Березин Владимир Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Березин Владимир Александрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 апрель 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Орёл, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө журналист, алып барыусы, актёр, телетапшырыуҙар алып барыусы, радиоведущий
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы премия МВД России
Рәсми сайт v-berezin.ru
 Березин Владимир Александрович Викимилектә

Березин Владимир Александрович[1] (3 апрель 1957 йыл) — СССР һәм Рәсәй дикторы, актер, тележурналист, теле- һәм радиотапшырыуҙар алып барыусы. Кремлдә, мэрияла концерт һәм рәсми сараларҙы, шулай уҡ күп фестивалдәрҙе,[2] телевизион тапшырыуҙарҙы һәм шоуҙарҙы алып барыусы[3]. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Александрович Березин 1957 йылдың 3 апрелендә Орёл ҡалаһында тыуған.

Атаһы Кавказ мосолманы, чечен, өс ҡатыны булған. Әммә Березин уның менән йәшәмәгәнлектән, фамилияһын әсәһе яғынан ала.

Орел мәҙәниәт колледжында режиссура факультетында, ә һуңыраҡ Урал дәүләт университетының журналистика факультетында уҡый.

1980 йылда уҡ Березин Свердловск телевидениеһында дикторҙар бүлеген етәкләй. Ул был урында 10 йыл ҡала. Әйткәндәй, был осраҡлы ғына була тиерлек — Борис Ельцин урындағы телевидениела Березинды күреп ҡала, ул уны Свердловскиға үҙенә саҡыра[4]. Ә инде унда Останкино етәкселеге уға иғтибар итә, һәм Березин Мәскәүҙә була.

1990 йылдар башында Владимир Березин Үҙәк телевидениела эшләй. Диктор ҡатнашлығындағы проекттар араһында — «Доброе утро» программаһы, шулай уҡ балалар өсөн «Спокойной ночи, малыши!» тапшырыуы[5].

1991 йылдағы бик драматик ваҡиғаларҙан һуң Березин «Время» программаһының алып барыусыһы булып сыға[6].

Артабан Березин РТР каналына күсә, тиҙҙән унда каналдың баш дикторы вазифаһын ала[7]. РТР-ҙа диктор бүлеге ябылғандан һуң (1996) Березин «Мой XX век», «Площадь звёзд» телевизион тапшырыуҙарын, шулай уҡ шул уҡ телеканалда «Славянский базар в Витебске» фестивалдәрен алып бара[8]. 1998 йылда ҡыҫҡа ваҡытҡа РТР-ҙа диктор бүлеге тергеҙелә, уның етәксеһе Березин була[9].

Мәскәү өлкәһе губернаторы С. К. Шойгуның вазифаһына кереү тантанаһын үткәреүсе (2012)[10].

2021 йылдың ғинуарынан «Москва Доверие» каналында «Киноның мистик серҙәре» документаль программаһын алып бара.

Мәскәү өлкәһе буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы баш идаралығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы[11].

Танылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- «Шәхси батырлығы өсөн» ордены (17 ғинуар 1994 йыл) — ғүмеренә хәүеф янаған шарттарҙа һөнәри бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн[12]. - Рәсәй Федерацияһының милли сәнғәтенә индергән өлөшө өсөн Милли гуманитар академияның почетлы академигы итеп һайлана[13][14]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Официальный сайт.
  2. Лейся, песня, или Алло, мы ищем таланты. Независимая газета (27 февраль 2004).
  3. Владимир Березин: "Моё появление вызывает у людей приятные чувства". Моя семья (5 ноябрь 2012).
  4. Владимир Березин: Чем «Камеди Клаб» хуже, тем мы лучше. Собеседник (28 апрель 2012).
  5. Открытие семинара-совещания. Ведущий Владимир Березин. Федерация объединений автомобильных школ (9 апрель 2012). 2014 йыл 14 июль архивланған.
  6. Владимир Березин: "Диктор - лицедей на старте". Правда.ру (29 май 2012).
  7. Владимир Березин: «Горжусь тем, что я вайнах…» Молодёжная смена (17 октябрь 2011).
  8. Владимир Березин. Вокруг ТВ.
  9. Анонсы и реклама. Блок №2 РТР 31.12.1998 (10 февраль 2018).
  10. Владимир Березин озвучил церемонию вступления в должность губернатора московской области Сергея Шойгу. smi2.mirtesen.ru (24 май 2012). 2014 йыл 15 июль архивланған.
  11. Березин Владимир Александрович 2016 йыл 17 июнь архивланған.
  12. Указ Президента Российской Федерации от 17 января 1994 года № 158 «О награждении орденом „За личное мужество“ работников средств массовой информации Российской Федерации»
  13. Концерт посвящённый 75 летию Николая Зиновьева ( 2021).
  14. События | Член Президентского клуба "Доверия" Елена Николаевна Борзова организовала вечер памяти Николая Зиновьева, посвящённый 75-летию поэта. - Президентский клуб "Доверия".