Эстәлеккә күсергә

Граждандар һуғышы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында комсомолдың ҡаташыуына бағышланған СССР маркаһы

Граждандар һуғышы — бер дәүләт граждандары араһындағы һуғыш [1], ғәҙәттә, һуғышта ҙур көстәр ҡатнаша һәм ул киң ҡолас ала[2][3] Был һуғышта ҡайһы ваҡытта элек бер дәүләткә ингән милләттәр үҙ-ара һуғыша [4]. Яҡтарҙың маҡсаты, ҡағиҙә булараҡ, илдә йәки айырым төбәктә власҡа килеү[2].

Граждандар һуғышының билдәһе булып граждандарҙың низағҡа йәлеп ителеүе һәм халыҡты күп юғалтыу тора[5].

Граждандар һуғышын алып барыу ысулдары йыш ҡына традицион һуғыштарҙан айырыла. Дошманлашҡан яҡтарҙың регуляр ғәскәр ҡулланыуынан тыш, партизан хәрәкәте, шулай уҡ халыҡтың тырым-тырағай болалары һ. б. ҙур таралыу ала. Граждандар һуғышы икенсе дәүләттәрҙең интервенцияһына ҡаршы тороу менән бергә алып барыла[5].

Икенсе донъя һуғышы ахырынан һуң Граждандар һуғышы уртаса 4 йылдан артығыраҡ дауам итә, 1900—1944 йылдар араһындағы 1,5 йылға һуҙылған граждандар һуғышы менән сағыштырғанда, күпкә оҙағыраҡ барыуы менән билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта XIX быуат уртаһынан башлап граждандар һуғышы тоҡаныу кимәле сағыштырмаса даими булып, дауамлығы арта барған һайын, ошо ваҡыт мәлендә һуғыштар һаны артыуына килтерә. Миҫал өсөн, XX быуат башында граждандар һуғышы биштән дә артыҡ булмай, ә бына һалҡын һуғыш аҙағында донъяла бер үк ваҡытта 20-әр һуғыш тоҡанып торҙо, көслө державаларҙың ҡаршы тороуы менән бәйле низағтар ахырына еткәндән һуң, уларҙың һаны ла байтаҡҡа кәмене[6].

1945 йылдан башлап, граждандар һуғыштары 25 миллионлап кешенең ғүмерен ҡыйҙы, миллионлаған халыҡ көсләп күсереүгә (депортация — Forced migration) дусар ителде. Граждандар һуғышы һаҙына батҡан илдәр иҡтисади коллапс кисерҙе; Бирма (Мьянма), Уганда һәм Ангола, граждандар һуғышына инеп китмәгән хәлдә, сәскә атҡан илдәр өлгөһө булыр ине[7].

Стэнфорд университетында граждандар һуғыштарын тикшереүсе Джеймс Ферон граждандар һуғышын «ил эсендә көс ҡулланылған низағ, үҙәктә йә төбәктә власты ҡулдарына төшөрөү йәки дәүләт сәйәсәтен үҙгәртеү маҡсатында һуғыш асҡан ойошторолған төркөмдәр көрәше»[2].

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр, атап әйткәндә, Энн Хиронака, низағтың бер яғы булып дәүләт тора, тип иҫәпләй[6], һәм был тәжрибәлә мотлаҡ тип һаналмай. Граждандарҙың болалары менән бәйле мәл граждандар һуғышына әүерелеп китеүе бик бәхәсле. Ҡайһы бер сәйәсмәндәр, граждандар һуғышы тип меңдән ашыу ҡорбанға алып килгән низағты атай[2], ә бәғзеләр һәр яҡтан йөҙ кешенең ҡорбан булыуы ла етә, тип иҫәпләй[8]. Correlates of War америка проекты мәғлүмәттәрен ғалим-низағ белгестәр йыш файҙалана, һәм граждандар һуғышы тип бер йыл эсендә 1000-дән ашыу ҡорбанға алып килгән низағты граждандар һуғышы тип атай.

Әгәр бер йыл эсендә 1000 ҡорбанды критерий тип алһаҡ, 1816 йылдан алып 1997 йылға тиклем 213 граждандар һуғышы булған, шуларҙың 104-е 1944 йылдан 1997 йылға тиклем булған[6]. Әгәр йомшағыраҡ критерийҙы — 1000 ҡорбан тигәнде алһаҡ, 1945 йылдан алып 2007 йылҫға тиклем 90-дан ашыу граждандар һуғышы булған, һәм шуның 20-һе 2007 йылға саҡлы дауам иткән[2].

