Википедия:Бейҙәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ЭЙ:Б

Wikipedia'лағы бей - бей дәрәжәһе һәм махсус тамғаһы булған ҡатнашыусы. Бей дәрәжәһендәге ҡатнашыусының түбәндә күрһәтелгән бурыстары бар:

  1. Башҡа ҡатнашыусыларға хаким тамғаһын бирә ала. Быны ул дәғүә итеүсенең һорауы буйынса һәм берләшмәлә ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һуң тормошҡа ашыра ала. Бирелгән хаким тамғаһын бей кире ала алмай.
  2. Башҡа ҡатнашыусыларға бот тамғаһы биреү һәм кире алыу хоҡуғы бар. Бот тамғаһын алырға теләүселәр махсус биттә ғариза ҡалдыралар. Берләшмәлә ҡатнашыусылар ыңғай тауыш биргәндән һуң, йәки башҡа бүлектәрҙә бот тамғаһы булған дәғүә итеүсегә бей бот тамғаһын бирә ала.
  3. Ҡатнашыусыларҙың исемен алмаштыра ала.

Википедия эшмәкәрлегендә бейҙең башҡаларҙан өҫтөнлөгө юҡ. Ул үҙ вазифаһын үтәгәндә баш-баштаҡланырға тейеш түгел. Башҡа ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡарарҙарын ғәмәлгә ашыра ала.

Википедиялағы бейҙәр исемлеге[үҙгәртергә]

  • Башҡорт телендәге бүлектә (ғәмәлдәге бейҙәр ҡалын яҙылыш менән билдәләнә):
  1. Рөстәм Нурыев 2006 йылдың 26 ғинуарынан. 2010 йылдың 9 мартында, Comp1089 тәҡдиме (Әүҙемһеҙлеге өcөн) һәм үҙенең ризалығы менән, Jusjih стюарды тарафынан бей бурыстарынан бушатылды.
  2. Comp1089 (фекер алышыу ҡатнашыусы өлөшө) 2012 йылдың 12 ғинуарынан.
  3. Саган 2012 йылдың 17 мартынан. Туған теле - башҡорт теле. Әүҙем.
  • Урыҫ һәм башҡа телдәге бүлектәрҙәге бейҙәр исемлеген дә ҡарай алаһығыҙ.