Вәлиева Роза Ғүмәр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиева Роза Ғүмәр ҡыҙы

Вәлиева Роза Ғүмәр ҡыҙы (03.11. 1951, БАССР‑ҙың Нуриман районы Павловка ауылы) — инженер‑электромеханик, техник фәндәр докторы (2004), профессор (2006).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәлиева Роза Ғүмәр ҡыҙы 1951 йылдың 3 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Павловка ауылында тыуған. 1974 йылда Өфө авиация институтын тамамлай. Диплом алғандан һуң 2008 йылға тиклем шунда уҡ эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәлиева Роза Ғүмәр ҡыҙының фәнни хеҙмәттәре ҡатмарлы динамик системалар менән идара итеү проблемаларына арналған. Роза Ғүмәр ҡыҙы ҡатнашлығында производство менән интеллектуаль идара итеү системаларының алгоритмдары, математика һәм программа менән тәьмин итеү уйлап табыла (ӨАПБ‑ға, «БЭТО»‑ға һәм башҡа индерелгән). 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Фәнни ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Техник фәндәр докторы (2004), профессор (2006).

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Моделирование производственно-рыночных систем. Өфө, 1995 (авторҙаш);
  • Интеллектуальное управление производственными системами. М., 2001 (авторҙаш).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]