Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы
Уҡыу көйләүҙәре
Таңсулпан Бабичева | |||||
Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева | |||||
Тыуған ваҡыты: | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: | |||||
Һөнәре: |
актёр | ||||
Гражданлығы: | |||||
Әүҙем йылдары: |
с 1974 г. | ||||
Театр: | |||||
Наградалары: |
|
Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы (15 май 1953 йыл) — башҡорт театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981), Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) халыҡ артисы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева 1953 йылдың 15 майында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән ҡалаһында тыуған;
- 1974 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) тамамлай. Рафаэль Әйүпов курсында уҡый;
- 1974—2005 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй;
- 2005—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының художество етәксеһе;
- 1984 йылдан — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡытыусы;
- 2001 йылдан — режиссура һәм актёр оҫталығы кафедраһы мөдире.
Ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Театрҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зөбәржәт һәм Шәфәҡ (М. Кәрим, «Ай тотолған төндә»)
- Айһылыу (И. Абдуллин, «Айһылыуҙың айлы кистәре»)
- Илона Альгрен (Х. Вуолийоки, «Ят йондоҙ» — «Женщины Нискавуори»)
- Аҡйондоҙ, Мария Тереза (М. Кәрим — Р. Исрафилов «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар», «Ярлыҡау»)
- Гөл (М. Садиҡова, «Бергенәм, гөлгөнәм»)
- Диләфрүз (Т.Миңнуллин, «Диләфрүзгә дүрт кейәү»)
- Ольга Прозорова (А. П. Чехов, «Апалы-һеңлеле өсәү»)
- Филумена Мартурано (Э. де Филиппо, «Илай белмәгән ҡатын»)
- Һәҙиә Дәүләтшина (Ғ. Шафиҡов, «Һәҙиә») һәм башҡалар.
Был персонаждарҙа һуңғы тиҫтә йылдарҙа башҡорт сәнғәтендә кешелеклек йүнәлешенең артабан үҫешенә туранан-тура бәйле булған принципиаль үҙгәрештәр сағылыш тапты.
Кинола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Визит» (ҡыҫҡа метажлы) — Режиссёры Булат Йосопов, 2013[1].
- «На заре туманной юности» — Режиссёры Василий Панин. Производство: РитмМосфильм, Асе-Видео, 1997[2].
- «Русский роман» / «Russian Romance» — режиссёры Владимир Македонский. Производство: Рәсәй, Словакия, Германия: Infafilm (Мюнхен) / WN Danubius Film (Братислава) / Экран (Останкино), 1993, 2 сериялы[3].
- «Алтын атлы һыбайлы» (Всадник на золотом коне): Гөлбикә — Режиссёры Василий Журавлёв, «Мосфильм» киностудияһы, 1980[4].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзының идара ағзаһы[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1981).
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981).
- СССР халыҡтарының милли драматургияһы һәм театр сәнғәте буйынса IV Бөтә Рәсәй фестивале премияһы һәм дипломы (1982).
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1991).
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2000).
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәмәл. Актёр оҫталығы мәктәбе. (1 синыф). — Өфө, 2001.
Актёр тураһында мәҡәләләр һәм уның менән әңгәмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мортазина О. Баш ҡалала артистар һәм яҙыусылар социаль учреждениелар өсөн урындағы баҫмаларға яҙылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 9 декабрь[6].
- Романов В. Цель ее жизни — служение театру (К юбилею актрисы и театрального педагога Тансулпан Бабичевой). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2013, 15 май[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «КиноПоиск — Все фильмы планеты» сайты. Визит (рус.)
- ↑ ИНФОРМАЦИЯ О ФИЛЬМЕ «На заре туманной юности». «Кино-Театр.ru» сайты (рус.)
- ↑ ИНФОРМАЦИЯ О ФИЛЬМЕ «Русский роман / Russian Romance». «Кино-Театр.ru» сайты (рус.)
- ↑ ИНФОРМАЦИЯ О ФИЛЬМЕ «Всадник на золотом коне». «Кино-Театр.ru» сайты (инг.)
- ↑ Союз женщин Республики Башкортостан Список члеов правления 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 9 декабрь
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2013, 15 май (рус.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Саитов С. С. Тансулпан Бабичева. — Уфа, Китап, 1995.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)
- Мортазина О. Баш ҡалала артистар һәм яҙыусылар социаль учреждениелар өсөн урындағы баҫмаларға яҙылдыdate=2015-12-09 . «Башинформ». Дата обращения: 9 декабрь 2015.
- Бабичева Таңсулпан. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» сайты 2015 йыл 6 октябрь архивланған.
- Актёры. Фильмография. Бабичева Тансулпан Догиевна. «Кино-Театр.ru» сайты (рус.)
Категориялар:
- 15 майҙа тыуғандар
- 1953 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Дәүләкәндә тыуғандар
- Алфавит буйынса актёрҙар
- СССР актёрҙары
- XX быуат актёрҙары
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артистары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Башҡортостандың атҡаҙанған артистары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар