Архитектура

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Новгород детинецта Изге София Соборы (1045—1050 йй.)

Архитекту́ра (лат. architectura бор. грек. αρχιоло, баш и бор. грек. τέκτωνтөҙөүсе, балта оҫтаһы) — йорттарҙы төҙөү һәм проектлау оҫталығы, төҙөү сәнғәте [1], 1) кешенең матди йәһәттән ойошҡан йәшәү мөхитен булдырыусы биналар һәм ҡоролмалар — төҙөлөш объекттары йыйылмаһы. 2) Кешеләрҙең барлыҡ йәшәү мөхитен булдырыу һәм ойоштороу йәһәтенән йәмғиәттең техник мөмкинлектәренә һәм эстетик ҡараштарына ярашлы биналар һәм ҡоролмалар проектлау һәм төҙөү сәнғәте.

Башҡортостан терр-яһында төҙөлөш архитектура мәҙәниәтенең барлыҡҡа килеүе таш быуатта иң ябай ышыҡ ҡороуҙар м н бәйле. Тәбиғи ышыҡ һәм ғибәҙәтхана сифатында тәүтормош кешеһе карст мәмерйәләрен ҡулланған (Игнатьев ғибәҙәтханаһы, Шүлгәнташ).

Торлаҡты, нығытмаларҙы ҡая тарлауыҡтарында ҡорғандар (Урта Түбә) йәки ҡаяны, ярып, бүрәнә м н япҡандар (Суртанды торалары). Торамаларҙың иң тәүге формаларына тора һәм тораҡтар инә. Неолит осоронда бүрәнәнән һалынған, тура мөйөшлө, ике ҡыйыҡлы, түбәһендә усаҡтан сыҡҡан төтөн өсөн тишеге булған ярым ер өйҙәр эшләгәндәр.

Энеолит осоронда киртләстәр ҡыры буйлап урынлашҡан тура мөйөшлө, оҙонса өйҙәр төҙөгәндәр, улар бер-береһе м-н үткелдәр ярҙамында тоташтырылған (Сауыҙ торалары). Бронза быуатында Абаш мәҙәниәте халҡы 1 һәм 2 ҡыйыҡлы, ағас йәки балсыҡ м-н һыланған, үрелгән стеналы ҡоролмалар төҙөгән, һаҡланыу маҡсатында уларҙы тораманың периметры б са урынлаштырғандар (Береговка археологик микрорайоны, Төбәк).

Торамаларҙы бер һыҙат б-са урынлаштырыу ер өй һәм ярым ер өйлө Бура мәҙәниәтенә (Йомаҡ торамаһы) һәм ер өҫтө торлаҡтары һәм ҡатмарлы стена эргәһе ҡоролмалары м н билдәләнгән Андрон мәҙәни тарихи дөйөмлөгөнә хас була. Ябыҡ типтағы нығытмалы торамалар (Арҡайым, Берсуат, Һынташты) Урал аръяғының боронғо А. уникаль ҡомартҡылары булып тора.

Тимер быуат осоронда Ананьин мәҙәниәте, Ҡараабыҙ мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәтенә ҡараған нығытылған торама ҡаласыҡтар барлыҡҡа килә. Урман һәм урман-дала зоналарында бәләкәй һәм ҙур ҡаласыҡтарҙы төҙөгән саҡта нығытма сифатында торамаға барып етеүҙе ҡатмарлаштырыусы тәбиғи ҡаршылыҡтар (бейек йылға яры, йырын һ.б.) файҙаланылған. Һаҡланыу ҡоролмалары ла камиллаштырылған: көлһыу һәм балсыҡлы тупраҡ м н нығытылған стеналар, башняға оҡшаш ҡоролмалар, урҙар төҙөлгән. Ҡәбер өҫтө ҡоролмаларының ҡатмарлы конструкцияһы м н айырылып торған ерләү ҡомартҡыларына ҡурғанлы ҡәберлектәр (Байыш ҡурғандары, Филипповка ҡурғандары, Һынташты һ.б.) инә. Көньяҡ Урал күсмә халыҡтарының (башҡорттар, булғарҙар, ҡыпсаҡтар һ.б.) традицион торлағы — тирмә.

Башҡорттарҙа ш. уҡ ер өй, ҡыйыҡлы, самандан һәм буранан төҙөлгән ҡаралтылар таралған була.

