Балдаҡлы селәүсендәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Балдаҡлы селәүсендәр
Regenwurm1.jpg
Lumbricusырыуындағы ямғыр селәүсене
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Annelida Lamarck, 1809

Классы
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   64357
NCBI   6340
EOL   36

Балдаҡлы селәүсендәр, аннелидтар (Annelides), умыртҡаһыҙҙар тибы.


Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Күп күҙәнәкле, башлыса ирекле йәшәүсе хайуандар.Балдаҡлы селәүсендәр ҙурлығы бер нисә мм-ҙан алып 2,5 м-ға тиклем. Тәне күп һанлы сегменттарҙан (балдаҡтарҙан) тора, уларҙың һәр береһендә ҡабырға тирәһендәге төклө үҫентеләр — примитив аяҡтар, йәки параподиялар булыуы мөмкин. Тән ҡыуышлығы икенсел (целом). Бүлеп сығарыу ағзалары — метанефридиялар. Ҡан системаһы йомоҡ. Һулышы тире аша, ҡайһы ваҡыт айғолаҡтары була. Нервы системаһы ганглионар типлы. Балдаҡлы селәүсендәр айырым енесле, һирәгерәк гермафродит. Енси юл менән, ҡайһы ваҡыт енесһеҙ үрсей. Үҫеше метаморфоз менәнн (күп төклө селәүсендәр), йәки тура (аҙ төклө селәүсендәр, һөлөктәр). Тупраҡтың органик матдәләре, детрит, һыу хайуандары (бөжәк балағорттары, ваҡ ҡусҡарҙар һ.б.) менән туҡлана. Балыҡтар өсөн аҙыҡ, һыу ятҡылыҡтарының биологик индикацияһында ҡулланыла ала, Б.с. ҡайһы бер төрҙәре — паразит селәүсендәрҙең аралыҡ һәм резервуар хужалары.

Таралышы[үҙгәртергә]

БР тупрағында ямғыр селәүсендәре һәм энхетреидтар (аҡ, һирәгерәк һары йәки алһыу төҫтәге бик бәләкәй Б.с.) йәшәй, һыу ятҡылыҡтарында — һыу селәүсендәре, ике күҙле һөлөктәр, ҡусҡар һымаҡ һөлөктәр, стилярийҙар, трубочниктар һ.б. Медицина һөлөгө БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән 6 класы, яҡынса 8 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа аҙ төклө селәүсендәр (олигохеттар) класына ҡараған 34 төрө һәм һөлөктөң 13 төрө асыҡланған.