Женева конвенцияларында "граждандар һуғышы" истилахына аныҡлыҡ бирелмәй, әммә улар низағты "халыҡ-ара булмаған ҡораллы низағ" тип таныу өсөн миғъярҙар индерә, шул иҫәптән граждандар һуғыштары. Дүрт миғъяр бар[9][10]:

  • Ихтилал яҡтары милли территорияның бер өлөшөнә эйә булырға тейеш.
  • Ихтилал күтәргән граждандар хаҡимлығы илдең билдәле бер территорияһында халыҡ өҫтөнән хағимлыҡты ғәмәлдә биләргә тейеш.
  • Ихтилалсыларҙың һуғышта ҡатнашыусы булараҡ танылыуҙары булырға тейеш.
  • Хөкүмәт «хәрби ойошмалы баш күтәреүселәргә ҡаршы даими хәрби көстө ҡулланырға бурыслы».

Граждандар һуғышы сәбәптәрен тикшереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалимдар граждандар һуғышының төп сәбәптәре тип ике нимәне атай. Бер яҡтан уның сәбәптәре социаль ҡатламдар араһында этник, ижтимағи һәм дини ҡапма-ҡаршылыҡтарға бәйле. Улар дөйөм дәүләт кимәлендәге кризисты тыуҙыра ала[1]. Икенсе яҡтан — ҡайһы бер кешеләрҙең,йәки төркөмдәрҙең иҡтисади ихтыяжы . Анализ иҡтисади сәбәптәр халыҡтың үҙбилдәләнешенә бәйле мәсьәләләргә ҡарағанда киҫкенерәк булыуын күрһәтә [11][12].

В начале 2000-х годов специалисты Всемирного банка проводили исследование гражданских войн и сформулировали модель Коллиера—Хёффлера, которая определяет факторы, увеличивающие риск возникновения гражданской войны. Были рассмотрены 78 пятилетних периодов с 1960 по 1999 годы, в которых возникали гражданские войны, а также 1167 пятилетних периодов без гражданских войн для установления корреляции с различными факторами. В ходе исследования было показано, что статистически значимое влияние на вероятность возникновения гражданской войны оказывали следующие факторы[13]:

Америка граждандар һуғышы. Геттисббург бәрелешенән (ингл.) һуң, 1863 йыл

Бер дәүләт эсендәге[2], һирәгерәк элек берҙәм дәүләттең өлөшө булған ике милли дәүләткә бүленгән[4] ойошҡан кеше төркөмдәре араһында ҙур маштаблы һуғышҡа граждандар һуғышы тиҙәр.

Тарафтарының маҡсаты, ғәҙәттә, ағымдағы хөкүмәтте үз сәйәсәтен үҙгәртергә, илдә йәки уның айырым регионында хәкимиәтте үҙ ҡулға алыу, йәки регионды суверен дәүләт дәрәжәһенә сығарыу[2].

Граждандар һуғышы термины беҙҙең эраға тиклем I быуатта Рим республикаһындағы граждандар һуғыштарын (ингл.) билдәләү өсөн ҡулланған.

Граждандар һуғышы билдәләре: һуғышта ҡатнашҡан ике яғын да дәүләти хәрби-сәйәси структура үҙенәлектәре булыуы, һуғыштың оҙон ваҡыт дауам итеүе, халыктың барлыҡ ҡатламдарының ҡатнашыуы.

1991 йылда Эфиопия граждандарының (ингл.) аҙағында фетнәселәр Аддис-Абебаға ҡалаһына ингәс Т-62 танкының ҡалдыҡтары

Граждандар һуғышы күп һанлы кешеләрҙең хәләк булыуына (ингл.) һәм ҙур күләмдә файҙалы ресурстарҙың юк ителеүенә килтерә ала.[6]

Collier-Hoeffler моделендәге граждандар һуғышы сәбәптәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Граждандар һуғышы сәбәптәренә тикшереүҙәр алып барған ғалимдәр бер-береһенә ҡаршы булған — ҡәнәғәтһеҙлек (ингл) теорияларынә тартылалар. Академик анализ граждандар һуғышының ҡубарылыуын фаразлауҙа йәмғиәттең иҡтисади хәле һәм иҡтисади структураға бәйле факторҙар кемлеккә бәйлеләргә әһәммиәтлерәк булыуын яҡлай.[14]

