Баһауетдинов Фәтих Йәһүҙә улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баһауетдинов Фәтих Йәһүҙә улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 март 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1] (73 йәш)
Тыуған урыны 2-се Сулпан ауылы, Күсәрбай ауыл Советы, Благовар районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө ғалим, университет уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Әүҙемлек урыны Башҡорт дәүләт аграр университеты[1]

Баһауетдинов Фәтих Йәһүҙә улы (30 март 1951 йыл) — ғалим-тупраҡ белгесе. 1976 йылдан СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалы Биология институты хеҙмәткәре, 1984 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1997 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1997), профессор (1998).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәтих Йәһүҙә улы Баһауетдинов 1951 йылдың 30 мартында БАССР-ҙың Благовар районы 2-се Сулпан ауылында тыуған.

1973 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1976 йылдан алып Биология институтында эшләй. 1984 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1997 йылдан Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡыта.

Фәнни хеҙмәттәре тупраҡтың органик матдәләрен өйрәнеүгә арналған. Фәтих Йәһүҙә улы серетмәнең төп компоненттарының яңырыу баланс моделен тәҡдим итә, был үҙ сиратында тупраҡтың органик ҡушылмаларының трансформацияһын билдәләргә, серетмә матдәләренең тәьҫир итеү үҙенсәлектәрен асыҡларға мөмкинлек бирә. Ул 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Минимальная обработка и воспроизводство плодородия типичного чернозёма. Уфа, 1993 (авторҙаш)[2]
  • Воспроизводство плодородия серых лесных почв. Уфа, 1999 (авторҙаш)[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]