Бүҙәнә ҡарсығаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бүҙәнә ҡарсығаһы
Бүҙәнә ҡарсығаһы
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ыласын һымаҡтар
Ғаилә: Ҡарсығалар
Суб-ғаилә: Ҡарсығалар
Ырыу: Ысын ҡарсығалар
Төр: Бүҙәнә ҡарсығаһы
Латинса исеме
Accipiter nisus
(Linnaeus, 1758)
Төрҙәштәре
  • Accipiter nisus granti
  • Accipiter nisus melaschistos
  • Accipiter nisus nisosimilis
  • Accipiter nisus nisus
  • Accipiter nisus punicus
  • Accipiter nisus wolterstorffi
Бүҙәнә ҡарсығаһының ареалы
рәсем
ITIS 175333
NCBI 211598
Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 106003455
Accipiter nisus


Бүҙәнә ҡарсығаһы(урыҫ. Ястреб-перепелятник, йәки малый ястреб, лат. Accipiter nisus) — күгәрсен ҙурлығындағы йыртҡыс ҡош.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Диалекттарҙа әйтелештәре: ҡарсыға, ҡарсаға, ваҡ ҡарсыға. Ҙурлығы күгәрсендәй. Ҡыҫҡа ҡанатлы, оҙон ҡойроҡло ваҡ ҡарсыға. Түбәһе елкәһенә тиклем, арҡаһы, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара һоро төҫтә. Түше, ҡорһағы ҡойроҡ аҫты көрән арҡыры һыҙатлы һарғылт көрән. Тамағы, яурындары, ҡаштары аҡ. Аяҡтары һары. Ҡор ҡарсығаһынан бәләкәй; ваҡ ҡарсығанан кәүҙәһенең аҫ яғы көрән һыҙыҡлы булыуы менән айырыла.

Тауышы[үҙгәртергә]

Тауышы яңғырауыҡлы:"кик-кик-кик" йәки "кийү- кийү- кийү"

Йәшәүе үрсеүе[үҙгәртергә]

Урманда йәшәй.Ваө хайуандар һәм ҡоштар менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. көҙ һәм ҡыш бер урындан икенсе урынға күсеп йәшәй. Яҙғыһын ояһына ҡайта. Киң таралған. Ояһы ағаста була. Көрән таплы 3-6 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Ауға йөрөү өсөн башҡорттар ҡулға эйәләштергәндәр.

Бүҙәнә ҡарсығаһы ҡалала, биш ҡатлы йорт янында