14 б. ислам таралыуға бәйле, тәүге мемориаль һәм ғибәҙәт ҡылыу урындары — кәшәнәләр — барлыҡҡа килә. 16 б. башлап мосолман А. ҡоролмалары, бигерәк тә мәсеттәр һаны һиҙелерлек арта. Улар, нигеҙҙә, ағастан төҙөлә һәм кеше торлағы А. формаларын ҡабул итә. Тәүҙә мәсеттәр аҫҡы өй өҫтөнә ҡуйыла һәм уларҙың һигеҙ ҡырлы йәки түңәрәк формалы намаҙ уҡыу залы була. Аҙаҡ мәсеттәргә бер, 19. б. алып ике йәки унан да күберәк манара ҡуйыла башлай. Ошо осор төҙөлөш өлгөләренең береһе — Балтас районындағы Тушҡыр мәсете.

Төҙөлөш архитектураһы мәҙәниәтенең артабанғы үҫеше Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы һәм күскенселек хәрәкәте башланыуы, христианлыҡ таралыуы, нығытмалы сик һыҙыҡтары — эргәләрендә биҫтәләр һәм ғибәҙәт ҡылыу ҡаралтылары (ҡара: Сиркәүҙәр) булған ағас хәрби ҡәлғәләр — төҙөлөүе м н бәйле.

Тәүге осор христиан таш ҡоролмаһы өлгөһө — Өфө кремле уртаһындағы 17 б. башында төҙөлгән Смоленск сиркәүе. Ул 16 б. Мәскәү архитектураһы стилендә төҙөлә башлап, һуңынан классицизм стилендә үҙгәртеп эшләнә. Өфөлә тәүге монастырҙар төҙөлә:

  1. Успение ир егеттәр монастыры,
  2. Христорождественский ҡатын ҡыҙҙар монастыры (17 быуат уртаһы).

18 б. ҡомартҡыларына Белорет районы Үрге Әүжән а. Ҡазан Богородица сиркәүе, Туймазы районы Үрге Троицк а. Троица сиркәүе һәм Өфө районы Березовка а. Христорождественский сиркәүе инә. Тәүге осорҙа урыҫ бароккоһы элементтарынан торған, аҙаҡ, реконструкциялау һәм төкәтмәләр төҙөү һөҙөмтәһендә, иртә классицизм һыҙаттарына эйә булған (ҡара: Архитектура стилдәре) православие ҡорамдары Белорет, Бөрө, Бәләбәй, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡҡ., Бәләбәй р ны Надеждино а., Ишембай р ны Верхотор а., Архангел р-нының ш. уҡ исемле ауылында һ.б. һаҡланған.

18 б. сәнәғәт архитектураға барлыҡҡа килә. Төрлө тәғәйенләнешле (сәнәғәт, соц.) ҡаралтылары булған иң тәүге комплекстар (Воскресенка заводы, Ташлы заводтары, Верхотор заводы) Урал сәнәғәт А. айырым урын биләүсе урыҫ бароккоһы стилендә төҙөлгән.

19 б. 1-се ярт. классицизмдың нығыныуы, В.И.Гесте етәкс. Рәсәй ҡалалары пландарын төҙөү комиссияһы эшенә бәйле торлаҡ урындарын даими планлаштырыуға күсеү м н билдәләнә. Таш торлаҡ һәм йәмәғәт биналарын төҙөү әүҙемләшә, үҙәк ҡала архитектура ансамблдәренә нигеҙ һалына. Классицизм стилендәге граждандар А. Өфө ҡомартҡылары араһынан Губернатор йорто, Дини семинария, Ҡунаҡһарай биналары инә. Ошо уҡ стилдә Өфө эске һаҡсылар казармалары төҙөлгән (1842).

Классицизм стиленә ҡайһы бер ғибәҙәт ҡылыу ҡоролмалары А. ҡарай:

  1. Александр сиркәүе,
  2. Воскресение кафедраль соборы,
  3. Михаил Архангел сиркәүе,
  4. Николай сиркәүе,
  5. Спас сиркәүе,
  6. Иоанн Предтеча,
  7. Покров сиркәүҙәре.

