Васюган ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Васюган ҡурсаулығы
Томск өлкәһендәге Васюган йылғаһы, вертолеттан күренеш..
Томск өлкәһендәге Васюган йылғаһы, вертолеттан күренеш..
Төп мәғлүмәт
Майҙаны614 803 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты16 декабрь 2017 йыл 
Урынлашыуы
56°36′ с. ш. 80°42′ в. д.HGЯO
РФ субъекттарыТомск өлкәһе, Новосибирск өлкәһе

vasyganskiy.ru
Рәсәй
Точка
Васюган ҡурсаулығы

Васюганский ҡурсаулығы — Томск һәм Новосибирск өлкәләре территорияһындағы дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы.

Васюган ҡурсаулығы — Томск өлкәһендәге иң ҙур айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе. 2017 йылдың 16 декабрендә ойошторола[1][2]. Томск өлкәһе Бакчар, Новосибирск өлкәһе Убин һәм Төньяҡ райондары территорияһында урынлашҡан. Ҡурсаулыҡ шул уҡ исемдәге тигеҙлектең уртаһында, Обь һәм Иртыш йылғалары араһында урынлашҡан. 614 803 гектар майҙанды биләй[3].

Ҡурсаулыҡ территорияһында Васюган һаҙлығы урынлашҡан, улар 2007 йылдан ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә кандидат булып тора[4].

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡта көпшәле үҫемлектәрҙең 123 төрө иҫәпләнә, улар 74 затҡа һәм 39 ғаиләгә ҡарай. Һирәк осрай торған һәм юғалыу хәүефе янаған үҫемлектәрҙең 26 төрө бар, шуларҙың 2 төрө Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән[5].

Ҡурсаулыҡта һөтимәрҙәрҙең 40-тан ашыу төрө йәшәй, шуларҙың кәм тигәндә 23 төрө ваҡ һөтимәрҙәр (бөжәк ашаусылар һәм кимереүселәр) һәм 17 төрө — эре һәм урта ҙурлыҡтағы хайуандар. Мышы, һоро айыу, төньяҡ боланы, кеш, Тейен, ҡондоҙ, шәшке һәм йылға ҡондоҙо киң таралған[6]. Ҡыҙыл китаптарға 41 төр хайуан индерелгән: имеҙеүселәрҙең 4 төрө һәм ҡоштарҙың 37 төрө[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Об учреждении государственного природного заповедника "Васюганский" от 16 декабря 2017 - docs.cntd.ru. docs.cntd.ru. Дата обращения: 31 ғинуар 2022. Архивировано 31 ғинуар 2022 года.
  2. Васюганский. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).
  3. Национальный туристический портал | RUSSIA.TRAVEL. russia.travel. Дата обращения: 31 ғинуар 2022. Архивировано 31 ғинуар 2022 года.
  4. UNESCO World Heritage Centre. The Great Vasyugan Mire (ингл.). UNESCO World Heritage Centre. Дата обращения: 31 ғинуар 2022. Архивировано 30 март 2016 года.
  5. На границе Томской и Новосибирской областей создан заповедник «Васюганский». www.mnr.gov.ru. Дата обращения: 31 ғинуар 2022. Архивировано 31 ғинуар 2022 года.
  6. Косова Л.С, Кухта М.С, Льготина Л.П. Экскурсоведение: Учебное пособие. Часть 1. — STT Publishing. — 249 с. — ISBN 978-5-93629-643-7. Архивировано 31 ғинуар 2022 года.
  7. Заповедник «Васюганский». naturerussia.travel. Дата обращения: 31 ғинуар 2022. Архивировано 18 декабрь 2021 года.