Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан климаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Климат
Дөйөм характеристика

Климат тибы
Йыллыҡ уртаса температура, °C
Температура айырмалылығы, °C


континенталь
+0,3

Температура

Максималь, °C
Минималь, °C



Яуым-төшөм

Яуым-төшөмдәр һаны, мм
Ҡар ҡатламы, айлыҡ


600
4—5

Ел

Елдең уртаса тиҙлеге, м/с


4,3

Һауа дымлылығы

Һауа дымлылығы, %


78

Болотлолоҡ

Дөйөм, балдар
Иң аҙ, балл


7,1
5,3

Ҡояш балҡышы

Ҡояш балҡышы, сәғәт


3444

Башҡортостана климаты — Башҡортостан Республикаһындағы климат.


Башҡортостан климаты картаһы

Дөйөм характеристика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр тарихилыҡ принцибын, шулай уҡ тарихи һәм логик берҙәмлек принцибын ҡулланһаҡ, тау тоҡомдары һәм улар менән бәйләнгән файҙалы ҡаҙылмалар артынса беҙ климатты ҡарарға тейешбеҙ. Ул геологик тарихта тау тоҡомдары артынса барлыҡҡа килгән атмосфераның үҙсәнлектәрен сағылдыра.

Тарихилыҡ принцибын күҙәтеп, иң тәүҙә климаттың барлыҡҡа килеү шарттарын асырға, детерминизм принцибына таянып, сәбәптәрҙе, йәғни климатты барлыҡҡа килтереүсе факторҙарҙы асырға кәрәк. Улар араһында төп шарттар түбәндәгеләр:

  1. Башҡортостандың уртаса бүлкәттәге урыны.
  2. Диңгеҙҙәрҙән һәм океандарҙан йыраҡлығы.
  3. Көнбайыштан Көнсығыш-Европа тигеҙлеге менән сикләнеүе.
  4. Көнсығышта Урал тауҙары.
  5. Төрлөһө

Башҡортостандың уртаса бүлкәттәге урыны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың уртаса бүлкәттәге урыны уның климатының уртаса ҡитғалығын билдәләй. Уның диңгеҙ һәм океандарҙан йыраҡлығы климаттың ҡитға климатына хас булыуын көсәйтә. Ошо ике күрһәткес бергә ҡушылып, Башҡортостандың күп өлөшөндәге клима йоғонтоһо төрлөсә. Атлантик океан һауаһы көнбайыштан һәм көньяҡ- көнбайыштан үтеп инә, ул үҙе менән яуым-төшөм алып килә, ҡышын көндө йомшарта, йәйен селләне кәметә. Арктиканың һалҡын ҡоро һауаһы йоғонтоһонда, киреһенсә, ҡышын көн һыуыта, йәйен эҫелек һүрелә төшә. Арктик һауа массаһы таралғанда аяҙ ҡоро көндәр тора. Ә тропик һауа эҫе ҡоро көндәр алып килә. Климатҡа Атлантик океандан һәм Арктиканан килгән һауа массаларының йоғонтоһо бик ҙур. Башҡортостанды шулай уҡ Урта Азияның ҡитға тропик һауа массалары, һирәгерәк булһа ла Урта диңгеҙҙең тропик һауаһы солғап ала

