Батырлыҡ ордены

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Батырлыҡ ордены
Нигеҙләү датаһы 2 март 1994
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Юғарыраҡ дәрәжә Нахимов ордены[d]
Түбәнерәк дәрәжә «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены
Барлыҡҡа килеү урыны Мәскәү
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән көмөш
Изображение орденской планки
Лауреаттар категорияһы Категория:Батырлыҡ ордены кавалерҙары
 Батырлыҡ ордены Викимилектә

Батырлыҡ ордены (рус. Орден Мужества) — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы. Рәсәй Федерацияһы Президентының 1994 йылдың 2 мартындағы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары тураһында» 442-се Указына ярашлы булдырыла. Награда эскизы авторы — Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы Е. И. Ухналёв.

Орден менән йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, енәйәтселек менән көрәштә, стихиялы бәлә-ҡазалар һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында фиҙакәрлек, ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ, шулай уҡ хеҙмәт йәки гражданлыҡ бурысын үтәгән саҡта ғүмере өсөн хәүеф менән бәйле шарттарҙа, ҡыйыу һәм тәүәккәл ғәмәлдәр күрһәткән Рәсәй Федерацияһы граждандары бүләкләнә. Награда статуты буйынса Батырлыҡ ордены менән сит ил граждандары ла бүләкләнә ала.

2014 йылға ҡарата Батырлыҡ ордены менән бүләкләнеүселәр 100 меңдән ашҡан[⇨]. Орден статутына ярашлы ҡабаттан бүләкләү ҡаралған; өс һәм дүрт орден кавалерҙары бар[⇨].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены

СССР Юғары Советы Президиумының 1988 йылдың 28 декабрендәге Указына ярашлы «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены булдырыла. Юридик фәндәр кандидаты М. А. Рогов билдәләүенсә, орден статуты буйынса кешеләрҙе ҡотҡарғанда, йәмәғәт тәртибен һәм социалистик милекте һаҡлауҙа, енәйәтселек, стихиялы бәлә-ҡазалар һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр менән көрәштә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән СССР граждандарын бүләкләү ҡаралған[1].

1991 йылдың 25 декабрендә, РСФСР-ҙың Юғары Советы ҡабул иткән законға ярашлы, РСФСР Рәсәй Федерацияһы тип үҙгәртелә. 1991 йылдың 26 декабрендә СССР ғәмәлдән сығарыла, Рәсәй уның эсенән үҙаллы дәүләт булараҡ бүленеп сыға. 1992 йылдың 21 апрелендә Рәсәй халыҡ депутаттары съезы үҙгәртеүҙе раҫлай һәм РСФСР Конституцияһына тейешле төҙәтмәләр индерә, улар шул уҡ көндө, 1992 йылдың 16 майында, үҙ көсөнә инә. Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 2 мартындағы 2424-1 Указына ярашлы, Рәсәй наградлау системаһында дәүләт наградалары тураһында закон ҡабул ителгәнгә тиклем, СССР-ҙа ғәмәлдә булған ҡайһы бер отличие билдәләре, шул иҫәптән «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены һаҡланып ҡала[2].

Рәсәй Федерацияһы Президентының 1994 йылдың 2 мартындағы 442-се «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары тураһында» Указына ярашлы, башҡа наградалар менән бер рәттән Батырлыҡ ордены ла булдырыла. Тарихсы, тарих фәндәре кандидаты А. И. Гончаров уны «Шәхси батырлыҡ өсөн» совет орденының аналогы итеп ҡылыҡһырлай[3], ә ҡайһы бер сығанаҡтарҙа, Батырлыҡ ордены хоҡуҡи йәһәттән «Шәхси батырлыҡ өсөн» орденының вариҫы тип билдәләнә, сөнки уларҙың статуттарында бик күп оҡшашлыҡтар бар[4][5].

Николай II осоронда "Ополчение билеты"ндағы ополчение тәреһе һүрәте

Батырлыҡ орденын булдырыу барышында награданың формаһы һәм уның исеме тураһында бәхәстәр бара. А. И. Гончаров билдәләүенсә, яңы награданың эш атамаларының береһе булып «Ялҡынлы йөрәк» «(Пылающее сердце») тора, ул Американың «Пурпурное сердце» миҙалына аналогия буйынса бирелә.[3]. Эскиздарҙы эшләүҙә атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре А. М. Авербах, Дәүләт тарих музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре В. А. Дуров, тарих фәндәре докторы И. В. Можейко, тарих фәндәре кандидаты П. К. Корнаков ҡатнаша[3]. Бүләкләү билдәһе формаһын Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Геральдика советы рәйесе Георгий Вадимович Вилинбахов тәҡдим итә[3], ә ордендың һуңғы эскизы Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы Евгений Ильич Ухналев тарафынан эшләнә (1931—2015). Ухналев шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Дәүләт гербының, президент власы билдәләренең һәм Рәсәй Федерацияһының бер нисә юғары дәүләт нагрдаһының авторы булараҡ билдәле[6].

