Бүҙәнә ҡарсығаһы
Бүҙәнә ҡарсығаһы | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Accipiter nisus (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||||
Төрҙәштәре | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Бүҙәнә ҡарсығаһының ареалы | ||||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106003455 |
Бүҙәнә ҡарсығаһы(рус. Ястреб-перепелятник, йәки малый ястреб, лат. Accipiter nisus) — күгәрсен ҙурлығындағы йыртҡыс ҡош. Диалекттарҙа әйтелештәре: ҡарсыға, ҡарсаға, ваҡ ҡарсыға.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҙурлығы күгәрсендәй. Ҡыҫҡа ҡанатлы, оҙон ҡойроҡло ваҡ ҡарсыға. Түбәһе елкәһенә тиклем, арҡаһы, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара һоро төҫтә. Түше, ҡорһағы ҡойроҡ аҫты көрән арҡыры һыҙатлы һарғылт көрән. Тамағы, яурындары, ҡаштары аҡ. Аяҡтары һары. Ҡор ҡарсығаһынан бәләкәй; ваҡ ҡарсығанан кәүҙәһенең аҫ яғы көрән һыҙыҡлы булыуы менән айырыла.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы яңғырауыҡлы: «кик-кик-кик» йәки «кийү- кийү- кийү»
Йәшәүе үрсеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урманда йәшәй. Ваө хайуандар һәм ҡоштар менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. көҙ һәм ҡыш бер урындан икенсе урынға күсеп йәшәй. Яҙғыһын ояһына ҡайта. Киң таралған. Ояһы ағаста була. Көрән таплы 3-6 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Ауға йөрөү өсөн башҡорттар ҡулға эйәләштергәндәр.