Өфөнөң иң әһәмиәтле ғибәҙәт ҡылыу ҡоролмаһы булып Беренсе йәмиғ мәсете тора. Уның бейек манараһы сатыр, ә намаҙ уҡыу залының түбәһе көмбәҙ рәүешендә. Ошо осор А. Көнсығыш йоғонтоһон сағылдырған һирәк осраусы төҙөлөш өлгөләренә Каруанһарай һәм Килем һарайын индерергә мөмкин.

19 б. 2-се ярт. — 20 б. башы Башҡортостан архитектура классицизмдың стиль таҙалығын юғалтыуы м н билдәләнә. А. ретроспективизм һәм эклектизм һыҙаттарын ала, шул ерлектә 19 б. аҙ. яңы стиль — модерн — барлыҡҡа килә.

Өфөлә был стилдең сағыу өлгөләре булып Костерин П.И. йорто һәм “Астория” ҡунаҡханаһы (1908, граждан инженеры К.А.Гуськов; ҡара: “Өфө”) тора. Был осорҙа модерн һәм эклектикаға альтернатива булып неоклассицизм үҫешә, уның сағылышы Өфөлә Аксаков халыҡ йорто һәм ҡайһы бер айырым йорттар — Поносова-Молло Е.А. йорто, Лаптев М.А. йорто, М.А.Емельянов йорто (1908) — А. күренә. Модерн стиле һыҙаттары был йорттарҙың ренессанс һәм классицизм мотивтары м н эклектика рухында биҙәлгән силуэтында һәм күләм киңлек йәһәтенән планлаштырыуында күҙәтелә. Неоренессансҡа тартым эклектиклыҡ м н Өфө тимер юл вокзалы (ҡара: Өфө станцияһы вокзалы) бинаһы айырылып торған (1888, граждан инженеры Ф.Ф.Эссен; 1970 й. һүтелә).

Рәсәйҙә 19 б. аҙ. киң таралыу алған “урыҫ стиле” йоғонтоһо Башҡортостан архитектура Крәҫтиән ер банкыһы бинаһында, Степанов-Зорин йортонда (1904 й. тирәһе), Покров сиркәүе бинаһында [1914, архитекторы М.И.Приёмышев; Ира а. (Күмертау ҡ.) хәҙ. Изге София сиркәүе] күренә. “Урыҫ стиленең” Византия һәм Урта быуат сығанаҡтарына мөрәжәғәт итеүендә күренгән ретроспективизм һәм оҫта стилләштереү өлгөһө булып Ауырғазы р ны Андреевка а. Скорбященский сиркәүе, Изгеләр Гурий, Варсонофий һәм Герман сиркәүе, Фёдоровка р ны Дедово а. эргәһендәге Покров Эннат ҡатын-ҡыҙҙар монастырының Покров сиркәүе, ш. уҡ мөһабәт төҙөлөшө м н айырылып торған Вознесение сиркәүе һәм Өфө ҡ. биҙәкле ҡупшы Александр Невский (19 б. аҙ., архитекторы А.Семёнов; 20 б. 20 се йй. һүтелә) һәм Бәләбәйҙәге Михаил Архангел (1890-сы йй.) часовнялары тора. 19 б. 2 се ярт. эклектизмдың үҙ аллы рациональ йүнәлеше булараҡ “кирбес стиле” барлыҡҡа килә, ул 20 б. башына тиклем йәшәй. Фигуралы кирбес ҡулланып төҙөлгән ҡоролмалар Башҡортостан ҡалаларының тарихи төҙөлөшөндә мөһим урын алып тора. Был йүнәлештең әһәмиәтле өлгөләре: ағалы-ҡустылы Нобелдәрҙең Сауҙа йорто, Өфө үҙ-ара кредитлау йәмғиәте банкыһы бинаһы (икеһе лә — Үрге Сауҙа майҙанында), С.С.Меклерҙың Килем йорттары комплексы (бер ни тиклем өлөшө һүтелә; бөтәһе лә — 1910-сы йй., Гуськов) һ.б.

19 б. аҙ. — 20 б. башында архитектура характеры б са романтизмға яҡын биналар төҙөлә башлай. Улар араһында Стәрлебаш р ны Васильевка а. Европа готикаһы һыҙаттары м н билдәләнгән Николай сиркәүе (1873; 20 б. 90 сы йй. һүтелә) айырылып тора. Өфөләге Дүртенсе (1908) һәм Бишенсе (1909) йәмиғ мәсеттәре (ҡара: Өфөләге мәсеттәр) Азия стиле мотивтарын алған романтизм өлгөләренә ҡарай.

