Груша

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Груша

Үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Pyrus L., 1753

Төр өлгөһө

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  25294
NCBI  3766
EOL  29920
GRIN  g:10194
IPNI  34002-1

Гру́ша, Армыт (лат. Pýrus) — розалар ғаиләһенән япраҡ ҡоя торған емеш ағастары ырыуы. 60 тан артыҡ төрө бар. Культуралы сорттарның күп өлөшөн китереп сығарған ябай груша төрө киң таралған. Груша ағасы 15—20 м бейеклектә, пирамидаға оҡшаған ябалдашлы була. Яҡтылыҡ һәм йылылыҡ ярата, ҡоролоҡҡа һәм эҫегә сыҙам. Ҡышҡа сыҙамлылығы алмағасҡа ҡарағанда түбәнерәк, әмма температуруның ҡышҡы үҙгәрештәрен еңелерәк кисерә. Япраҡтары ваҡ, тығыҙ, ялтырауыҡлы. Сәскәләре аҡ йә иһә йәшкелт төҫмөрлө, сәскә төбөнән айырымланған шәмәхә-алһыу һеркәлек һәм бағанасыҡтары бар.

Урта һыҙатта 10—17 майҙа иртә сәскә ата. Үҙенән-үҙе һеркәләнмәй. Емештәре, сортына ҡарап, оҙонса һәм түңәрәк, аҡһыл-йәшел йә иһә һарғылт, ҡояшка ҡараған яғында аҙ ғына алһыу төҫтә була, ағастың күп йыллыҡ өлөшөндә, күбеһенсә балдаҡсаларында формалаша. Уссури грушаһы менән гибридлаштырылғандары бер йыллыҡ үрентеләрҙә дә уңыш бирә ала. Иртә өлгөрөшлө (йәйге) сорттары август аҙағында, көҙгө сорттары сентябрь уртаһында өлгөрә.

Груша. О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация

Сорттары һәм емеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Емештәре, тулыһынса өлгөргәс, һарғылт төҫкә керә, күп сорттарының емеш йомшағы һыуһыл була. Составында 80 % һыу, 10 % шәкәр, 0,2—0,4 % органик кислоталар, дуплау матдәләре, В, С витаминдары бар; йәшел килеш һәм эшкәртеп (киптереп, компот, ҡайнатма, һут) ҡулланалар. Груша тупраҡҡа талымһыҙ, ләкин тупраҡ аҫты яҡшы үткәреүсән булырға тейеш. Ҡоролоҡҡа сыҙам, һыу һибергә кәрәкмәй. Ерле һәм ҡырағай сорттар орлоғонан үҫтерелгән ялғанмаға ялғау юлы менән үрсетәләр. Алмағастан айырмалы булараҡ, емеш биреүендә ҡабатланыуҙар булмай, уның сәскә бөрөләре температуруның ҡышҡы һәм яҙғы үҙгәрешенән әҙерәк зыян күрә. Селекциянең ҡышҡа иң сыҙам элекке сорттары: йәйгеләре — «Бессемянка», «Волжская десертная», «Тонковетка», көҙгөләре — «Бергамот осенний», «Казанская крупноплодная». Һәүәҫкәр баҡсасылар йәйге сорттардан — «Космическая», «Северянка», «Лада», көҙгөләрҙән — «Любимица Яковлева», «Нарядная Ефимова», «Память Яковлеву» сорттарын, башҡа төбәктәрҙән күсерелгән, шулай уҡ Г. И. Розанова тарафынан Татарстан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренү институтында сығарылған иң яҡшы элиталы груша сорттарын үҫтерәләр. Ерле сорттарҙан «Бергамот осенний» сорты яҡшы һанала, емештең юғары сифатлы булыуы, ерле шарттарға (ҡышҡа һәм ҡоролоҡҡа сыҙам) яйлашыуы менән айырылып тора. Был сорт, башҡаларҙан айырмалы булараҡ, уҙ ағасы тамырынан тамыр үрентеләре ебәреп үрсей. «Осенняя Яковлева» сорты ла яҡшы тип иҫәпләнә, ләкин ул ҡышҡа сыҙамһыҙыраҡ.

Ауырыуҙары һәм ҡоротҡостары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Груша ҡоротҡостарға һәм ауырыуҙарға алмағасҡа ҡарағанда сыҙамлырак. Төп бәшмәк ауырыуы — ҡутыр, ҡортотҡосо — груша емешашары. Груша тәбиғи ябалдашын яҡшы формалаштыра, шуға күрә формалаштырып кисеү кәрәкмәй. Груша — оҙаҡ йәшәүсе культура (60—70 йылға тиклем емеш бирә).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рубцов Г. А. Груша. М.-Л., 1937;
  • Жучков Н. Г. Частное плодоводство. М., 1954;
  • Розанова Г. И. Селекция груши // Гр. Татар. НИИ сел. х-ва. 1970. Вып. 3.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]