Буракова Валентина Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буракова Валентина Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1921
Тыуған урыны Кологривский уезд[d], Костромская губерния[d], Совет Рәсәйе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены ВДНХ-ның алтын миҙалы

Валентина Ивановна Буракова (Чеснокова) (тыуған 1921) — совет аҙыҡ-түлек сәнәғәте алдынғыһы, Вохма май-сыр заводы мастеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Валентина Ивановна 1921 йылдың майында Кострома губернаһының Кологрив өйәҙе (хәҙерге Кострома өлкәһенең Кологрив районы) Ключовка ауылында тыуған. 1939 йылда Горький өлкәһендә сыр эшләү мастерҙары мәктәбен тамамлай. 1939—1944 йылдарҙа лаборант, һуңынан Кологрив районы Ильинское май сыр заводы мастеры булып эшләй. Унан һуң 3 йыл тирәһе — Ленинградта Микоян исемендәге фабрикала кондитер була.

1947 йылда Кострома өлкәһенә әйләнеп ҡайта һәм Нея районында һөт сәнәғәтенең артта ҡалған предприятиеләрендә производствоны яйға һалырға ебәрелә. 10 йыл дауамында Вожерово, Мармыш, Солтан май сыр заводтарында мастер булып эшләй. 1957—1962 йылдарҙа технолог, һуңынан Поназырево ҡасабаһында Хмелёвка баш май сыр заводы директоры булып эшләй. 1962—1971 йылдарҙа — Кострома өлкәһенең Шарья районы Заболоть май сыр заводы мастеры.

1971 йылдың мартында Валентина Ивановна Кострома өлкәһенең Вохма ҡасабаһынан килә һәм Вохма май сыр заводы мастеры булып эшләй башлай. Үҙ теләге менән артта ҡалған май сыр заводына бара. Ауыр эш участкаһына килгәс, ул май сыр заводы коллективын өлкәлә алдынғы предприятиеләр рәтенә сығара. Күп эшселәрҙең хеҙмәте юғары хөкүмәт наградалары менән билдәләнә. СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 26 апрелендәге указы менән, ит һәм һөт сәнәғәтен үҫтереүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн, Чеснокова Валентина Ивановнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1976 йылдан Костромала йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Социалистик Хеҙмәт Геройының «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы,

— Ике Ленин ордены (14.06.1966, 26.04.1971),

Октябрь Революцияһы ордены (23.12.1974),

— В. И. Лениндың тыуыуының 100 йыллығы уңайынан «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы (1970),

— СССР ВДНХ-ның Ҙур алтын миҙалы һәм дипломы.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Буракова В. Годы трудового созидания // Сев. правда. — 1977. — 11 августа.
  • Буракова В. Счастье в труде // Вохом. правда. — 1977, — 30 июня.
  • Буракова В. С позиций наставника // Вохом. правда. — 1979. — 17 июля.
  • Иванова В. Ф., Надарейшвили Г. М. Мастер-сыродел В. И. Буракова. — М.: Пищевая промышленность, 1976. — 20 с. Герои пятилетки.
  • Баева В. Такой у неё характер. Очерк // Вохом. правда. — 1976. — 15 мая.
  • Новополянский Д. Талант ответственности [Из мастеров мастер] // Правда. — 1977. — 18 октября.
  • Попова Т. В моей судьбе ты стала главной // Вохом. правда. — 1998. — 5 ноября.
  • Иванова Т. Буракова с поклоном к вохмичам // Вохом. правда. — 1998. — 5 ноября. Костромскому сыроделию — 120 лет.