Рационалистик йүнәлешле ғибәҙәт ҡылыу ҡоролмалары: Белорет р ны Ҡағы а. Николай (19 б. аҙ. — 20 б. башы), Өфө р ны Ҡыҙылъяр а. Троица (1896) һәм Урыҫ-Юрмаш а. Дмитрий (19—20 бб. сиге; хәҙ. Серафим Саровский сиркәүе), Бөрө р ны Ямаш а. Ҡазан-Богородский (1904) сиркәүҙәре. Башҡортостанда ағас төҙөү сәнғәте киң үҫешкән.

Тәүҙә ағас йорттарҙың киң таралған төрө 4 стеналы (4 мөйөшлө йорт) һәм бәйләнешле (инеү яғы м н бер-береһенә ҡаратып һалынған һәм үҙ-ара бүрәнә солан м н тоташтырылған ике үҙ аллы 4 стеналы йорт) йорттар була. 19 б. аҙ. 5 стеналы, ш. уҡ осортмалы һәм фасадында өс тәҙрәле йорттар барлыҡҡа килә, уларҙың төрлө варианттары рев цияға тиклемге ҡалаларҙың торлаҡ төҙөлөшө нигеҙен тәшкил итә. 20 б. 30 сы йй. 4 стеналы, буралған төкәтмәле йорттар киң тарала. Ағасты семәрләп яһалған йыһаз киң ҡулланыла, ҡупшы биҙәлгән йорттар һәм ҙур ҡоролмалар барлыҡҡа килә, улар араһында Өфөләге В.И.Видинеевтың Йәйге театры (1894; 1991 й. һүтелә) һәм Крестовоздвиженский сиркәүе, Дыуан р ны Ярославка а. Успение сиркәүе (1901; 1996 й. һүтелә) бар.

20 б. 20-се йй. төҙөлөш сикләүле характерҙа була. Был осор А., нигеҙҙә, конструктивизм стилендәге биналар м н билдәләнә. Ҡатмарлы иҡт. һәм ижт. шарттарҙа юғары индустриаль йәмғиәт стандарттарына таянған конструктивизмдың үҫеше оҙаҡҡа бармай. Конструктивизм стилендә Өфөләге Йорт-коммуна (1930 сы йй., архитекторы Г.Д.Вагин), Эске эштәр ХК хеҙм рҙәре өсөн торлаҡ йорт (1932, Л.Малышев), Башҡ н геол. разведка тресы бинаһы (1934, В.Вайднер), Черниковск ҡ. (хәҙ. Өфө ҡ. Инорс микрор ны) һәм Дим ҡасабаһында (хәҙ. Өфө эсендә) 20 се йй. аҙ. — 30-сы йй. башындағы аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөлә.

Был осорҙа Өфө эргәһендә яңы сәнәғәт зонаһы формалаша башлай, ул үҙ эсенә торлаҡ биналарын да ала (ҡара: Черниковск); “Ҙур Өфө” районын планлаштырыу проекты эшләнә (1931—32 йй., архитекторы М.Я.Гинзбург, М.Я.Барщ һ.б.).

30-сы йй. Башҡортостан архитектура конструктивизмдан неоклассикаға күсеү тормошҡа ашырыла. Күсеш осоро (постконструктивизм) конструктивизмдан килеүсе күләм киңлек ойоштороу алымдарының өҫтөнлөгө м н айырыла; декоратив-пластик хәл ителеш үҙләштереүгә, ҡабаттан эшләүгә, ябайлаштырыуға һәм классик ордер системаһын схемалаштырыуға нигеҙләнә. Постконструктивизм Башҡортостандың хәҙ. А. тарихында әһәмиәтле осор була. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Өфөлә был стилдә Өфө тепловоздар ремонтлау заводының Мәҙәниәт һарайы (1931, инженер-архитекторы А.Г.Климухин; 1935 й. реконструкцияланған, архитекторы В.М.Максимов), Элемтә йорто (1934—35, В.М.Маят), Белгестәр йорто, Ҡарт большевиктар йорто (1937, Н.Ю.Лермонтов, Л.Н.Пестряков), “Башсоюз” (1937, Д.А.Коршунов) һәм БАССР Еңел сәнәғәт ХК (1937, Вагин, Б.Ғ.Кәлимуллин) биналары, Башҡ. мед. ин тының төп корпусы (1937, А.И.Филонов, Тардисян) һ.б. төҙөлә.

