Ангола

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Республика Ангола
República de Angola
Ангола Ангола гербы
Ангола флагы Ангола гербы

Координаты: 12°21′00″ ю. ш. 17°21′00″ в. д. / 12.35000° ю. ш. 17.35000° в. д. / -12.35000; 17.35000 (G) (O){{#coordinates:12|21|0|S|17|21|0|E|type:country_region:AO

primary name=

}}

Девиз: «Virtus Unita Fortior

лат.:Берҙәмлек көс бирә»

Гимн: «Вперёд, Ангола!»
Angola (orthographic projection).svg
Бойонороҡһоҙлоҡ датаһы 11 ноябрь 1975 (Португалиянан дәүләтенән)
Рәсми тел португал
Башҡала Луанда
Эре ҡалалары Луанда
Идара итеү формаһы Президент республикаһы
Президент

Вице-президент

Жозе Эдуарду душ Сантуш

Фернанду да Пьедаде Диаш душ Сантуш

Территория
• Барлығы
• Һыу өҫтө %
Донъялағы урыны: 22
1 246 700 км²
ҙур түгел
Халыҡ
• Баһалау (2009)
Тығыҙлыҡ

18 498 000[1] кеше (Урыны: 59)
14,8 кеше/км²
КПҮИ  0.564 (Урыны: 143)
Валюта кванза (AOA,код 973)
Код ISO AGO
Телефон коды +244
Сәғәт бүлкәте 1

Анго́ла (порт. Angola, рәсми исеме — Анго́ла Республикаһы (порт. República de Angola ʁɛˈpublikɐ dɨ ɐ̃ˈɡɔlɐ) — Үҙәк Африкалағы дәүләт.

Көньяҡтан Намибия, төньяҡ-көнсығыштан һәм төньяҡтан Конго Демократик Республикаһы , көнсығыштан Замбия һәм Конго Республикаһы (Кабинда анклавы) менән сиктәш. Атлантик океан менән йыуыла. Португалияның элекке колонияһы.

1976 йылдың 1 декабренән БМО ағзаһы.

Тарихы[үҙгәртергә]

  • 1482 — диңгеҙсе Диогу Кан етәкләгән Португалия экспедицияһы Анголя ярына фяҡ баҫа.
  • 1576 — португалдар Сан-Паулу-ди-Луанда фордын төҙөй, һуңынан ул Ангола баш ҡалаһы була. XIX быуат уртаһына тиклем Анголала португалдарҙың төп шөғөлө ҡол һатыу була; яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 300 йыл эсендә илдән (башлыса Бразилияға) 5 миллион кеше сығарылған.
  • 18851894Португалия, Бельгия, Германия һәм Англия килешеүе нигеҙендә Анголаның хәҙерге сиктәре билдәләнә.
  • 1951 — Ангола Португалияның «диңгеҙ аръяғы провинцияһы» статусын ала
  • 1950-е — беренсе баш күтәреүселәр төркөмө барлыҡҡа килә — МПЛА, УПА.
  • 1961 —Холден Роберто етәкләгән португалдарға ҡаршы ихтиллал. Баш күтәреүселәр лагеры күрше Конгола (Киншаса) урынлаша. Ангола азатлығы өсөн һуғыш 14 йыл дауат итә. Шул уҡ ваҡытта МПЛА һәм ФНЛА араһында ҡаршылыҡтар килеп сыға
  • 1962 —Холден Роберто етәкселегендә ситтә Ангола республикаһы хөкүмәте ойошторола.
  • 1974 — Португалияла «ҡәнәфер революция» . Португалия бөтә колонияланын азат итә. * 1975, 11 ноябрь — Ангола бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. Беренсе президенты МПЛА лидеры Агостиньо Нето була. Азатлыҡ илгә тыныслыҡ килтермәй. Илдә советтар яҡлы МПЛА һәм американдар яҡлы УНИТА , ФНЛА араһында граждардар һуғышы башлана. Был һуғыш эник-ара ҡаршылыҡтар араҡаһында көсәйә.
Граждандар һуғышы ваҡытында Луандала хәрби парад
  • 1977, 1978 —Генерал Мбумба командаваниеһындағы Ангола армияһы Заирға баҫып инә. 1977 йылда Марокко ғәскәрҙәре Заир армияһына Ангола армияһына отпор бирергә ярҙам итә.
  • 1979 — Ангола президенты итеп МПЛА лидерыЖозе Эдуарду душ Сантуш тәғәйенләнә.
  • 1980 — хөкүмәт армиһы ФНЛА армияһын тар-мар итә.
  • 1992 — Советтар Союзы ярҙамынан мәхрүм булғас МПЛА мөнәсәбәттәрен АҠШ-ҡа йүнәлтә.
  • 2002 — көнсығыш Мишоко провинцияһында хөкүмәт ғәскәрҙәре менән атыш ваҡытында УНИТА лидеры Жонаша Савимби һәләк була. Анголала граждандар һуғышы тамамлана Анголе (1975—2002).
  • 2010 — Анголала футбол буйынса африкандарҙың милли кубогы уҙғарыла.

РәсәйФедерацияһы менән дипломатик мөнәсәбәттәре бар (11.11.1975 йылда СССР менән төҙөлгән).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Department of Economic and Social AffairsPopulation Division (2009). «World Population Prospects, Table A.1» (.PDF) (United Nations). Проверено 2009-03-12.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Ҡалып:Африка Ҡалып:Африка союзы Ҡалып:Латинский Союз Ҡалып:CPLP Ҡалып:ОПЕК


Донъя Был илдәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.