Ганс Гольбейн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ганс Гольбейн
нем. Hans Holbein
Фотография
Тыуған:

1497[1][2][3]

Тыуған урыны:

Аугсбург[d], Бавария[d], Изге Рим империяһы[3]

Үлгән:

29 ноябрь 1543

Үлгән урыны:

Лондон, Королевство Англия[d][3]

Ил:

 Изге Рим империяһы
 Швейцария[4]

 Работы

Ганс Гольбейн (Кинйә Ганс Гольбейн 1497, Аугсбург — 1543, Лондон) — рәссам, иң бөйөк немец рәссамдарының береһе. Был ғаиләнең иң билдәле вәкиле.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Германияның Аугсбург ҡалаһында тыуған, атаһы рәссам Ганс Гольбейнда (Өлкән) уҡый. Уға Ганс Бургкмэйр йоғонто яһай.

Гольбейндың ғаиләһе, 1528. Майлы буяу, темпера, ҡағыҙ. Киҫеп алып, ағасҡа йәбештерелгән. Сәнғәт музейы.Базель
Эразм Роттердамский портреты

Һуңыраҡ ағаһы Амбросий Гольбейн менән Базель ҡалаһына (Швейцария) күсенә. Унда ул шул осорҙоң күп гуманистары һәм ғалимдары, шул иҫәптән Эразм Роттердамский менән таныша. Уның үтенесе буйынса ул әҙиптең «Ахмаҡлыҡты маҡтау» әҫәрен иллюстрациялаған. Гольбейн башҡа китаптарға ла иллюстрациялар эшләй, Библияның немец теленә тәржемәһен нашер итеүҙә ҡатнаша, витраждар һәм буялған портреттар ижад итә.

1516 йылда бургомистр Мейер һәм уның ҡатынының, шулай уҡ рәссам Ганс Гербстерҙың портретын яҙа, киләһе йылда Люцернда Гертенштейн йорто эсендә һәм тышҡы стеналарында фрескалар төшөрә. 1519 йылдың көҙөндә Базелгә ҡайтҡас, йорттарҙың тышҡы фасадтарын биҙәү өҫтөндә күп эшләй.

Гольбейндың Базель осорондағы иң мөһим әҫәрҙәре: юрист Бонифас Амербах портреты; «Христостың һуңғы ыҙаланыуҙары»(10 картина), «Христос тыуыу» һүрәттәре һәм «Мәжүси руханиҙар Христосҡа тәүбә килтерә»; Солотурн ҡалаһы өсөн Изгеләр менән Мадонна; ниһайәт, Мейер ғаиләһе өсөн яҙылған данлыҡлы Мадонна.

Ошо ваҡытта ижад ителгән әҫәрҙәре: Эразм Роттердамский, Доротея Оффенбург портреттары, ағаста яһалған грвюралар: Иҫке Ғәһед (Ветхий Завет) өсөн һәм «Үлем бейеүе» һүрәттәре.

1526 йылда Гольбейн Англияға күсенә һәм унда портреттар ғына төшөрә. 1528 йылда Базель ҡалаһына ҡайтҡас, Гольбейн ратуша залындағы фрескаларҙы тамамлай һәм бер нисә портрет төшөрә.

"Үле Христос табутта ", 1521—1522,Сәнғәт музейы, Базель

1532 йылда дини сыуалыштар Гольбейнды яңынан Базелдән Англияға китергә мәжбүр итә, унда хәҙерге ваҡытта Берлинда, Виндзорҙа, Гаагала, Брунсвикта һәм Вена[[]]ла һаҡланған портреттарҙы яҙа. Уның Морретт (Дрезден[[]]), сэр Ричард Сутвелл, Томас Уайетт һәм «Яҙмыш тәгәрмәсе» портреттары ошо ваҡытта яҙылған. Король Генрих VIII уны һарай рәссамы итеп тәғәйенләй.

