Бәләкәй циртогипнум

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәләкәй циртогипнум
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Bryophyta
Класс: Bryopsida
Тәртип: Hypnales
Ғаилә: Thuidiaceae
Суб-ғаилә: Ehrhartoideae
Триба: Oryzeae
Ырыу: Cyrto-hypnum
Латинса исеме
Oryza L.

Бәләкәй циртогипнум — мүк һымаҡтар төрө.

Ботаник яҙма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йомшаҡ яҫы ҡараһыу йәшел кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ бер өйлө, ян емешле мүк. Һабағы йәйелеүсе, ҡауырһын һымаҡ, 1—3 см оҙонлоҡта, еп формаһындағы ҡыҫҡа парафилия (бармаҡ һымаҡ теленмә йәшел үҫенте) менән ҡапланған. Һабаҡ япрағы йомортҡа-ланцет, ланцет‑беҙ формаһында, төрөлгән ситле. Һеңерсәһе япрағының өҫкө өлөшөндә тамамлана. Ҡумтаһы горизонталь, бөгөлгән, көрән төҫтә. Спора һәм вегетатив юл менән үрсей.

Таралышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағас ҡайырыһында һәм киң япраҡлы урмандағы эзбизташ сыҡҡан урында үҫә. Бөрйән районында (Мораҙым ауылынан көньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта) осрай. Һирәк төр, һаҡлауға мохтаж.

Бәләкәй циртогипнум // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.