Батырлыҡ ордены нигеҙенә «Рупперт тәреһе» һалына, йәғни түңәрәк эсендә тәре. Рәсәй император армияһында шундай формала төрлө билдәләр була, мәҫәлән, 1812 һәм 1855 йылдарҙы ополчение тәреләре һәм Александр хәрби училищеһының күкрәк билдәһе[4], ләкин, А. И. Гончаров билдәләүенсә, «ул бер ҡасан да Рәсәй ордендарына хас булмай»[3]. Е. И. Ухналев орден билдәһенә өҫтән һалынған алтынға ялатылған Дәүләт гербын урынлаштырырға уйлай, әммә Рәсәйҙәге 1990 йылдар башындағы иҡтисади хәл тулыһынса был проектты тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирмәй, сөнки ундай рәүештә Батырлыҡ ордены күпкә ҡиммәт хаҡҡа төшөр ине[3].

Орден статуты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батырлыҡ ордены «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары» серияһынан 2015 йылғы Рәсәй почта маркаһында

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 7 сентябрендәге «Рәсәй федерацияһының наградлау системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында»ғы 1099-се Указы менән раҫланған орден статутына ярашлы Батырлыҡ ордены менән «кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа, йәмәғәт тәртибен һәм социалистик милекте һаҡлауҙа, енәйәтселек, стихиялы бәлә-ҡазалар һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр менән көрәштә фиҙакәрлек, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән, ә шулай уҡ хәрби, гражданлыҡ һәм хеҙмәт бурысын ғүмере өсөн хәүеф менән бәйле шарттарҙа ҡыйыу һәм тәүәккәл ғәмәлдәр башҡарған өсөн Рәсәй Федерацияһы граждандары бүләкләнә»[7].

Орден статуты менән шулай уҡ «Рәсәй Федерацияһы сиктәренән тыш стихиялы бәлә-ҡазалар, яңғындар, катастрофалар һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында Рәсәй Федерацияһы граждандарын ҡотҡарыуҙа фиҙакәрлек, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн» сит ил граждандары бүләкләнә алыуы билдәләнә[7].

Статутҡа ярашлы, орден менән үлгәндән һуң да бүләкләү ҡаралған[7]. Өс батырлыҡ орденына лайыҡ булған кеше «тағы ла бер тапҡыр ҡаһарманлыҡ йәки фиҙакәрлек күрһәткән» осраҡта Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә тәҡдим ителә ала[комм. 1].

Батырлыҡ ордены билдәһе күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа ордендары булған осраҡтарҙа Нахимов орденынан һуң урынлаша[комм. 2]. Статут буйынса шулай уҡ айырыуса мөһим осраҡтарҙа һәм көндәлек тормошта йөрөтөү өсөн Батырлыҡ орденының миниатюр күсермәһе;ул Нахимов орденының миниатюр күсермәһенән һуң урынлаштырыла[7].

Хәрби кейемдә орден таҫмаһы Нахимов ордены таҫмаһынан һуң урынлаштырыла. Гражданлыҡ кейемдә Батырлыҡ ордены таҫмаһы розетка рәүешендә күкрәктең һул яҡында тағыла[7].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ордендың артҡы яғы

Батырлыҡ ордены көмөштән яһала, остары түңәрәтелгән тигеҙ яҡлы тәренән ғибәрәт, тәренең ситтәре рельеф күтәрмәле һәм нурлы. Тәренең үҙәгендә Рәсәй Федерацияһының рельефлы Дәүләт гербы төшөрөлгән{[8][9]. Артҡы яғында, горизонталь буйынса, стилләштерелгән хәрефтәр менән «МУЖЕСТВО» һүҙе һәм ордендың һаны ҡуйылған. Ситенән — рельфлы күтәрмә. Тәре остары араһы 40 мм тәшкил итә [8][9]. Орден билдәһе элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө ҡалып менән тоташтырыла. Ҡалып ситтәренән аҡ буйҙар үткән ҡыҙыл төҫтәге ебәк муар таҫма менән ҡапланған. Таҫманың киңлеге — 24 миллиметр, буйҙарҙың киңлеге 2 миллиметр тәшкил итә [8][9].

