төҫө менән айырыла.
Осҡанда шарҡылдап көлгәнгә оҡшаған тауыш сығара:"ха-ға-һа" йәки киҫкен "ҡъяҙу", ерҙә яңғырауыҡлы: "бах-бах-бах". Ерҙә ҡысҡырғанда, башын артҡа ташлап, суҡышын киң итеп аса.
Һык буйҙарында йәшәй. Бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөүсе ҡош. Һирәк осрай. Ояһын аулаҡ яр буйҙарында үлән һәм ҡауырһындарынан эшләй. Унда ҡара таплы 2-3 бөртөк йәшкелт һоро йәки һарғылт һоро йомортҡа һала
Төрлө аҙыҡ менән туҡлана: балыҡ, һыу бөжәктәре, сысҡан, йомран аулай, башҡа ҡоштарҙың ояларын туҙҙыра, емеш-еләк тә ашай.
Аҡ сарлаҡтың таралышы
Оялау урындары Йыл буйы Ҡышлау урындары
-
-
-
Аҡ сарлаҡ үҙенә суп тоҡсаһынан да аҙыҡ таба
-
-