Аҫылғужин Вәхит Ишмөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҫылғужин Вәхит Ишмөхәмәт улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 сентябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Үрге Нөгөш, Ғәлиәкбәр ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 16 февраль 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (59 йәш)
Һөнәр төрө Нефтсе (Ишембай)

Аҫылғужин Вәхит Ишмөхәмәт улы (27 сентябрь 1960 йыл — 16 февраль 2020 йыл) — Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәхит Ишмөхәмәт улы Аҫылғужин 1960 йылдың 27 сентябрендә БАССР-ҙың Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, һуңынан Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый. Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағандан һуң 1977 йылда Өфө нефть институтына уҡырға инә, Совет Армияһында хеҙмәт итә.

Вәхит Ишмөхәмәт улы 1982 йылдан алып «Ишембайнефть» нефть-газ сығарыу идаралығында эшләй. Ябай быраулаусынан алып ҙур предприятие етәксеһенә тиклем һөнәри үҫештең бөтә баҫҡыстарын да эҙмә-эҙлекле үткән. Быраулаусы, мастер, производство бүлегенең өлкән инженеры, Профсоюздар үҙәге геологы, өлкән геолог, НГДУ-ның баш технологы, идаралыҡ начальнигының баш инженеры, беренсе урынбаҫары.

2000 йылдан «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Ишембайнефть» филиалы етәксеһе[1]. Аҫылғужин В. И. Республиканың күп кенә нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә әүҙем ҡатнашыусы, сәнәғәтсе, йәмәғәт эшмәкәре.

Уйлап табыусы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ете уйлап табыу патенты һәм 30-ҙан ашыу рационализаторлыҡ тәҡдимдәре авторы
Скважиналарҙы ҡом һәм шлам тығындарынан таҙартыу өсөн насос[2]
  • Нефть тураһында өс тиҫтәгә яҡын мәҡәлә авторы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты.
  • Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы депутаты[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе.
  • «Һөнәргә тоғролоҡ» корпоратив премия[4].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Асылгужин Вахит Ишмухаметович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 69. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]