Буранғолова Наилә Дамир ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буранғолова Наилә Дамир ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 апрель 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Малаяҙ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы

Буранғолова Наилә Дамир ҡыҙы (15 апрель 1961 йыл) — педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наилә Дамир ҡыҙы Буранғолова 1961 йылдың 15 апрелендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Малаяҙ ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. 1986 йылда юғары һөнәри белем алғас, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Үҙе лә йыр-моңға ғашиҡ булараҡ, уҡыусыларында халҡыбыҙ сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләй. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт стажы 30 йылдын артыҡ. 2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1995 — 2005 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Дим районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, 2005 йылдан уның рәйесе була. 1-се һәм 2-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының 1-се съезы делегаты. Башҡорт халыҡ һәм композиторҙар йырҙарын башҡарып төрлө конкурстарҙа һәм телетапшырыуҙарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы (2009 йыл).
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы.
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау грамотаһы.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сабирьянова Сана. Земля Салаватская, земля батыра / С. Сабирьянова. — Уфа: АН РБ: Ғилем, 2010. — С. 227.
  • «Замандаш» тапшырыуы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, 2007 йыл.