Эстәлеккә күсергә

Барабаш Яков Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яков Фёдорович Барабаш
Тыуған ваҡыты

24 май 1838({{padleft:1838|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны

Полтава губернаһы

Үлгән ваҡыты

25 октябрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (72 йәш)

Вафат урыны

Швейцария

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Ғәскәр төрө

Генераль штаб, казак ғәскәрҙәре

Хәрби звание

инфантериянан генерал

Командалыҡ итеү

Байкал аръяғы казак ғәскәре, Ырымбур казак ғәскәре

Наградалар һәм премиялар

Орден Святого Станислава 2-й ст. (1871)
Орден Святого Владимира 4-й ст. (1873)
Орден Святой Анны 2-й ст. (1876)
Орден Святого Владимира 3-й ст. (1880)
Орден Святого Станислава 1-й ст. (1887)
Орден Святой Анны 1-й ст. (1890)
Орден Святого Владимира 2-й ст. (1896)
Орден Белого орла (1899)
Орден Святого Александра Невского (1904)

Барабаш Яков Фёдорович
Флаг
Флаг
Байкал аръяғы өлкәһенең хәрби губернаторы
24 июнь 1884 — 6 февраль 1888
Алдан килеүсе: Ильяшевич Лука Иванович
Дауамсы: Хорошхин Михаил Павлович
 
Тыуған: 24 май 1838({{padleft:1838|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Полтава губернаһы[d], Малороссийское генерал-губернаторство[d], Рәсәй империяһы
Үлгән: 25 октябрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (72 йәш)
Швейцария

Барабаш Яков Фёдорович (24 май 1838 йыл25 октябрь 1910 йыл) — рус генералы, Байкал аръяғы өлкәһе һәм Ырымбур губернаһы губернаторы.

Яков Фёдорович Барабаш 1838 йылдың 24 майында Рәсәй империяһының Полтава губернаһында тыуған. Брест Александр кадет корпусында уҡый. 1858 йылдың 30 июнендә уны тамамлағас, подпоручик дәрәжәһенә күтәрелә һәм Ростов гренадерҙар полкына ебәрелә; 1861 йылдың 30 авгусында гвардия прапорщигы дәрәжәһендә лейб-гвардия Литва полкына күсерелә. 1863 йыл башында Генераль штаб Академияһына инә һәм 17 июндә подпоручик дәрәжәһенә күтәрелә. 1864 йылдың 19 апрелендә фәндәге уңыштары өсөн поручик дәрәжәһе ала.

1865 йылда, академияны тамамлағас, Барабаш Варшава хәрби округының тикшереү комиссияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә, аҙаҡ Киев хәрби округында 10-сы (1866 йылдың 3 апреленән, шул уҡ ваҡытта Генераль штабҡа беркетелеп штабс-капитан дәрәжәһенә күтәрелә һәм 30 августа капитан дәрәжәһенә күтәрелә) һәм 6-сы (1867 йылдың 13-сө сентябренән) пехота дивизияһының, 3-сө гвардия пехота дивизияһының (1869 йылдың 6 майынан), 10-сы пехота дивизияһының (1870 йылдың 13 апреленән) штабтарында өлкән адъютант булып хеҙмәт итә.

1871 йылдың 20 мартында Яков Федорович яңы тәғәйенләнеш ала: тәүҙә Иркутскигә, Иркутск хәрби округының ғәскәрҙәр командующийы эргәһендә махсус йомоштар өсөн штаб-офицер вазифаһына (28 марттан подполковник), ә ярты йылдан һуң — Ургаға, унда рус консуллығы конвойы етәксеһе була.

1872 йылдың декабрендә Барабаш Иркутск хәрби округы хәрби-топография бүлеге башлығының эштәр менән идара итеүсеһе итеп тәғәйенләнә. Шул ваҡытта ул Сунгари йылғаһы үҙәнендә статистик тикшеренеүҙәр үткәрә; шул уҡ ваҡытта Барабаштың тағы бер бурысы була: Маньчжурияның хәрби торошон мөмкин тиклем ентекле өйрәнергә. Иркутскиға ҡайтыу юлында Бурея йылғаһы һәм Бурея һырты араһында Амур өлкәһенең хәрби-топография бүлеге көстәре менән элек үткәрелгән төшөрөүҙе тикшерә.

1874 йылдың 31 мартында полковник дәрәжәһенә күтәрелә. 1874 йылдың 17 июленән 12 декабренә тиклем Барабаш Иркутск юнкерҙар училищеһы башлығы була. Һуңынан, Приморье өлкәһе ғәскәрҙәре штабы начальнигы булараҡ, 1876 йылда Японияға, Сахалин һәм Куриль утрауҙарына Рәсәй хөкүмәте комиссары сифатында, Японияға ҡараған Көньяҡ Сахалинды Куриль теҙмәһенең бер нисә утрауына алмашыу тураһында килешеүҙәрҙең үтәлеүен күҙәтеү өсөн һәм яңы территорияларҙа граждандар һәм хәрби идара урынлаштырыу өсөн командировкаға ебәрелә. Был хеҙмәте өсөн 2-се дәрәжә Изге Анна ордены һәм Японияның 3 дәрәжә Восходящее солнце ордены менән бүләкләнә.