Батырлыҡ орденының миниатюр күсермәһе ҡалыпта йөрөтөлә. Тәре остары араһы — 15,4 миллиметр, ҡалыптың аҫҡы мөйөштән урге яҡтың яртыһына тиклем бейеклеге — 10 миллиметр, һәр ҡабырғаның оҙонлоғо — 16 миллиметр, аҫҡы мөйөштө булдырған һәр яҡтың оҙонлоғо — 10 миллиметр[8][9].

Хәрби кейемдә таҫманы йөрөткән саҡта 8 миллиметрлыҡ планка ҡулланыла, таҫманың киңлеге — 24 миллиметр. Розетка рәүешендәге орден таҫмаһына көмөш төҫтәге металдан орден билдәһенең миниатюр һүрәтеберкетелә. Тәре остарының араһы 13 миллиметр тәшкил итә. Розетка диаметры— 15 миллиметр[8][9].

Бүләкләүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батырлыҡ ордены менән бүләкләнеүсе тәүге кавалерҙарҙың береһе Валерий Остапчук

«Коммерсантъ Власть» баҫмаһы билдәләүенсә, 2014 йылға ҡарата Батырлыҡ ордены менән 80 меңдән ашыу кеше бүләкләнгән[10]. Башҡа сығанаҡтарға ярашлы, Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгәндәрҙең дөйөм һаны 100 меңдән ашыу[11].

Батырлыҡ ордены кавалерҙары өсөн айырым ташламалар ҡаралмаған. Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән хәрбиҙәр армиянан отставкаға киткән саҡта бер тапҡыр ике оклад күләмендәге ярҙам алалар [12].

Батырлыҡ ордены менән бүләкләү тапҡыр 1994 йылдың 11 ноябрендә башҡарыла. Рәсәй Президенты Борис Ельциндың Указына ярашлы Баренц диңгеҙендә ҡаза күргән «Яхрома» теплоходы бортынан кешеләрҙе ҡотҡарған ваҡытта күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн Нарьян-Мар авиаотрядының хеҙмәткәрҙәре бүләкләнә: осоу отряды командиры урынбаҫары Валерий Евгеньевич Остапчук һәм вертолет командиры Валерий Павлович Афанасьев[10].

Орден менән бүләкләнеүселәр араһында күпселектә хәрбиҙәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре һәм ҡотҡарыусылар. «Коммерсантъ Власть» журналында, Батырлыҡ ордены менән бүләкләнеүселәрҙең күпселеге Төньяҡ Кавказдағы хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашыусылар, тип белдерә[10]; мәҫәлән, 1995 йылдың ғинуарында Грозныйҙы штурмлау ваҡытында автоматик рәүештә бөтә һәләк булғандар һәм яраланған хәрбиҙәр орден менән бүләкләүгә тәҡдим ителгән[13].

Батырлыҡ ордены менән ябай граждандар бүләкләнгән осраҡтар ҙа илдәле. Төрлө йылдарҙа орден менән, шул иҫәптән үлгәндән һуң, табиптар бүләкләнә: педиатр һәм хирург Л. М. Рошаль[14]), дәүләт эшмәкәре дипломат В. И. Чуркин[11]), мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре йырсы И. Д. Кобзон), хәрби журналист Е. Е. Поддубный[15]; Украина көнсығышындағы конфликт барышында һәләк булған журналистар А. Д. Волошин, А. С. Клян, И. В. Корнелюк, А. А. Стенин[16]), спортсы тенниссы А. Э. Чесноков.[17]), Мәскәүҙәге 263-се һанлы мәктәп педагогы А. Н. Кирилов[18]).

Батырлыҡ орденының иң йәш кавалеры — 7 йәшлек Евгений Табаков. Ул орден менән 2008 йылдың 28 ноябрендә (үлгәндән һуң) бүләкләнә : малай фатирға баҫып ингән көсләүсенән үҙенең өлкән апаһы Янаны яҡларға маташа, әммә енәйәтсе ҡулынан һәләк була[10].

Күмәк бүләкләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге күмәк бүләкләү беренсе чечен һуғышы осорона тура килә: орденға 137-се гвардия парашют полкының 3-сө көсәйтелгән парашют-десант батальны составы тулыһынса тәҡдим ителә. Әлеге батальон 1994 йылдың 1 декабренән алып 1995 йылдың 5 мартына тиклем Чечен Республикаһы территорияһында хәрби бурыстар башҡара. Һуңынан батальон артынан «Батырлыҡ батальоны» исеме нығытыла . Башҡа күмәк бүләкләү осраҡтары ла билдәле.