Урал тауҙарының йоғонтоһо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Республика территорияһында һауа массаларының йыш алмашынып тороуы һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүсәнлегенә һәм айырым йылдарҙа тотороҡло булмауына килтерә. Урал тауҙарыны Башҡортостан климатына йоғонтоһо ҙур. Атлантиканың һауа массалары Урал тауҙарына килеп бәрелеп, уның көнбайыш битләүҙәре буйлап өҫкә күтәрелә. Шунда әкренләп һыуына һәм дымдан бушана. Шуға күрә Уралдың көнбайыш итәктәрендә яуым-төшөм Көнбайыш Башҡортостандағыға ҡарағанда күберәк (йылына 600 мм һәм унан да ашыу). Климатты барлыҡҡа килтереүсе шарттарҙың артынса, тарихилыҡ принцибына ярашлы рәүештә, инде климаттың ваҡыт һәм урын арауығында нисек үҙгәреүен ҡарайыҡ. Көнбайыш Башҡортостандың климаты көнбайыштан көнсығышҡа табан һәм көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай үҙгәрә. Көнбайыштан көнсығышҡа табан хәрәкәт иткәндә уртаса йыллыҡ яуым-төшөмдөң арта барыуы һиҙелә. Мәҫәлән, көнбайышта, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында, был дәүмәл йылына 400 мм-ға етә, ә Ағиҙел йылғаһынан көнсығышҡа ҡарай 600 мм-ға арта. Көнсығыш йүнәлештә уртаса йыллыҡ температура, киреһенсә, Көнбайыш Башҡортостанда 2,5°-тан, Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүҙәрендә 2°-ҡаса түбән төшә. Көньяҡтан төньяҡҡа табан хәрәкәт иткәндә уртаса йыллыҡ температураның түбәнәйеүе тағы ланығыраҡ һиҙелә. Йыл миҙгелдәре араһында температураның тирбәлеүе тағы ла юғарыраҡ. Ҡышын һыуыҡтар −50°-ҡаса етә, йәйен һауа 40°-ҡа тиклем ҡыҙа. Ҡыш бында ғәҙәттә ноябрь урталарында башлана. Ошо ваҡытта ҡар ята, һыуыҡтар булғылап тора, шулай ҙа йыш ҡына Атлантика һауа массалары йылы көндәр килтерә, епшек ҡар, хатта ямғыр ҙа яуып ҡуя. Иң һыуыҡ ай — ғинуар. Уның уртаса айлыҡ температураһы −15°.

Яҙ марттың өсөнсө ун көнлөгөнән башлана. Апрелдең тәүге яртыһында ҡар ирей, йылғалар асыла, майҙа иһә ағастар йәшәрә, әммә көндәр йыш ҡына ҡапыл һыуытып ебәргеләй. Арктиканың һалҡын һауа массалары бындағы баҡса һәм сәсеүлектәр өсөн һәләкәтле ҡырауҙар алып килә.

Йәйҙең иң эҫе айы — июль. Уртаса айлыҡ температура июлдә 19° самаһы. Йәйге көндә һауа торошо һауа массаларының йоғонтоһо менән билдәләнә. Өлкәне көньяҡтан килгән тропик һауа массалары солғап алған мәлдә бында ҡоро эҫе көндәр оҙаҡ ҡына тороуы мөмкин. Бындай йылдар йыш ҡына ҡоролоҡло килә. Атмосфера баҫымы төшкәндә бында Атлантиканан циклондар бәреп инә. Улар эҫелекте кәметә һәм ямғыр алып килә.

Таулы Башҡортостандың һәм уның Урал аръяғының климат шарттарын күп йәһәттән Урал тауы билдәләй. Климат картаһы буйынса тауҙарҙағы уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдарының арта барыуын (600 мм һәм күберәк) күреүе ҡыйын түгел. Тауҙарға күтәрелгән һайын уртаса йыллыҡ температура яйлап ҡына түбәнәйә (0,5°-ҡаса). Тауҙарҙа яуым-төшөм миҡдарының артыу һәм температураның түбән төшөү сәбәбе һеҙгә билдәле. Бейеклеккә ҡарап температураның түбәнәйеүе йәйен һалҡын көндәрһеҙ осорҙо ҡыҫҡарта. 1000 м һәм унан да бейегерәк урындарҙа ҡыш тигеҙлектәгегә ҡарағанда 1,5—2 ай самаһы оҙайлыраҡ. Ҡар ҡатламы октябрҙә үк ята һәм май айына тиклем ҡуҙғалмай. Көньяҡ Урал тауҙарында ғинуарҙың уртаса айлыҡ температураһы −16°, июлдеке 17°.

Башҡортостандың Урал аръяғында климат шарттары үҙгәреүсән. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300 миллиметрғаса кәмей. Июлдә уртаса айлыҡ температура 19°-ҡа саҡлы менә, ә ғинуарҙың уртаса айлыҡ температураһы, Таулы Башҡортостандағы кеүек, −16° көйөнсә ҡала, Көнбайыш Башҡортостан менән сағыштырғанда, Урал аръяғының климаты шаҡтай ҡорораҡ һәм ҡитғаныҡы. Көньяҡ Урал Көнбайыш Башҡортостандың уртаса ҡитға климаты менән Башҡортостандың Урал аръяғындағы ҡитға климаты араһында үҙенә күрә бер тәбиғи сик ролен уйнай.

