Башҡорт теле көнө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт теле көнө
Башҡорт теле көнө
Төрө Мәҙәни
Рәсми Башҡорт теле көнө
башҡаса Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө
Раҫланған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировтың указына ярашлы
Башланған ваҡыты 2015
Көнө 14 декабрь
Арналған күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө

Башҡорт теле көнөбашҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнгән.[1]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн, 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә, рәсми рәүештә 2019 йылдан үткәрелә. Үҙ туған телен, ата-әсәләрен, олатайҙарын, йүндәрен өйрәнеү цивилизациялы кеше өсөн мотлаҡ. Беренсенән, был кешенең рухи донъяһын байыта, икенсенән, туған телде өйрәнеүҙе күпкә еңеләйтә.[2]

Был көндә Башҡортостанда һәм ситтә төрлө саралар: онлайн һәм офлайн форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән интернет-флешмоб, викториналар, лекциялар, асыҡ дәрестәр үткәрелә, йылға йомғаҡ яһала, бынан алда уҙғарылған конкурстарҙың еңеүселәре бүләкләнә, киләһе йылға гранттар иғлан ителә. Сарала республиканың барлыҡ мәҙәниәт һәм белем биреү учреждениелары ҡатнаша.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ГТРК Башҡорт теле көнө 2021 йыл 6 октябрь архивланған.