Күп тапҡыр орден кавалерҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Статус буйынса Батырлыҡ ордены менән күп тапҡыр бүләкләү ҡаралғанға күрә, күп тапҡыр наградалар кавалерҙары ла бар. Ике тапҡыр, өс һәм дүрт тапҡыр Батырлыҡ ордены кавалерҙары билдәле. Тикшеренеүсе К. А. Щеголев үҙенең «Современные награды России. Традиции и преемственность» (2009) исемле хеҙмәендә, 2003 йылға ҡарата 716 кеше күп тапҡыр әлеге наградаға лайыҡ булған, тип билдәләй, шул иҫәптән, ике тапҡыр — 682 кеше (шуларҙың 56-һы — үлгәндән һуң), өс тапҡыр — 35 кеше[5], шулай уҡ ул өс тапҡыр кавалерҙар исемлеген килтегән, шул уҡ ваҡытта әлеге исемлек тулы булмауы бар, тип өҫтәй [5]. Үҙ сиратында, Дәүләт думаһы депутаты Н. М. Безбородов килтергән мәғлүмәттәргә ярашлы, Батырлыҡ ордены менән 2001 йылдың 20 декабренә ҡарата орден менән ике тапҡыр бүләкләнеүселәр һаны 850[19].

Дүрт тапҡыр Батырлыҡ ордены менән бер нисә кеше бүләкләнгән, улар араһында:

  • полковник Андрей Валентинович Воловиков, хәрби осоусы, Рәсәй Федерацияһы Геройы[10][5][20];
  • полковник Сергей Владимирович Милицкий, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең «А» («Альфа») идаралығы хеҙмәткәре;
  • полиция полковнигы Алексей Викторович Новгородов, Рәсәй эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре;
  • полковник Александр Валерьевич Смирнов, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең «В» («Вымпел») идаралығы хеҙмәткәре (дүртенсе орден — үлгәндән һуң);
  • 1-се ранг капитаны Николай Иванович Филин, хәрби тәрән һыуҙа техниканы һынаусы, Рәсәй Федерацияһы Геройы (дүртенсе орден — үлгәндән һуң)[21];
  • полиция полковнигы Алихан Германович Цакаев, Чечен Республикаһы буйынса ФСВНГ Идаралығы ОМОН-ы командиры .
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев һәм Батырлыҡ орденының дүрт тапҡыр кавалеры Воловиков Андрей Валентинович, 2008 йылдың 15 октябре Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев һәм Батырлыҡ орденының өс тапҡыр кавалеры Лебедь Анатолий Вячеславович, 2011 йылдың 4 апреле Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Батырлыҡ орденының өс тапҡыр кавалеры Байкулов Вадим Владимирович, 2016 йылдың 17 марты

Геральдик йоғонтоһо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Һәләкәттән ҡотҡарған өсөн» миҙалы

Батырлыҡ ордены менән бер үк ваҡытта «Һәләкәттән ҡотҡарған өсөн» миҙалы ордены булдырыла, проект авторы — П. К. Корнаков. Миҙалдың тасуирламаһы рәсми рәүештә Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан 2010 йылдың 7 сентябрендә 1099-сы Указы менән раҫлана. Миҙалдың алғы яғында Батырлыҡ ордены билдәһенең рельефлы һүрәте төшөрөлгән[22].

Әлеге ике ордендың үҙ-ара бәйләнешенә А. И. Гончаров та иғтибар итә, ул шулай уҡ башҡа оҡшашлыҡтарҙы билдәләй, мәҫәлән, таҫма төҫтәре[23].

Комментарийҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Данное положение введено Указом Президента Российской Федерации от 16 декабря 2011 года № 1631 «О внесении изменений в некоторые акты Президента Российской Федерации».
  2. До 2010 года предусматривалось ношение ордена Мужества при наличии других орденов Российской Федерации после ордена «За заслуги перед Отечеством» IV степени. Указом Президента Российской Федерации от 7 сентября 2010 года № 1099 «О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации» был учреждён статут ордена Нахимова, а также изменён статут ордена Мужества.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Рогов, 2004, с. 63
  2. Гончаров А. И. Наградная система Российской Федерации: становление и развитие в 1992-2006 гг. // Новый исторический вестник. — 2007. — № 1 (15). — С. 160—166.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Гончаров, 2010
  4. 4,0 4,1 Деревянко О., Колесников С. Награды: Боевым награждается орденом // Братишка : журнал. — 2002. — С. 44—45. Архивировано из первоисточника 9 август 2018.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Щеголев, 2009
  6. Ухналев, Евгений Ильич. ТАСС. Дата обращения: 31 июль 2018.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Статут ордена Мужества // Указ Президента РФ от 07.09.2010 № 1099 «О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации» (вместе с «Положением о государственных наградах Российской Федерации», «Статутами орденов Российской Федерации, положениями о знаках отличия Российской Федерации, медалях Российской Федерации, почетных званиях Российской Федерации, описаниями названных государственных наград Российской Федерации и нагрудных знаков к почетным званиям Российской Федерации»). КонсультантПлюс. Дата обращения: 31 июль 2017.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Изотова, Царёва, 2008, с. 340
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Описание ордена Мужества // Указ Президента РФ от 07.09.2010 N 1099 "О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации" (вместе с "Положением о государственных наградах Российской Федерации", "Статутами орденов Российской Федерации, положениями о знаках отличия Российской Федерации, медалях Российской Федерации, почетных званиях Российской Федерации, описаниями названных государственных наград Российской Федерации и нагрудных знаков к почетным званиям Российской Федерации"). consultant.ru. КонсультантПлюс. Дата обращения: 4 август 2017.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Зайцев В. Все награды России // Коммерсантъ Власть : журнал. — 3 марта 2014. — № 8 (1063). — С. 55.
  11. 11,0 11,1 Путин посмертно наградил Чуркина Орденом Мужества. TJ (21 февраль 2017). Дата обращения: 1 август 2018. 2018 йыл 1 август архивланған.
  12. Щеголев, 2009, с. 277
  13. Белогруд В. Танки в боях за Грозный. Часть 1. // Фронтовая иллюстрация. — 2007. — № 9. — С. 50.
  14. Глушакова Е. Путин наградил Кобзона и Рошаля. РИА Новости (27 март 2003). Дата обращения: 1 август 2018.
  15. Мельникова А. Евгений Поддубный: репортеры не развязывают войны. РИА Новости (27 ғинуар 2016). Дата обращения: 1 август 2018.
  16. Матвиенко вручила посмертные награды родственникам погибших на Украине. РИА Новости (17 ноябрь 2014). Дата обращения: 1 август 2018.
  17. Указ Президента Российской Федерации от 29 сентября 1995 года № 975 «О награждении орденом Мужества Чеснокова А. Э.» Сайт Президента России. Дата обращения: 24 ғинуар 2017.
  18. Погибшие при стрельбе в школе награждены орденами Мужества. РИА Новости (6 февраль 2014). Дата обращения: 1 август 2018.
  19. Стенограмма заседания 25 января 2002 г. Официальный сайт Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации. Дата обращения: 13 август 2018.(недоступная ссылка)
  20. Смирнов В. С. Воловиков Андрей Валентинович. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 7 август 2018.
  21. Малашёнков Е., Советов К. Филин Николай Иванович. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 5 июль 2019.
  22. Описание медали «За спасение погибавших» // Указ Президента РФ от 07.09.2010 N 1099 "О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации" (вместе с "Положением о государственных наградах Российской Федерации", "Статутами орденов Российской Федерации, положениями о знаках отличия Российской Федерации, медалях Российской Федерации, почетных званиях Российской Федерации, описаниями названных государственных наград Российской Федерации и нагрудных знаков к почетным званиям Российской Федерации"). consultant.ru. КонсультантПлюс. Дата обращения: 2 август 2018.
  23. Гончаров, 2010, с. 155

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гончаров А. И. Наградная система Российской Федерации. — М.: Посев, 2010. — 280 с. — ISBN 978-5-85824-198-0.
  • Гусев И. Е. Ордена, медали и наградные знаки от Петра I до современности / И. Е. Гусев. — М.: АСТ, 2014. — 159 с. — ISBN 978-5-7793-2432-8.
  • Изотова М. А., Царёва Т. Б. Все награды России и СССР. Ордена, медали и нагрудные знаки. Полная энциклопедия орденов и медалей России. — Ростов н/Д: Вадис: М.: РИПОЛ классик, 2008. — 432 с. — (Большой энциклопедический словарь). — ISBN 978-5-9567-0344-1 (Все награды России и СССР).
  • Мужества орден // Монголы — Наноматериалы. — М. : Большая российская энциклопедия, 2013. — С. 383. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 21). — ISBN 978-5-85270-355-2.
  • Рогов М. А. История наград и знаков МВД России (1802—2002). — М.: «Интерпресс», 2004. — 543 с. — ISBN 1-932525-24-6.
  • Щеголев К. А. Современные награды России. Традиции и преемственность. — М.: Вече, 2009. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-3696-3.