Ошо осорҙа проектлау эшен ҡабаттан ойоштороу һәм нығытыу башлана. 1929 й. тәүге дәүләт проект ойошмаһы — “Башгоспроект” (ҡара: “Башкиргражданпроект”), 1933 й. С.М.Киров ис. Ишембай промыслаһы төҙөлөш бүлегенең проект-смета бюроһы (ҡара: “Башнефтепроект”) ойошторола. 1939 й. БАССР Дәүләт планы эргәһендә төҙөлөш сметаларына һәм проекттарына экспертиза үткәреү, торама пункттарҙы һәм сәнәғәт пр тиеларын урынлаштырыу өсөн участкалар бүлеү м н идара итеү өсөн ғилми-техник совет ойошторола. Респ. ҡалаларының ген. пландарын төҙөү һәм булғандарын камиллаштырыу б са эштәр дауам итә (ҡара: Ҡала төҙөлөшө). 1935 й. Башҡортостанда архитекторҙар, төҙөүселәр һәм граждан инженерҙарының проф. йәмәғәт берекмәһе барлыҡҡа килә (ҡара: Архитекторҙар союзы).

Б.В. һуғышы йылдарында респ. архитекторҙарының эшмәкәрлеге, нигеҙҙә, эвакуацияланған пр тиеларҙы урынлаштырыу, уларҙың сәнәғәт терр яларын һәм ҡасабаларын планлаштырыу м н бәйле була. Был эшкә Өфөнөң баш архитекторы Д.И.Сметанников етәкс. итә.

Йәмғиәттәге һуғышта еңеүгә бәйле рухи күтәренкелек ҡала ансамблдәренең архитектура формаларының ҡупшы декоратив биҙәлешендә һәм айырыуса монументаллегендә сағылыш таба. Өфөлә айырым тарихи бина-ҡомартҡыларҙы үҙ эсенә алған 30—50 се йй. төҙөлөшөнөң уңышлы берләшеүен сағылдырған ансамбль булып Совет майҙаны һәм Беренсе май урамының төҙөлөш комплексы (50-се йй.; архитекторҙары В.А.Голосов, М.Лысогорский һ.б.) тора. Һуғыштан һуңғы ун йылда Өфө А. неоклассика йүнәлешендә үҫешеүен дауам итә. Биналарҙы биҙәүҙә милли декоратив орнамент традициялары ҡулланыла башлай: Соц. мәҙәниәт һарайы (1937, В.Д.Кокорин; Өфө), СССР ВДНХ ндағы БАССР павильоны (1939—40, М.Ф.Оленев; Мәскәү), БДУ ның төп корпусы (1951—1957, С.Ғ. һәм Б.Ғ. Кәлимуллиндар), Аксаков С.Т. исемендәге баҡсаның үҙәк ҡапҡаһы (1955) һәм Достоевский урамындағы торлаҡ йорт (1957; икеһе лә — С.Ғ.Кәлимуллин) һ.б. Өфөнөң әһәмиәтле төҙөлөштәре иҫәбенә ш. уҡ “Победа” (1947) һәм “Родина” (1952; икеһе лә — С.И.Якшин) к/т, “Башнефть” бинаһы (1954, А.С.Любарская, В.М.Любарский), Орджоникидзе С. исемендәге мәҙәниәт һарайы (1956, Н.И.Шабаров), Гастелло Н.Ф. исемендәге стадион (1955), Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайы (1957; икеһе лә — В.А.Кондрашков), ВЛКСМ-дың 20 йыллығы ис. Төҙөүселәр клубы (1958, В.Г.Кениг) инә.

