Вдовин Сергей Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вдовин Сергей Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 ғинуар 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (89 йәш)
Тыуған урыны Кытманово[d], Алтай крайы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө техник, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө добывающая металлургия[d]
Эш урыны Днепровский национальный университет имени Олеся Гончара[d]
Южмаш
Орел дәүләт университеты
Уҡыу йорто Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d] (1987)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы

Вдовин Сергей Иванович (28 ғинуар 1935 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, техник фәндәре докторы (1987), профессор (1989).

100-ҙән ашыу фәнни баҫма[1], шул иҫәптән монографиялар, космос ракетаһы етештереү технологиялары буйынса дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары (авторҙаш), шулай уҡ 20-гә яҡын уйлап табыу авторы[2][3].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергей Иванович Вдовин 1935 йылдың 28 ғинуарында Алтай крайының Кытманово ауылында тыуған.

1958 йылда Мәскәү юғары техник училищеһын (МВТУ, хәҙер Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты) тамамлай. Йүнәлтмә буйынса 1958—1972 йылдарҙа «Южмаш» (Днепропетровск, Украина ССР-ы) производство берекмәһендә бүлектең баш технологы булып эшләй.

Һуңынан ғилми-уҡытыу эшмәкәрлегенә ҡушыла. 1972—1994 йылдарҙа Днепропетровск дәүләт университетының (хәҙер Олесь Гончар исемендәге милли Днепр университеты) физика-техник факультетында етештереү технологияһы кафедраһында эшләй; 1995 йылдан — Орёл техник университеты профессоры[4].

Хәҙерге ваҡытта «Машиналар һәм ҡорамалдарҙың технологик процестары»[5], «Автопласт» секцияһы кафедраһы профессоры булып тора (2016 йылға тиклем үҙ аллы кафедра була)[6], «табаҡлы штамповка технологиялары», «Һығылмалылыҡ теорияһы» һәм «Компьютер графикаһы» предметтарын уҡыта. С. И Вдовиндың фәнни эшмәкәрлеге металдарҙы баҫым менән эшкәртеү һәм технологик процестарҙы ЭВМ ҡулланып автоматлаштырыу менән бәйле.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн. В. И. Ленин тыуыуының 100 йыллығы айҡанлы» миҙалы һәм академик М. К. Янгель исемендәге[7] СССР космонавтика федерацияһы миҙалы менән бүләкләнгән.[4]
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2002, юғары профессиональ белем биреү уҡыу йорттары өсөн «Повышение качества инженерно-технического образования на основе преемственности и межвузовской интеграции научных школ технологов-машиностроителей» фәнни-ғәмәли эшләнмәһе өсөн).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]