Геродот

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Геродот
бор. грек. Ἡρόδοτος Ἁλικαρνᾱσσεύς
Тыуған көнө

яҡынса б. э. т. 484(-484)

Тыуған урыны

Галикарнас

Вафат булған көнө

яҡынса б. э. т. 425

Ил

Галикарнас[d]

Эшмәкәрлеге

историк

Атаһы

Ликс

 Геродот Викимилектә

Геродо́т Галикарна́сский (бор. грек. Ἡρόδοτος Ἁλικαρνᾱσσεύς, б. э. т. 484 — б. э. т. 425) — боронғо грек тарихсыһы, грек-фарсы һуғышын һәм замандаштары ғөрөф-ғәҙәтен һүрәтләгән «Тарих» исемле беренсе тулы ғилми хеҙмәт авторы. Антик мәҙәниәт өсөн Геродот хеҙмәттәренең әһәмиәте ҙур. Цицерон уны «тарих атаһы» тип атай. Геродот хеҙмәттәре — хәҙерге Рәсәй һәм Украина территорияһында антик дәүерҙә йәшәгән халыҡтарҙы керетеп, Скифия тарихы буйынса мөһим тарихи сығанаҡ булып тора,

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Герододтың тыуған иле --Дориялылары нигеҙләгән Малайзияның Галикарнас ҡаласығы, урындаға Кария ҡәбиләһе вәкилдәре янындағы урынлашҡан. Йәш сағында Геродот Лигдамида тиранлығына ҡаршы көрәшеүсе фирҡәлә тора, һөргәндә Самоста йәшәү, һүңынан артабан сәйәхәт итә башлай. Ул Вавилон, Ассирия, Мысыр, Кесе Азия, Геллеспонт, Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ яры буйында, Балҡан ярымутрауында, Фракияла була. Б. э. т. 446 йылдарҙа ул Афинала йәшәй, бында ул Перикл менән таныша; был ваҡытта "Тарих"тың ҙур өлөшө яҙылған була, Геродот афиналыларға был әҫәрҙең өҙөктәрен уҡығаны билдәле. Б. э. т. 444 йылда, кротолылар емергән Сибарис урынында, дөйөмэллин колонияһы Бөйөк Грецияның Фурии ҡалаһын нигеҙләүҙә ҡатнаша. Б. э. т. 425 йылда вафат була.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геродот буйынса донъя төҙөлөшө.

Геродот әҫәрҙәре, хәҙерге мәғәнәлә тарихи эҙләнеүҙәр түгел, был оҫта, һәләтле, ҡыҙыҡһыныусан, тиҙ аралашыусан, күп уҡыған, күпте күргән һәм күпте ишеткән кешенең тасүрламаһы; был сифаттарға, скерцизм менән боҙола башлаған, эллин алиһәләренә ышаныусы кешенең баҫылҡылыға ҡушыла. Икенсе яҡтан Геродот тарихсы ғына түгел, уның ҡайһы бер әҫәрҙәре ул заман өсөн энциклопедия, бында географик, этнографик, тәбиғәт-тарих һәм әҙәбиәт буйынса мәғлүмәт тупланған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Геродот хаҡлы рәүештә тарих атаһы тип иҫәпләнә. Хәҙерге заманда уның әҫәрҙәре 9 китапҡа бүленгән, шуларҙың икенсе яртыһы б. э. т. 479 йылдағы Сеста ҡамауы менән тамамланған грек-фарсы һуғышы тураһында эҙмә-эҙлекле тарихи хикәйә.

Беренсе яртыһы Фарсы батшалығы, Вавилония, Ассирия, Мысыр, Скифия, Ливия һәм башҡа илдәрҙе маҡтаған хикәйәләр. Вәхшиҙәр һәм эллиндар араһындағы көрәште күҙәтеүҙе тарихсы күҙ алдында тора. Әҫерҙең тарихи линияһын юғалтмайынса, тарихсы үҙенә ҡыҙыҡ булған башҡа нәмәләр тураһында ла яҙа. Геродотҡа яңы тарихи башланғысҡа ышаныслы итеп кереткән тарихи тәнҡит хас.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Текстар һәм тәржемәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Loeb classical library» серияһында 4 томда баҫылған (№ 117—120).
  • «Collection Budé» серияһында Геродот "Тарих"ы издана в 11 томах (включая тома с введением и с указателем).

Руссаға тәржемәләр:[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Повествования Иродота Аликарнасского. / Пер. А. Нартова. В 3 т. СПб., 1763—1764.
  • История Иродотова. Ч. 1-5. / Пер. И. И. Мартынова. СПб., 1826—1828. (на греч. и рус. яз.; включает в ч. 5 «Жизнь Гомера» Псевдо-Геродота)
    • Книги I, IV. / Пер. И. Мартынова в переработке М. Гаспарова. // Историки Греции. М., 1976. С. 27-166.
  • Геродот. История в 9 кн. / Пер., предисл. и указатель Ф. Г. Мищенко. В 2 т. М., 1885—1886.
    • 2-е изд., испр. 1888.
    • переизд.: М.: Эксмо. 2008.
  • Геродот. Тарих / Пер. и прим. Г. А. Стратановского. Статья В. Г. Боруховича. (Серия «Памятники исторической мысли».) Л.: Наука, 1972. 600 стр. 50000 экз.
    • переизд. неоднократно, например: (Серия «Классики исторической мысли»). М.: Ладомир — АСТ. 1999. 752 стр.

Бынан тыш революцияға тиклем Рәсәйҙә "Тарих"тың айырым китаптары мәктәп дәреслектәрендә уҡытыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]