Кеше —> климат һәм климат —> кеше үҙ-ара бәйләнешле. Был йоғонто атмосфераны бысратыуҙа сағыла. Башҡортостанда атмосфераның бысраныуы шаҡтай юғары. Атмосфераға ағыулы матдәләр сығарыу (мең тонналарҙа): 1987 йылда — 1809,7 һәм 1996 йылда — 1417,2, шул иҫәптән транспорт саралары ҡалдыҡтары шуға ярашлы 661 һәм 678,9 (48,4 % самаһы), һауаға осоролған ағыулы матдәләрҙең байтағы (50%-тан ашыуы) нефть химияһы комплексы предприятиелары өлөшөнә тура килә. Сығарылған ағыулы матдәләр араһында көкөртлө ангидрид яртыһын тиерлек, 32%-ын углекислота, 4%-ын ҡаты киҫәксәләр тәшкил итә, бынан тыш һеркә, фенол, аммиак һәм башҡа зарарлы матдәләр бар.

Бигерәк тә нефть химияһы ҡоролмалары һәм торба үткәргестәр шартлауы ныҡ ҡурҡыныс. Был саҡта ағыулы матдәләр бер юлы — залп менән сығарыла һәм кешеләрҙең һәләк булыуы менән ғибрәтле. (Үҙегеҙгә билдәле булған шундай миҫалдарҙы килтерегеҙ. Ни өсөн бындай авариялар булып тора?)

Зарарлы матдәләрҙе айырыуса күп сығарыу сәнәғәт үҙәктәрендә — Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембайҙа күҙәтелә. 1980—1985 йылдарҙа зарарлы матдәләрҙе атмосфераға осороу Өфөлә йәшәгән һәр кеше иҫәбенә йылына 400 килограмдан ашып китте, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән дә юғарыраҡ.

Бысратыуҙы күҙәтеп тороу түгел, ә уға ҡаршы көрәш — бына нәмә хәҙер иң мөһиме. Тәбиғәтте һаҡлау сараларының үтәлешен Башҡортостан Республикаһы Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты тикшереп тора. 1992 йылдан «Башҡортостан Республикаһының экология кодексы» ғәмәлгә индерелде. Предприятиеларға зарарлы матдәләр сығарған өсөн түләү һәм бындай матдәләрҙе сығарыуҙың юл ҡуйылған күләме билдәләнгән. Уны арттырып ебәргән осраҡта предприятиелар бик ҙур штраф түләргә тейеш.

Башҡортостанда атмосфераға газ сығарыуҙы кәметеү, сәнәғәт предприятиелары һәм транспорт сараларының зарарлы матдәләрҙе һауаға сығарыуын ҡыҫҡартыу сараларының тотош бер комплексы эшләнгән. Газ таҙартыу ҡоролмаларын төҙөүгә бик күп аҡса тотонола. Быларҙың бөтәһе лә ҡалаларыбыҙ өҫтөндәге һауала зарарлы матдәләрҙе шаҡтай кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

Республиканың төп климат күрһәткестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Көнбайыш Башҡортостанда йыллыҡ яуым-төшөм миҡдарының уртаса (400—600 мм) булыуы.
  2. Атлантик һауа массаларының баҫып инеүе.
  3. −50°-ҡа еткән ҡышҡы һыуыҡтар.
  4. Тропик һауа массаларының баҫып инеүе.
  5. Майҙа һәм июнь башында ҡырауҙар.
  6. Башҡортостандың Урал аръяғында атмосфера яуым-төшөмөнөң йылына 300 миллиметрға тиклем кәмеүе.
  7. 40°-ҡаса еткән йәйге селлә.
  8. Тауҙарҙа һыуыҡ көндәрһеҙ осорҙоң ҡыҫҡарыуы.
  9. Көнбайыш Башҡортостанда 5 айға һуҙылған ҡыш.
  10. Тауҙарҙа уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдарының 600 мм-ға һәм унан да күберәккә артыуы.
  • Хисмәтов. М. Ф., Сухов В. П. Башҡортостан географияһы.9 класс өсөн дәреслек. Өфө «Китап»2001 й. 200 бит. ISBN 5-295-02757-0 (урыҫ) ISBN 5-295-02870-4 (башҡ)
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Ҡалып:Климат субъектов Российской Федерации