Англия короле Генрих VIII

Портретсы булып эшләүҙән тыш, Гольбейн монарх өсөн тантаналы һарай кейемдәре эскиздарын эшләй, Генрих VIII, королева Джейн Сеймур, Эдуард VI, Говард (3-сө герцог Норфолк) һәм башҡаларҙың бер нисә портретын яҙа.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул Базелдә һәм Лондонда йәшәй. 1543 йылда (7 октябрь-29 ноябрь тирәһе) ул Лондонда таралған тағун (чума) сиренән вафат булған.

Рәссам ижадының үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джейн Сеймур, Англия королеваһы, 1536 йыл, Сәнғәт тарихы музейы, Вена

Гольбейн картиналары ентекле һүрәттәр, пластик моделләштереү, кьяроскуроның (яҡтылыҡ һәм күләгә аралашыуы) асыҡлығы, төҫтәр байлығы һәм рәссам бумалаһының киңлеге менән айырыла. Уның һүрәттәрендә сарказм, нескә күрә белеү, тойомлау һәләте һиҙелә, тормош хәҡиҡәте һәм шәхси үҙенсәлектәргә ҡарамаҫтан, уларҙағы форма һәм биҙәлеш матурлығы һоҡландыра. Гольбейндың немец сәнғәтенә, Германияға, милли һыҙаттарын юғалтмайынса, Италиялағы Яңырыуҙың (итал. Renaissance) сәскә атҡан дәүере йоғонтоһон килтереп еткереүе бик юғары баһалана. Уның әҫәрҙәрендә Альбрехт Дюрер портреттарында моронлаған йүнәлештәр һиҙелә.

Үҙенең портреттары өсөн рәссам башта бик ентекле ҡәләм эскиздары эшләгән, уларҙың ҡайһы берҙәре һаҡланып ҡалған. Күләгәләр һәм яҡтылыҡ күмер, аҡбур һәм сангин менән төшөрөлгән. Эскиздарҙа Гольбейн ҡулдарҙы ентекләп төшөрмәй,башлыса, персонаждың йөҙөнә иғтибар итә.

«Үле Христос табутта» картинаһы тураһында Ф.М.Достоевскийҙың «Идиот» романы геройы кенәз Мышкин «уны күргән ҡайһы берәү хатта уға инаныуҙан баш тартыр хәлгә етеп ҡуйыуы бар» тигәнерәк фекер әйтә.

« 15241526 йылдарҙа Гольбейн «Үлем образдары» («Үлем бейеүе») серияһын яҙа. Был шул осорҙа Германияла булған Крәҫтиәндәр һуғышына аллегория. (Ағаста эшләнгән гравюраларҙан 1538 йылда нәшер ителә) »

Былар ҡыҙыҡлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәссам хөрмәтенә сигеү стиле һәм көнсығыш келәмдәренең төрө аталған, сөнки Гольбейн уларҙы йыш ҡына портреттарында һүрәтләгән.

Гольбейн исеме менән Меркурийҙағы кратер аталған; Был атама 1979 йылда раҫланған[5].

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. https://www.webumenia.sk/autor/4001 (словак.)
  3. 3,0 3,1 3,2 RKDartists (нидерл.)
  4. Holbein, Hans (der Jüngere) // https://www.sikart.ch/KuenstlerInnen.aspx?id=4022819&lng=en — 2006.
  5. Planetary Names: Crater, craters: Holbein on Mercury. planetarynames.wr.usgs.gov. Дата обращения: 27 сентябрь 2020. Архивировано 22 май 2022 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

рус телендә
башҡа телдәрҙә
  • Bätschmann O. (нем.)баш. Hans Holbein : Sein Leben u Werk / Oskar Batschmann u. Pascal Griener. — Koln : DuMont, 1997. — 256 c.
  • Foister S. Holbein and England. — New Haven ; London : Yale University Press for the Paul Mellon centre for studies in British art, 2004. — 308 p. : ill.
  • Pettegree A. Holbein: Court painter of the Reformation // History today. — 1998. — Vol. 48. — P. 22-28.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Гольбейн Младший