Граждандар йәмғиәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Граждандар йәмғиәте
Рәсем
 Граждандар йәмғиәте Викимилектә

Граждандар йәмғиәте — дәүләт власы рычагтарына яҡынлашмаған граждандар йыйылмаһы; власть-дәүләт һәм коммерция структуралары сиктәренән тыш ижтимағи мөнәсәбәттәр йыйылмаһы; дәүләт власы яғынан туранан-тура ҡыҫылыуҙан һәм ирекле регламентлауҙан, шулай уҡ башҡа тышҡы айырмалыҡтарҙан һаҡланған ирекле граждандарҙың һәм ирекле формалашҡан коммерцияға ҡарамаған йүнәлешле ассоциацияларҙың һәм ойошмаларҙың үҙ-үҙен күрһәтеү өлкәһе.

Хоҡуҡи дәүләт төҙөлөшөнөң мөһим тәүшарты һәм уның тиң хоҡуҡлы партнёры булып үҫешкән граждандар йәмғиәте тора. Дэвид Истондың классик схемаһына ярашлы, граждандар йәмғиәте сәйәси системаға талаптар фильтры һәм йәмғиәткә таяныс булып тора[1].

Граждандар йәмғиәтенең йәшәү шарттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • йәмғиәтенең атомизацияһы (кешеләр араһында ышаныстың кәмеүендә, проблемаларҙы күмәкләп хәл итеү күнекмәләрен юғалтыу), кешенең яҡын кешеләр менән бәйләүсе төрлө мөнәсәбәттәрҙән азат ителгән индивидҡа әүерелеүендә сағыла[2];
  • Йәмғиәттә етештереү сараларына шәхси милекселек барлыҡҡа килеүе: «Ер участкаһын беренсе булып таҙартҡан һәм „Был — минеке“, — тип әйткән кеше ысын мәғәнәһендә граждандар йәмғиәтенә нигеҙ һалған беренсе кеше» (Жан-Жак Руссо);
  • Байҙар һәм ярлылар араһында «һалҡын граждандар һуғышы», «байҙарҙың йыртҡыслығы, ярлыларҙы талау» һымаҡ даими конфронтация булыуы (Руссо)[2];
  • ижтимағи өлкәлә демократия булыуы;
  • граждандарҙың хоҡуҡи яҡланғанлығы;
  • граждандар мәҙәниәтенең билдәле бер кимәле;
  • халыҡтың юғары белем кимәле һәм халыҡтың юғары гражданлыҡ әүҙемлеге;
  • кеше хоҡуҡтарын һәм иректәрен тулыһынса тәьмин итеү;
  • үҙидара;
  • уның структураларын һәм төрлө төркөмдәрен барлыҡҡа килтергән конкуренция;
  • ирекле формалаштырылған ижтимағи фекерҙәр һәм плюрализм;
  • күп ҡатлы иҡтисад;
  • урта синыфтың йәмғиәттә ҙур сағыштырма ауырлыҡҡа эйә булыуы.

Граждандар йәмғиәте концепцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижтимағи фәндәрҙә граждандар йәмғиәтенең асылын билдәләү өсөн түбәндәге төп ҡараштар айырыла:

  • анархияға ҡаршы ҡуйыу булараҡ;
  • сиркәү эшенә ҡаршы ҡуйыу булараҡ;
  • дәүләткә ҡаршы килгән йәмәғәт мөнәсәбәттәре комплексы булараҡ;
  • көнбайыш цивилизацияһының аныҡ феномены булараҡ.

Граждандар йәмғиәтенең аяҡҡа баҫыу ауырлыҡтарын уның көнбайыш ижтимағи-сәйәси фекерҙәге концепцияһын әҙерләү тарихы раҫлай.

Томас Гоббс, инглиз философы:

Граждандар йәмғиәте — ул шәхестәр союзы, уның бөтә ағзалары ла юғары кешелек сифаттарына эйә булған коллектив. Дәүләт гражданлыҡ йәмғиәтенән өҫтөнөрәк.

Джон Локк, инглиз философы:

Граждандар йәмғиәте — ул сәйәси йәмғиәт, йәғни дәүләт мәнфәғәте әһәмиәтендәге йәмәғәт өлкәһе.

