Бурмистров Виктор Михайлович (хәрби медик)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бурмистров Виктор Михайлович (хәрби медик)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 октябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Ташкәнт, Ҡырғыҙ АССР-ы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 21 август 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (71 йәш)
Һөнәр төрө хирург, университет уҡытыусыһы, ғалим
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы

Виктор Михайлович Бурмистров (19241996) — совет ғалим-табибы һәм педагогы, хәрби-ялан хирургы, термик зарарланыу өлкәһендә белгес, медицина фәнен һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, медицина фәндәре докторы (1971), профессор (1975), медицина хеҙмәте полковникгы (1969). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1984).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1924 йылдың 18 октябрендә Үзбәк ССР-ында Ташкент ҡалаһында тыуған.

1942 йылдан 1947 йылға тиклем С.M. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһында уҡый. 1947 йылдан 1955 йылға тиклем был академияла хәрби ялан хирургияһы кафедраһында уҡытыусы булып эшләй: өлкән ординатор һәм адъюнкт. 1951 йылдан В. M. Бурмистров Корея һуғышында ҡатнаша, хәрби шарттарҙа яралы хәрбиҙәргә хирургик ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнә.

1961 йылдан 1996 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының термик зарарланыу кафедраһында ғилми һәм педагогик хеҙмәткәр булып эшләй: лектор, өлкән уҡытыусы, 1969 йылдан 1984 йылға тиклем — профессор һәм был кафедра мөдире урынбаҫары, 1985 йылдан 1996 йылға тиклем — был кафедраның профессор-консультанты[1][2][3].

Бешеү хирургияһы өлкәһендә ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. M. Бурмистровтың төп фәнни-педагогик эшмәкәрлеге ҡатнаш нурланыш-яныу зарарланыуын дауалау һәм патологияһын өйрәнеү буйынса тикшеренеүҙәрҙе ойоштороу һәм үткәреү, эре быуындарҙың зарарланыуын, ҡатнаш нурланыш-яныу һәм напалм менән яныу зарарланыуын дауалау мәсьәләләрен өйрәнеү һәм киң бешеүҙәр ваҡытында ауто-аллодермопластика менән бәйле. 1973 йылдан 1975 йылға тиклем напалм менән зарарланыуҙы комплекслы өйрәнеү етәкселәренең береһе була. В. M. Бурмистров етәкселегендә тыныс ваҡытта һәм һуғыш ваҡытында, шулай уҡ яныу һәм һалҡын йәрәхәт эҙемтәләрен дауалағанда бешеү хирургияһы буйынса бер нисә тикшеренеү үткәрелә.

1955 йылда В. М. Бурмистров медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Лечение открытых повреждений крупных суставов» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1971 йылда медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Оперативное лечение комбинированных радиационно-ожоговых поражений, клиническом и организационном аспектах кожной аллопластики у обожженных» темаһы буйынса диссертация яҡлай. 1975 йылда СССР Юғары аттестация комиссияһы тарафынан В. М. Бурмистровҡа профессор ғилми исеме бирелә. 1984 йылда термик зарарланыу проблемаһын фәнни эшләгәне өсөн В. M. Бурмистров СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була. В.M. Бурмистров бер йөҙ ун биштән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар авторы, хирургтар һәм травматологтар өсөн «Ожоги» ҡулланмаһының (1981 һәм 1986), «Термические поражения» дәреслегенең (1985) авторы һәм мөхәррирҙәше, «Ожоги как вид боевой патологии» махсус йыйынтығының бер нисә бүлегенең авторы, ете фән докторын һәм кандидатын әҙерләй[1][2][3].

1996 йылдың 21 авгусында Санкт-Петербургта вафат була

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Антибиотики в лечении открытых повреждений крупных суставов / Воен.-мед. ордена Ленина акад. им. С. М. Кирова. — Ленинград : [б. и.], 1955. — 15 с.
  • Оперативное лечение радиационно-ожоговых поражений: (Эксперим. и клинич. исследование) / Воен.-мед. акад. им. С. М. Кирова. — Ленинград : [б. и.], 1970. — 26 с.
  • Ожоги : (Руководство для врачей) / Б. С. Вихриев, В. М. Бурмистров, В. М. Пинчук и др.; Под ред. Б. С. Вихриева, В. М. Бурмистрова. — Л. : Медицина : Ленингр. отд-ние, 1981. — 327 с.
  • Организация работы военного полевого ожогового госпиталя / С. Ф. Малахов, Е. А. Баутин, В. М. Бурмистров, Г. И. Лишихин; Воен.-мед. акад. им. С. М. Кирова. — СПб. : ВМА, 1992. — 128 с.
  • Оказание неотложной помощи обожженным при отсроченном начале лечения / С. Ф. Малахов, А. В. Матвеенко, В. М. Бурмистров, Е. А. Баутин; Воен.-мед. акад. — СПб. : ВМА, 1994. — 28 с

Маҡтаулы исмдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Профессора Военно-медицинской (медико-хирургической) академии (1798—1998) / Редкол.: Ю. Л. Шевченко (гл. ред.) и др. — Санкт-Петербург : Наука : С.-Петерб. изд. фирма, 1998 г. — 313 с. — ISBN 5-02-026061-4
  2. 2,0 2,1 2,2 Памятные даты военной медицины: справочник-указатель / Военно-медицинский музей М-ва обороны СССР. — Санкт-Петербург : Военно-медицинская акад. им. С. М. Кирова, 1991 г. — С.77
  3. 3,0 3,1 3,2 Ю. Р. Скворцов, И. В. Чмырёв, М. Ю. Тарасенко Кафедре термических поражений Военно-медицинской академии им. С. М. Кирова 55 лет(недоступная ссылка) / Вестник Российской военно-медицинской академии // Военно-медицинская академия им. С. М. Кирова, Санкт-Петербург, № 2 (50): 2015 С. 252—256

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Профессора Военно-медицинской (медико-хирургической) академии (1798—1998) / Редкол.: Ю. Л. Шевченко (гл. ред.) и др. — Санкт-Петербург : Наука : С.-Петерб. изд. фирма, 1998 г. — 313 с. — ISBN 5-02-026061-4
  • Знаменитые люди Санкт-Петербурга, 1703—2003: Биографический словарь / В. Д. Доценко. — 2. изд., испр. и доп. — СПб. : ДАРК, 2003 г. — 455 с. — ISBN 5-98004-004-8
  • Памятные даты военной медицины: справочник-указатель / Военно-медицинский музей М-ва обороны СССР. — Санкт-Петербург : Военно-медицинская акад. им. С. М. Кирова, 1991 г. — С.77