Грузияның дәүләт музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грузияның дәүләт музейы
груз. სიმონ ჯანაშიას სახელობის საქართველოს მუზეუმი
Нигеҙләү датаһы 10 май 1852
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Джанашиа Симон Николаевич
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Тбилиси
Рәсми асылыу датаһы 1852
Рәсми сайт museum.ge
Карта
 Грузияның дәүләт музейы Викимилектә

Грузияның Симон Джанашиа ис. музейы - (рус. Музей Грузии им. Симона Джанашиа, груз. სიმონ ჯანაშიას სახელობის საქართველოს მუზეუმი) - элгәре Грузияның Дәүләт тарих музейы булараҡ билдәле ине, унда бик мөһим археологик табылдыҡтар һаҡлана.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей 1852 йылдың 10 майында Кавказдағы Рәсәй географик йәмғиәтенең департаменты тарафынан ойошторолған һәм по немец ғилми хеҙмәткәре Густава Радде инициативаһы менән 1867 йылда Кавказ музейы тип үҙгәртелгән. Грузия бойондороҡһоҙ республикаға әүерелгәс (1918), 1919 йылда музей Грузия Музейы тип атала башлай.

Коллекцияһының төп өлөшө, 1921 йылда большевиктар власҡа килгәс, Европаға оҙатылған була һәм Грузия Совет Социалистик Республикаһына (Совет Грузияһы) эмиграциялағы грузин ғалимы Эквтиме Такаишвили тырышлығы менән 1945 йылда ҡайтартып алына.

1947 йылда музей грузин тарихсыһы Симон Джанашия исемен йөрөтә башлай.

1981 йылда Мәскәүҙә грузин колонияһы булған ваҡыттан ҡалған XVIII быуат башы бинаһында Грузия Музейы филиалы асыла (адресы - Большая Грузинская урамы, 5 се йорт[1]

Музей советтан һуңғы 1990-сы йылдарҙа бик ныҡ бөлөнә. 19911992 йылдарҙағы хәрби түңкәрелеш осоронда зыян күрә, һуңғараҡ коллекцияһының бер өлөшөн янғын юҡҡа сығара.

2004 йыл ахырында Грузияның сәнғәттәр музейы берҙәм музейҙар системаһына инә (Грузин милли музейы).

Музей Тбилиси ҡалаһы үҙәгендә бер нисә бинаны биләй, төп экспозиция Руставели проспектында урынлашҡан. Музейҙың төп бинаһы 1910 йылда Николая Северов проекты буйынса элекке туҙған бина урынында төҙөлгән. Ҡоролманың биҙәлешендә урта быуат грузин декоры элементтары ҡулланылған.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Исторические и краеведческие музеи СССР: Каталог / Центральный музей революции СССР; [ответственный составитель к. и. н. Л. Н. Годунова, составители М. А. Гришина, О. Н. Дворецкова, В. Ю. Дукельский, О. Л. Климашевская, Т. П. Трифонова, ответственный редактор к. и. н. Т. Г. Шумная]. — М.: Б. и., 1988. — С. 86.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]