Күпселек ҙур А. проекттарын тормошҡа ашырыу 50-се йй. уртаһында башланған биҙәүгә ҡаршы көрәш осорона тура килә. Проекттар ябайлаштырыла, биҙәктәр схемалаштырыла, урамдар үҙенсәлеген юғалта, ҡайһы бер айырым ансамблдәр генә элекке проект б са эшләнә, мәҫ., Октябрьский ҡ. үҙәге (1956—59, архитекторҙары В.Э.Нудельман, Любарская, М.П.Мазин, В.Г.Тадиашвили, Ғ.М.Ғарипов, С.Е.Вахтангов). А. сәнғәтен ике тиҫтә йыллыҡ торғонлоҡҡа килтергән 50-се йй. 2 се ярт. башланған неоклассиканан ситләшеү үҙ нәүбәтендә аҙ сығымлы торлаҡ төҙөлөшөнөң киң масштаблы программаһын тормошҡа ашырыу һәм төҙөлөш индустрияһының ҡайтанан ойошторолоуы м н билдәләнә. Тарихи төҙөлөштәр һүтелә, торлаҡ һәм йәмәғәт биналары типлы проекттар б са төҙөлә, үҙ сиратында был ҡалаларҙың төбәк үҙенсәлеген һәм милли һыҙаттарын юғалтыуға килтерә. Был ғәмәл биналар фасадтарын монументаль декоратив биҙәү м н бер аҙ компенсациялана (ҡара: Монументаль сәнғәт).

Һуғыштан һуңғы осорҙа шифаханаларҙы ҡайтанан ойоштороу һәм тергеҙеү эше әүҙемләшә, респ. сәнәғәт зоналарын планлаштырыу проекттарын эшләү дауам итә, Өфө (архитекторы Л.М.Берлинерблау, “Ҙур Өфө” ген. планы), Стәрлетамаҡ (Кашкадамова), Бөрө (бөтәһе лә — “Ленгипрогор” ин ты) ҡҡ. ген. пландары ҡайтанан ҡарала; яңы ҡалаларҙың — Салауат (А.Ф.Козлов, Ф.И.Кирцидели, Т.В.Андреева; “Ленгорстройпроект” ин ты), Нефтекама (Козлов, Тадиашвили), Октябрьский (Козлов, Мазин, И.Ф.Минкин, Нудельман; икеһе лә — “Башнефтепроект” ин ты), Күмертау (“Леншахтпроект” ин ты), Сибай һәм Учалы (“Унипроммедь” Свердловск ин ты), Ишембай (Л.В.Хихлуха һ.б.); Дүртөйлө, Йылайыр, Малаяҙ, Мораҡ район үҙәктәренең (Тадиашвили, Козлов) ген. пландары төҙөлә, уларҙа ҡала инфраструктураһын комплекслы ойоштороу, терр яларҙы тәртипкә килтереү һәм халыҡҡа хеҙмәт һәм ял өсөн оптималь шарттар булдырыу мәсьәләләре хәл ителә.

60-сы йй. уртаһынан төҙөлөштө ҡайтанан баһалау процесы башлана: типлы проекттар яңынан эшләнә, уңайлыраҡ торлаҡ төҙөлә, уның биҙәлеше яңыртыла. Өфөлә Октябрь проспекты (архитекторҙары В.Ефременко, Э.В.Павлова, В.М.Сухорослов, С.А.Фёдоров һ.б.), Өфө циркы (1968; Г.Наприенко), “Рәсәй” ҡунаҡханаһы (Павлова, Ю.А.Пацков), Спорт һарайы (Мазин), “Өфө” универмагы (бөтәһе лә — 1967) һәм “Искра” к/т (1970; икеһе лә — типлы проект) төҙөлә. Типлы проекттан ситләшеүҙең тәүге өлгөһө — Актёрҙар йорто (1970; архитекторҙары Пацков, А.В.Семёнов) . 70—80-се йй. хәҙ. ҡала мөхитен төҙөүгә күсеүҙе билдәләгән төҙөлөштәр араһында Мәҙәниәт һәм техника һарайы (1970, Р.И.Кирайдт), БАССР ВДНХ биналары комплексы (1972, Мазин, О.В.Новиков, В.С.Фирсов), Сәнғәт училищеһы (1973, Хихлуха, А.В.Печеркин; 1980 се йй., С.А.Голдобин), Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы (1978; типлы проект), Химиктар мәҙәниәт һарайы (1970 се йй., К.Д.Курбатов, Я.А.Лившиц), “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы (Мазин, Новиков, Фирсов, П.П.Петров), Урыҫ драма театры (А.И.Печонкин, икеһе лә — 1981; бөтәһе лә — Өфө) айырылып тора. Өфө (архитекторҙары Пацков, Кондрашков), Стәрлетамаҡ (Хихлуха, Г.А.Степанов) һ.б. ҡала үҙәктәрен һәм майҙандарын планлаштырыу, ҡала скверҙарында һәм майҙандарында фонтандар селтәрен булдырыу ошо осорға тура килә. 70-се йй. башында респ. А. өлкәһендә белгестәр әҙерләү башлана (ҡара: Архитектура буйынса белем биреү).

