Байрамғолов Арыҫланғәле Шәйхиғәлләм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байрамғолов Арыҫланғәле Шәйхиғәлләм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Башҡорт АССР-ы
 РСФСР
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 ғинуар 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Әбделмәмбәт
Вафат булған көнө 17 июнь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Тимер ауылы, Бөрйән районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Байрамғолов Арыҫланғәле Шәйхиғәлләм улы (6 ғинуар 1924 йыл — 17 июнь 2006 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арыҫланғәле Шәйхиғәлләм улы Байрамғолов 1924 йылдың 6 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында[1] тыуған. 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алына. Снайпер була. Ике тапҡыр ҡаты яралана. Икенсе тапҡыр күҙе яралана, госпиталдә күҙенә протез ҡуйғас, 1944 йылдың 20 февралендә санинструкторҙар әҙерләү курсына уҡырға ебәрелә. Курсты тамамлағас, кесе сержант дәрәжәһе[2] бирелә һәм, һуғыш тамамланғансы ошо вазифала хеҙмәт итә.

1949 йылда демобилизациялана. Тимер ауылында йәшәй «Ҡыҙыл таң» колхозында 1991 йылға тиклем эшләй[3].

2006 йылдың 17 июнендә вафат була[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]