21 быуат башында Бөтөн дөнья банкы бер төркөмө граждандар һуғышын ентекләп өйрәнгәндәр. Collier-Hoeffler моделе тип билдәле булған тикшеренеү 1960—1999 йылдар араһында төрлө илдәрҙә граждандар һуғышы урын алған һәм граждандар һуғыштары булмаған биш йыллыҡ интервалдарҙы билдәләп, уларҙы регрессион анализ ярҙамында төрлө факторҙарҙың тәьҫирен тикшергәндәр инде. Берәр 5 йәшлек интервал эсендә граждандар һуғышы ҡубасағы ихтималына статистика күҙлегенән тәьҫире һиҙелерлек булган факторҙар араһына ингәндәре:[13]

Финанслауҙың булыуы
Баш күтәреү/күтәрмәү отошлоғо
Хәрби өҫтөнлөк
Ҡәнәғәтһеҙлек
Халыҡ һаны
Һуңғы баш күтәреүҙән һуң уҙған ваҡыт

Эволюцион психологы (ингл.) Сатоши Каназава (ингл.) төркөм-ара ыҙғыштарҙың әһәммиәтлә сәбәптәрҙең береһе — бала таба алырлык йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың сағыштырмаса һаны була алғанын асыҡланы. Уның тикшеренеүҙәре күрһәткәненсә, күп ҡатынлыҡ дәүләт-ара һуғыштарҙан айырмалы булараҡ, граждандар һуғыштарының йышлығына үҫеүенә ныҡ тәьҫир итә.[15].

  1. 1,0 1,1 Гражданская война // Военная энциклопедия / Павел Сергеевич Грачёв. — Москва: Военное издательство, 1994. — Т. 2. — С. 475. — ISBN 5-203-00299-1.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Fearon, James. (инг.)баш.. Iraq’s Civil War 2007 йыл 17 март архивланған. // «Foreign Affairs», March/April 2007. (инг.)
  3. Е. Г. Панфилов. Гражданская война. Большая советская энциклопедия: В 30 т. — М.: «Советская энциклопедия», 1969—1978.
  4. 4,0 4,1 Flaherty Jane. Review of Nicholas Onuf and Peter Onuf, Nations, Markets, and War: Modern History and the American Civil War (ингл.). // Сайт «EH.Net» (Economic History Services) (23 октябрь 2006). — «Two nations [within the U.S.] developed because of slavery». Дата обращения: 2013. Архивировано 25 ғинуар 2010 года. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «EH» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  5. 5,0 5,1 Гражданская война // Большая российская энциклопедия. — 2007. — Т. 7. — С. 591. — ISBN 978-5-85270-337-8.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Hironaka, 2005, p. 3 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «hironaka3» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  7. Hironaka, 2005, pp. 1−2, 4−5
  8. Edward Wong. A Matter of Definition: What Makes a Civil War, and Who Declares It So? // «New York Times», November 26, 2006. (инг.)
  9. Final Record of the Diplomatic Conference of Geneva of 1949, (Volume II-B, p. 121)
  10. See also the International Committee of the Red Cross commentary on Third 1949 Geneva Convention, Article III, Section «A. Cases of armed conflict» for the ICRC’s reading of the definition and a listing of proposed alternate wording
  11. Hironaka, 2005, pp. 9−10
  12. Collier & Sambanis, 2005, Vol. 1., p. 13. — Paul Collier, Anke Hoeffler and Nicholas Sambanis. The Collier-Hoeffler Model of Civil War Onset and the Case Study Project Research Design
  13. 13,0 13,1 Collier & Sambanis, 2005, Vol 1., p. 17 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «cs17» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  14. See, for example, Hironaka (2005), pp. 9-10, and Collier, Paul, Anke Hoeffler and Nicholas Sambanis, "The Collier-Hoeffler Model of Civil War Onset and the Case Study Project Research Design, " in Collier & Sambanis, Vol 1, p. 13
  15. DOI:10.1017/S0022381608090026
    Вы можете подставить цитату вручную или с помощью бота.