80-се йй. 2 се ярт. — 90-сы йй. башында, соц.-иҡт. өлкәләге үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, БР-ҙың ҡала, район үҙәктәре, күп халыҡ йәшәгән эре торама пункттарын планлаштырыу документацияһы яңыртыла. Был осорҙағы иң әһәмиәтле төҙөлөштәр иҫәбенә РФ тың Федераль именлек хеҙмәтенең БР б са идаралығы (1985, архитекторҙары Мазин, О.С.Тадиашвили, М.Р.Батырова, Ю.М.Еремеев), Салауат р ны Малаяҙ а. Салауат Юлаев музейы (1987, А.В.Клемент), БРДәүләт йыйылышы Йорто (1990, Батырова, Мазин), Өфөләге Төньяҡ автовокзал (1995, Мазин), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы (1995, Мазин) биналары инә. Өфөлә БДОБТ (1986, Мазин, Пацков; 1994, Мазин), Башҡорт филармонияһы (1987, Мазин, Пацков), БР Профсоюздар федерацияһы советы бинаһы (1986, Р.Р.Әүсәхов, Кирайдт) һ.б. реконструкциялана.

20 б. аҙ. — 21 б. башы А. ҡалаларҙа проектлау типологияһы киңәйеүе, тарихи биналарҙы реконструкциялау һәм реставрациялау эше артыуы м н характерлана. Торлаҡ төҙөү өлкәһендәге яңы йүнәлештәр төҙөлөш һәм биҙәү сифаты, әүҙем пластика һәм асыҡ силуэт, уңайлы шарттарҙың артыуы м н айырыла. А. үҫешенең хәҙ. йүнәлештәре “Башпромбанк” (1996, архитекторы Л.Ш.Дубинский), Милли банк (1995, А.С.Рәсүлев), “Социнвестбанк” (1997, М.О.Еси, В.Н.Соловьёв), “Ләлә-Тюльпан” мәсете (1998, В.В.Дәүләтшин, Кирайдт) биналарында сағылыш таба. Өфөлә был осорҙа төҙөлгән мөһим объекттар иҫәбенә “Нур” театры (2000, архитекторҙары П.М.Андреев, Г.Г.Богатырёва), Хәрби дан музейы (2000, Д.А.Винкельман), Милли Йәштәр театры (2002, К.А.Донгузов, Д.Ю.Мирсаяпов), Конгресс-холл (2007, Р.У.Муллагилдин, Киоказу Араи, “Arai Architects” м н берлектә), “Өфө-Арена” спорт комплексы (2008, И.Ф.Ибраһимов, Д.И.Мавродиев һ.б.) биналары инә. С.Т.Аксаков Йорт музейына (ҡара: Аксаков музейы), Богородский-Өфө сиркәүенә, Бәләбәй р ны Надеждино а. Аксаковтарҙың нәҫел имениеһын тергеҙеү м н бер рәттән Дмитрий Солунский сиркәүенә реставрация үткәрелә (бөтәһе лә — 1991 й., архитекторы З.М.Хәтмуллина). БАДТ (1999, В.Л.Воскресенская), Каруанһарай (тәүге өлөшө — 1999, Голдобин, С.Б.Голдобина, А.В.Давыденко; икенсе өлөшө — 2001, О.А.Байдин), Рождество Богородицы кафедраль соборы комплексы (1992—2010, Донгузов, Д.А.Павлов, Е.А.Фаворская) реконструкциялана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Әҙәб.: История Уфы: крат. очерк. Уфа, 1981; Обыдённов М.Ф. Древняя архитектура Урала. Уфа, 1995; Обыдённов М.Ф., Корепанов К.И. Искусство Урала и Прикамья: эпоха камня и бронзы. Уфа, 1997. К.А.Донгузов, Р.Исмәғил, М.Ф.Обыдённов, З.М.Хәтмуллина Тәрж. Г.С.Балтабаева

Һылтанмалар[үҙгәртергә]