Шарль де Монтескьё, француз философы:

Граждандар йәмғиәте — ул кешеләрҙең бер-береһе менән дошманлыҡ йәмғиәте, шундай мөнәсәбәттәрҙе туҡтатыу өсөн ул дәүләткә әүерелә.

Томас Пейн, америка мәғрифәтсеһе:

Граждандар йәмғиәте — изгелек, ә дәүләт — ҡотолғоһоҙ яуызлыҡ. Граждандар йәмғиәте ни тиклем камилыраҡ булһа, шул тиклем дәүләт яғынан көйләү мохтажлығы кәмей.

Георг Вильгельм Фридрих Гегель, немец философы:

Граждандар йәмғиәте — айырым шәхестең үтә шәхси маҡсаттарын һәм мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыу өлкәһе. Граждандар йәмғиәтендә ысын азатлыҡ юҡ, сөнки унда шәхси мәнфәғәттәр һәм власть араһында дөйөм характерҙағы ҡапма-ҡаршылыҡтар йыш осрай.

Карл Маркс һәм Фридрих Энгельс, немец иҡтисадсылары һәм социологтары:

Граждандар йәмғиәте — матди, иҡтисади тормош һәм кешеләр эшмәкәрлеге өлкәһе. Тап ул дәүләткә ҡарата тәүгеһе, граждандар тормошо, һәр төрлө мәнфәғәттәрҙең суммаһы булараҡ, дәүләтте нығыта[3].

Граждандар йәмғиәтенең формалашыу этаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шартлы рәүештә граждандар йәмғиәтен формалаштырыуҙың өс этабын билдәләп үтергә мөмкин

  1. Беренсе этапта йәмғиәттең гражданлыҡ һәм дәүләт өлкәләрен айырыу бара. Заманса демократик механизмдар (һайлауҙар, референдумдар, митингылар, петициялар һ.б.) ярҙамында граждандар йәмғиәтенең һәм дәүләт власы аппаратының үҙ-ара эш итеүе башлана. Күбеһенсә шәхси йәмғиәт тормошо өлкәһе үҫешә, төрлө институттар, кешеләр мәнфәғәтен хеҙмәтләндереүсе ойошмалар барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта классик капитализм системаһы — хосуси милек, баҙар иҡтисады, ирекле конкуренция өҫтөнлөк итә. Эшҡыуарҙар һәм эшселәр был этапта төп кластар булып тора. Граждандар йәмғиәтен формалаштырыуҙы дауам итеү өсөн хоҡуҡтың өҫтөнлөгө һәм баҙар иҡтисади системалы хоҡуҡи дәүләт кәрәк.
  2. Артабан шәхси генә түгел, ижтимағи тормош өлкәһе лә үҫешә башлай. Төрлө социаль ҡатламдарҙың иҡтисади мәнфәғәтен үҙаллы яҡларға мәжбүр булған граждандар йәмғиәте ошо бурыстарҙы дәүләткә тапшыра, һәм шуның арҡаһында ул хоҡуҡи ғына түгел, социаль да була бара. Был этапта капиталистар һәм ялланма эшселәр араһында мәнфәғәттәр конфликты шымара, йәмғиәт төрлө социаль төркөмдәрҙең мәнфәғәттәре араһында уртаҡ фекергә килеүгә йәки юл ҡуйышып килешеүгә (компромисс) ынтыла. Төп урынды урта синыф биләй, шулай уҡ сервис класы — менеджерҙар, коммерсанттар, аналитиктар позициялары нығына.
  3. Граждандар йәмғиәтен формалаштырыуҙың финал этабында уны глобалләштереү һәм ғәмәлгә ашырыу (плюрализация) бара. Синфи көрәш нулгә ынтыла, йәмғиәттәге полярлашыу (уның синыфтары араһында дошманлыҡ) бөтөнләй юҡҡа сыға тиерлек. Башҡа төркөмдәр менән дошман булыу сәбәпле түгел, ә мәҙәни үҙенсәлектәре арҡаһында ғына, төрлө социаль төркөмдәр төрлө ҡыҙыҡһыныуҙарға эйә. Граждандар йәмғиәтенең төрлө субъекттары үҙ стратегияларын һәм үҫеш юлдарын әҙерләй, ә йәмғиәттә толерантлыҡ, социаль төркөмдәрҙең, синыфтарҙың, этник төркөмдәрҙең бөтә спектрына ҡарата сабырлыҡ һ.б. тормошҡа ашырыла.[4]

