Гараж

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Гара́ж — автомобиль, мотоцикл һәм башҡа транспорт сараларын һаҡлау өсөн ҡоролма. Ҡайһы ваҡыт уларҙы ремонлау өсөн ҡулланыла. Гараж торлаҡ йорттоң өлөшө йәки айырым төҙөлгән ҡоролма булыуы мөмкин.

Гараж төҙөүҙә төрлө материал ҡулланыла: ағас, кирбес, бетон, металл. Гараждар, башҡа төҙөлөш объекттары кеүек, бер типтағы проект йә индивидуаль проект буйынса төҙөлә.

Ер аҫты гараждары һәм автостоянкалар — автомобилдәр һаҡлау, ремонталау һәм хеҙмәтлендереү урыны.

Парковка — автомобилдәрҙе ҡыҫҡа ваҡытҡа һаҡлау урыны.

Классификация 42.13330.2011 һ. ҠЙ ярашлы:

  1. төҙөү буйынса (асыҡ һәм ер аҫты ысулдары), ҡат-стена (1 һәм 2 яруслы), күп яруслы (3-ән 5-кә тиклем ярус)
  2. ергә күмеп урынлаштырыу буйынса: тәрән булмаған(15 метрға тиклем) һәм тәрән булған (15 метр һәм түбәнерәк) бүленә
  3. категория буйынса (автомобилдәр һыйҙырышлығы буйынса).
  4. автомобилдәрҙе ултыртыу ысулдары буйынса (водитель ҡатнашлығы менән, рамп һәм пандус буйынса, водителһеҙ (махсус күтәргестәр менән))
  5. автомобилдәр тороу буйынса (сығыуға табан ыңғай, сығыуға табан арҡыры, сығыуға табан боролған).

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]