Безелдәк
| Ҡоштар | |
|---|---|
| Безелдәк | |
| Батшалыҡ | Хайуандар |
| Тип | Хордалылар |
| Класс | Ҡоштар |
| Отряд | Турғай һымаҡтар |
| Ғаилә | Алаҡас турғайҙар |
| Ырыу | Ҡупшыҡайҙар |
| Төр | Безелдәк |
| Халыҡ-ара фәнни исеме | |
| Locustella naevia Boddaert, 1783 | |
Безелдәк (урыҫ. обыкновенный сверчок, лат. Locustella naevia) — алаҡас турғайҙар ғаиләһендәге йырсы ҡоштарҙың бер төрө. Евразияның ылыҫлы урмандарында киң таралған. Йырсы ҡош булараҡ был ҡошто өйҙә ситлектә тоталар.
Ҡаурыйҙары ҡара таптар менән ҡапланған, һары-һорғолт төҫтә. Аҫты һары таптар менән ҡапланған. Ҡанаттары киң, ҡыҫҡа ҡойроғоноң осо түңәрәкләнеп тора.
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Тереклек итеүе
Европаның урман зонаһында киң таралған. Күберәк таулы һәм ылыҫла урмандарҙа йәшәй. Безелдәк Башҡортостанда ла киң таралған. Ҡайһы бер райондарҙа сиңерткә турғайы тип тә йөрөтәләр. Парлашып йәшәйҙәр. Сентябрь аҙаҡтарына өйөргә тупланып осоп китәләр.
Туңмай торған шишмә-йылғалар булғанда, ҡышҡылыҡҡа ҡалған осраҡтар ҙа бар.
Ҡарағай, йәки шыршы ағастарында оя ҡора. Ояһын ағас ботағы, үлән, мүктән үреп ағас башына ҡора.
[үҙгәртергә] Туҡланыуы
Төрлө ваҡ бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Ҡыш ҡайын, ерек ағасы емештәре менән туҡлана.
[үҙгәртергә] Үрсеүе
Көрәнһыу таптар менән ҡапланған 4-6 йомортҡа һала.
[үҙгәртергә] Төрҙәштәре
- Йылға безелдәге - речной сверчок (locustella fluviatailis Wolf)
- Йырсы безелдәк - соловьиный сверчок (turdus philomelos Drehm)