Философия постулаттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Граждандар йәмғиәте — дәүләткә ҡарамаған типтағы йәмғиәт[5]. Хәҙерге заманса аңлауҙа граждандар йәмғиәте — дәүләттең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, әммә уның менән үҙ-ара килешеп эш иткән кешеләр араһында иҡтисади, сәйәси, хоҡуҡи һәм мәҙәни мөнәсәбәттәр үҫешкән йәмғиәт.
  • Граждандар йәмғиәте — йәмәғәт мәнфәғәттәрен ғәмәлгә ашырыу өсөн эшләүсе, әммә сәйәси йәки коммерцияға ирешеү маҡсатынан тыш, йәмәғәт тормошонда матди файҙа, сәйәси йәки коммерция файҙа алыу маҡсатынан тыш ирекмән граждандарҙы берләштереүсе коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың горизонталь структураланған селтәре.
  • Граждандар йәмғиәте эгоистик әхлаҡ һәм конкуренция мөнәсәбәттәре сиктәрендә эшләгән власть мөнәсәбәттәре һәм бизнес нигеҙендә төҙөлгән дәүләттән айырмалы рәүештә, социаль теләктәшлек мөнәсәбәттәренә нигеҙләнә.
  • Граждандар йәмғиәте — дәүләт менән берлектә үҫешкән хоҡуҡи мөнәсәбәттәр булдырыусы юғары социаль, мәҙәни, әхлаҡи иҡтисад статусына эйә кешеләр йәмғиәте.
  • Граждандар йәмғиәте үҙ эсенә: хужалыҡ, иҡтисади, этник, дини һәм хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе алған ҡатмарлы структураға эйә. Граждандар бәйләнештәре юридик тиң хоҡуҡлы партнёрҙар араһындағы конкуренция һәм теләктәшлек мөнәсәбәттәрен сағылдыра.
  • Граждандар йәмғиәте барлыҡҡа килеүенә граждандарҙа шәхси милек нгигеҙендә иҡтисади үҙаллылыҡ йәмғиәтенең, шулай уҡ граждандар азатлығының барлыҡҡа килеүе шарт булып тора. Граждандар йәмғиәте — цивилизациялы баҙар мөнәсәбәттәре йәмғиәте.
  • Йәмғиәттең үҙ-үҙен ойоштороу һәм үҙ-үҙен көйләү буйынса юғары кимәлгә етеү граждандар йәмғиәтенең мөһим характеристикаһы булып тора.
  • Граждандар йәмғиәте дәүләт һәм граждандар араһында йоғонто яһау өлкәләрен бүлгәндән һуң ойошторола. Дәүләттең тоталь власының тарайыуы кешенең билдәле бер сәйәси булмаған категориялары буйынса айырылғыһыҙ хоҡуҡтарын индереү аша тормошҡа ашырыла. Хеҙмәткә (иҡтисад), милли мәҙәни ҡиммәттәргә (мәҙәниәт), дини йолаларҙы үтәүгә, мәғлүмәт менән алмашыу иркенә, үҙ-үҙенде иҫбатлау иркенә эйә булыу айырылғыһыҙ хоҡуҡ тип ҡарала. Граждандар араһындағы бәхәсле мәсьәләләрҙе бойондороҡһоҙ суд хәл итә.
  • Граждандар йәмғиәте глобаль феноменға әүерелә.