1878 йылда Барабаш Приморье өлкәһе ғәскәрҙәре командующийы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. Бер йылдан һуң, хәрби-диңгеҙ базаһы ойоштороу өсөн яраҡлы урын табыу маҡсатында, Приморье бухталарын һәм порттарын тикшереүсе экспедицияла ҡатнаша. 1882 йылда тағы Маньчжурияға хәрби-дипломатик миссия менән бара, уларҙың йомғаҡтары буйынса Санкт-Петербургта һәм Иркутскиҙа ике тапҡыр баҫтырып сығарылған «Маньчжурия тураһында яҙмалар» төҙөй.

1883 йылдың 15 майында Барабаш генерал-майор дәрәжәһенә күтәрелә. Владивостокты диңгеҙҙән һәм ҡоро ерҙән обороналау планын төҙөй, Уссури крайында тимер юлдар һалыу уйы менән бәйле эҙләнеүҙәр үткәрә. 1884 йылда Рәсәй-Ҡытай сиктәрен асыҡлау буйынса төҙөлгән Комиссия рәйесе, ә шул уҡ йылдың 24 июнендә — Байкал аръяғы өлкәһенең хәрби губернаторы һәм Байкал аръяғы казак ғәскәрҙәренең наказлы атаманы итеп тәғәйенләнә.

1888 йылдың 8 февралендә Турғай өлкәһенең хәрби губернаторы һәм уның биләмәһендә урынлашҡан ғәскәрҙәр командующийы итеп тәғәйенләнә. 1894 йылдың 30 авгусында генерал-лейтенант дәрәжәһенә күтәрелә. 1899 йылдың 4 октябрендә генерал-лейтенант Барабаш Ырымбур губернаһы губернаторы һәм Ырымбур казак ғәскәрҙәренең наказлы атаманы итеп тәғәйенләнә. 1906 йылдың 20 мартында Сенат ағзаһы итеп тәғәйенләнә һәм шул уҡ йылдың 6 декабрендә инфантериянан генерал дәрәжәһенә күтәрелә.

Барабаш Яков Федорович 1910 йылдың 24 октябренән 25 октябргә ҡараған төндә[1] Швейцарияла йөрәк сиренән вафат була.

  • 2-се дәрәжә Изге Станислав ордены (1871 йыл)
  • 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены (1873 йыл)
  • 2-се дәрәжә Изге Анна ордены (1876 йылда)
  • 3-сө дәрәжә Изге Владимир ордены (1880 йыл)
  • 1-се дәрәжә Изге Станислав ордены (1887 йыл)
  • 1-се дәрәжә Изге Анна ордены (1890 йыл)
  • 2-се дәрәжә Изге Владимир ордены (1896 й.)
  • Аҡ бөркөт ордены (1899 йыл)
  • Изге Александр Невский ордены (1904 йылдың 6 декабрендә, 1908 йылда был орденға гәүһәр билдә бүләк итеп бирелә)

Яков Фёдорович Барабаш Хабаровск ҡалаһының сауҙагәр ҡыҙы Мария Ивановна Кузнецоваға өйләнә, дүрт балалары була: Вера (1878), Яков (1880—1920), Мария (1882), Леонид (1894).

Ырымбур губернаторының өлкән улы Яков Яковлевич Барабаш рус-япон һуғышы алдынан хорунжий чинында Байкал аръяғы казак ғәскәрҙәренә ебәрелә һәм 2 -се Аргун полкы составында япондарға ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Ул Беренсе донъя һуғышында ла ҡатнаша. Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында кесе Барабаш ҡыҙылдарға ҡаршы һуғыша һәм, әсирлеккә эләгеп, Красноярскиҙа 1920 йылда атып үлтерелә.

Барабаштар ғаиләһендә буласаҡ ҡаҙаҡ революционеры Алиби Тогжанович Джангильдин тәрбиәләнә. Барабаштар ғаиләһендә уны (суҡындырғандан һуң) Николай Владимирович Степных тип йөрөтәләр.

  1. Мурзанов А.
  • Семенов В. Г., Семенова В. П. «Губернаторы Оренбургского края». — Оренбург, 1999
  • Список генералам по старшинству. Составлен по 1 января 1910 г. Часть III. — СПб., 1910. — С. 10
  • Некролог // «Нива», октябрь, 1910
  • Барабаш, Яков Федорович // Военная энциклопедия : [в 18 т.] / под ред. В. Ф. Новицкого [и др.]. — СПб. ; [М.] : Тип. т-ва И. Д. Сытина, 1911—1915.