Граждандар йәмғиәте функциялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кеше тормошоноң шәхси өлкәләрен һаҡлау;
  • Хоҡуҡи дәүләттең конституцион принциптарын һәм властар бүленешен күҙәтеүҙе контролдә тотоу юлы менән сәйәси властың абсолют өҫтөнлөгөн тотҡарлау;
  • Йәмәғәт мөнәсәбәттәрен һәм процестарын тотороҡландырыу, йәмғиәттең дәүләт һәм коммерция өлкәләре араһында тигеҙлекте тәьмин итеү;
  • Йәмәғәт мәнфәғәттәрен яҡлау һәм үҫтереү;
  • Хоҡуҡи дәүләттең конституцион принцибын тормошҡа ашырыу өсөн даими тыныслыҡ көрәше;
  • Ҡануниәтте ришүәтселек (коррупция) хәүефе йәһәтенән даими тикшереү (мониторинг)[6].

Йәмәғәт ойошмалары, шулай уҡ үҙҙәренең маҡсаттарына һәм бурыстарына ярашлы, тормошҡа ашырылған проекттар сиктәрендә берләшә. Мәҫәлән, ниндәйҙер төбәк проблемаһы сиктәрендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса. Мәҫәлән, университеттар һәм китапханалар, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар кеүек ойошторолған, һәм был уларға төрлө хәйриә фондтарынан грант алырға һәм дәүләттән һалым ташламалары алырға мөмкинлек бирә.

Был ойошмалар конкурс нигеҙендә тәҡдим ителгән проекттар сиктәрендә шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, билдәле бер илдә демократияны үҫтереү, кеше хоҡуҡтарын яҡлау һ.б. кеүек махсуслашыу менән шөғөлләнгән күп төрлө хөкүмәт һәм хөкүмәткә ҡарамаған милли һәм халыҡ-ара хәйриә фондтары тарафынан финанслана. Мәҫәлән, Рокфеллер фонды бөтә донъя буйынса төрлө мәғариф проекттарына, һаулыҡ һаҡлау йәки донъяла иң ҙур Билл һәм Мелинда Гейтс хәйриә фондтары һаулыҡ һаҡлау һәм ярлылыҡҡа ҡаршы көрәш өлкәһендәге проекттарға булышлыҡ итә.

Хәйриә фондтары үҙҙәренең гранттар бүлеү сәйәсәте ярҙамында, мониторингты тормошҡа ашырып, проекттарҙы тормошҡа ашырыуға контроллек итеп, шулай уҡ проекттарҙа ҡулланылған гуманитар технологияларҙы билдәләп, күп йәһәттән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар эшмәкәрлеге менән идара итә.

Тарихи роле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Позитив баһа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Граждандар йәмғиәте дәүләт власы һәм бизнес институттары эшмәкәрлеген контролдә тоторға һәм сикләргә, закон боҙоуға һәм граждандарҙың шәхси тормошона уларҙың сиктән тыш ҡыҫылыуына юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек биргән заманса йәмғиәттең тотанаҡлыҡ һәм ҡаршылыҡтар системаһында мөһим элемент булып тора.
  • Граждандар йәмғиәте, шул иҫәптән закондар сығарыу башланғыстарын тәҡдим итеү ярҙамында ла, төрлө социаль төркөмдәрҙең мәнфәғәттәрен һөҙөмтәле үҫтерергә, уларҙың хоҡуҡтарын яҡларға мөмкинлек бирә.
  • Төрлө социаль төркөмдәрҙең хеҙмәттәшлек итеү һәм кооперацияһы нигеҙендә эшләүсе граждандар йәмғиәте институттары социаль ҡаршылыҡтарҙы һәм ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе яйға һала.

Негатив баһа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хәйриә фондтарының финанс сәйәсәте йыш ҡына үҙгәрә, уларҙың йәмәғәт ойошмаларына ярҙам итеүе ҡыҫҡа ваҡытлы арауыҡ менән сикләнгән, был социаль проблемаларҙы хәл итеү күҙ быуыу (имитация) һымаҡ эшләнеүенә һәм ысын бойондороҡһоҙ йәмәғәт ойошмаларының тарҡалыуына килтерә.
    • Граждандарҙың әүҙемлегенең түбән кимәлдә булыуы һәм халыҡтың хоҡуҡи наҙанлығы бындай илдәрҙә граждандар йәмғиәте ҡороуҙы ҡыйынлаштыра.
  • Кара-Мурза Сергей Георгиевич: «Гражданлыҡ йәмғиәтен төшөнсәһенең мәғәнәһе ике концепцияға: антропологик (индивид, атом булараҡ кеше) һәм сәйәси-иҡтисади (хосуси милек) концепцияларына нигеҙләнгән. Тимәк, был уның төп мәғәнәһендә башҡа антропологик һәм сәйәси-иҡтисади күҙаллауҙарҙа торған көнбайыш булмаған мәҙәниәттәрҙә ҡулланеырлыҡ түгел»[7].
  • Герберт Маркузе «Разум и революция» тигән китабында былай тип раҫлай: «Фашизм ҡарамағында граждандар йәмғиәте дәүләткә етәкселек итә»[8].

Был этапта йәмәғәт ойошмалары һәм берләшмәләренең эшмәкәрлегендә граждандар берләшмәләре араһында тотороҡло, системалы һәм ойошҡан бәйләнеш күҙәтелмәүе ҙур етешһеҙлек булып тора, ул кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен боҙоу осраҡтарында власҡа йоғонто яһарлыҡ көс булдырыу өсөн кәрәк[9].

Граждандар йәмғиәте проблемалары:

Граждандар йәмғиәтен формалаштырыу проблемаһы дәүләт власы менән граждандар йәмғиәтенең үҙ-ара килешеп эш итеү проблемаһы менән тығыҙ бәйләнгән. Үҙ сиратында ул дәүләт ҡоролошо процесында төп мәсьәлә булып тора һәм был проблеманың актуаллеген иҫбатлай. Әлеге ваҡытта граждандар йәмғиәтен формалаштырыу процесы дауам итә. Хәҙерге Рәсәйҙә был процесс цивилизациялы баҙар мөнәсәбәттәренә яйға һалынған сығыуҙың булмауы, милекселәрҙең ҙур ҡатламы булмауы, шулай уҡ шәхесте хоҡуҡи яҡлау механизмының түбән һөҙөмтәлелеге менән ҡатмарлаша. Эйе, бөгөнгө көндә енәйәтселек минималь күрһәткестәргә еткерелмәгән һәм халыҡтың хоҡуҡи әүҙемлеге лә түбән кимәлдә. Граждандар йәмғиәтен формалаштырыу проблемалары туранан-тура бәлиғ булмағандарға ла, илебеҙ халҡына ла белем биреү, уларҙы тәрбиәләү менән бәйле. Граждандар йәмғиәтен формалаштырыуҙа беҙ бының халыҡтың дәүләт эштәрендә аңлы рәүештә ҡатнашыуы һәм шулай уҡ юғары һәм урындағы власть органдарының формалашыуында ҡатнашыуы икәнлеген аңларға тейешбеҙ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Easton D. A. Framework for Political Analysis. London; Sydney; Toronto; New Delhi; Tokyo, 1965
  2. 2,0 2,1 Кара-Мурза С. Г. «Общество граждан» 2018 йыл 23 октябрь архивланған.
  3. Петр Баранов, Александр Воронцов, Сергей Шевченко. Обществознание. Полный справочник : [арх. 24 ғинуар 2022]. — М. : АСТ: Астрель, 2015. — С. 314. — 542 с.
  4. Основные этапы и характерные черты современного гражданского общества  (рус.). 13 апрель 2019 тикшерелгән.
  5. Философия права в начале 21-го столетия через призму конституционализма и конституционной экономики — Издание Московско-Петербургского философского клуба, М., 2010, с. 29. ISBN 978-5-98856-119-4
  6. Эффективность независимой антикоррупционной экспертизы как института гражданского общества // Гражданское Общество В России И За Рубежом. — 2019. — В. 2. — С. 31—34. — ISSN 2221-3287. Архивировано из первоисточника 12 июль 2019.
  7. Кара-Мурза С. Г. «Общество граждан» 2018 йыл 23 октябрь архивланған.
  8. Сергей Угольников: Как появилось «гражданское общество. zavtra.ru. Дата обращения: 8 апрель 2021. Архивировано 8 апрель 2021 года.
  9. Шайхуллин М. С. О правовых гарантиях взаимодействия муниципальной власти и институтов гражданского общества 2019 йыл 30 май архивланған. // Вестник ВЭГУ. 2016. № 4 (84). С. 121—128.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

урыҫ телендә

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]